Һүҙем бала саҡтан ишетеп үҫкән әтлек үләне (урыҫса – бубенчик лилиелистный, латинса – аdenophorа IiIifoIia) тураһында. Уны был исем менән Бөрйән районында йөрөткәндәр. Белоретта бер нисә оло кешенән һорашып ҡарағайным, таныусы булманы. Урыҫса уны “курочки” (тауыҡ ите тәме килгән өсөн), “дроб”, “орлик”, “синенький цветочек” тип тә йөрөтәләр. Оҙонлоғо 1-1,5 метр самаһы. Июль-август айҙарында сәскә ата. Был ғаиләгә ҡараған барлыҡ үләндәр һәйбәт бал бирә. Орлоғо, ҡумта эсендә яҡшылап ҡарайғансы бешкәс, үҙенән-үҙе ергә ҡойола. Әтлек башлыса яҡты урманды, ағаслыҡ ситтәрен, ҡыуаҡ эргәләрен ярата. Тамыры ҙур, оҙон үҙәк яһап, тәрәнгә тиклем китеп үҫә. Сәскәһе асыҡ зәңгәр төҫтә, әйтерһең, ваҡ ҡына ҡыңғырауҙар эленеп тора. Япраҡтары бер-бер артлы теҙелеп китә, тамырға яҡындары эрерәк, осҡа күтәрелгән һайын ваҡлана бара. Өҫкөләре оҙонса, һабаҡһыҙ, ситтәре ҙур уйымлы. Әтлектең тамырын дауаланыу өсөн ҡулланалар. Унда шәкәр, пентоза, каучук, куморин, холин, тритерпиноид, стерин, төрлө буяу матдәләре (дубильные вещества) һәм С, Р витаминдары, каратиноидтар бар. Интернет мәғлүмәттәре буйынса, Ҡурған өлкәһендә был үләнде женьшенгә тиңләйҙәр.
Ҡытай халыҡ медицинаһында уны кешенең ауырыуҙан һуң ныҡ хәле бөткәндә, химия менән дауаланыу үткәндән һуң ҡулланалар. Кореяла әтлек ярҙамында бронхитты, үпкә туберкулезын, бронхиаль астманы дауалайҙар. Был үҫемлек яман шеш күҙәнәктәренең үҫешен тотҡарлай. Тамыры сей килеш шәкәр тәме бирә, ашҡа һалып бешерһәң, тауыҡ һурпаһын хәтерләтә. Өләсәйем: “Әтлек арҡаһында 1921 йылдағы йотлоҡтан, 30-сы йылдарҙағы ҡытлыҡтан һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы аслыҡтан тере ҡалдыҡ”, – тип һөйләй торғайны. Ауыл эргәһендәге әтлекте йыйып ашап бөткәс, урманда ҡуна ятып, йыйып алып ҡайтып, киптереп, онға тартып, икмәк бешереп, балаларына ашатыр булғандар. Йәш һабаҡтарын таныған кешеләр уның менән яҙ туҡланған, тик күптәр сәскә атмайынса таный һалып бармаған. Әлеге ваҡытта ла был үләнде ауылдан 15-30 километрға китмәйенсә осратып булмай, күрәһең, аслыҡ-яланғаслыҡ ваҡыттарындағы “һөжүм” итеүҙәрҙән ул һаман иркенләп таралып китә алмай.
Әтлектең тамырын көҙ йыялар. Уны ағын һыуҙа йыуғас, ҡалын урындарын бысаҡ менән уртаға ярып, әҙ генә ҡояшта тотоп алғас, кипкәнсе еләҫ урынға ышыҡҡа һалалар. Әлбиттә, урманға килеп, үләнде вәхшиҙәрсә ҡыланып йыя башлау дөрөҫ түгел. Бер нисә кәңәшемде яҙып үтәйем: урманға ниндәйҙер ауырыуҙан дауа табыу ниәте менән барғанһың икән, иң беренсе теләк теләү мөһим, унан һуң тәбиғәттән рөхсәт һорап, үләнде алғас, ысын күңелдән рәхмәт әйтергә кәрәк. Бер аш ҡалағы кипкән тамырҙы ныҡ эҫе булмаған һыуҙа бешереп, ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр 30 грамм эсергә тәҡдим ителә. Шулай уҡ кипкән тамырҙы спиртҡа (1:10) һалып та дарыу эшләйҙәр. Уны арығанда, талһыҙланғанда, сәбәпһеҙ йоҡо килгәндә, нервы системаһы ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡта, ирҙәрҙең енси көсһөҙлөгөндә ҡулланалар. Был үләндән эшләнгән дарыу тән температураһын төшөрә, яраларҙы тиҙ төҙәтә, ауыртыуҙы баҫа, ҡаҡырыҡты йомшарта, ҡан баҫымын яйға һала, өйәнәк, атеросклероз, ашҡаҙан ауырыуҙарынан яҡшы дауа. Дөйөм алғанда, иммунитетты нығыта. Әтлек күсереп ултыртыуҙы яратмай. Уның сүс кеүек нәҙек тамырҙарын, һындырмаҫ өсөн, тупраҡ менән ҡуша алып ҡайтырға кәрәк.
Әтлек ҡурсаулыҡ биләмәһендә лә йыш осрай. Башҡортостандың Ботаника баҡсаһы белгесе, биология фәндәре профессоры Лариса Абрамова был үләнде ныҡлап өйрәнеп, мәҡәләләр яҙҙы. Теләге булғандар уларҙы табып уҡый ала.