Турасыларға – һыу04.07.2017
Илеш районында “Реаль эштәр” проектына ярашлы 200 кеше йәшәгән Турасы ауылы һыу менән тәьмин ителде.

Элекке насос станцияһы, 45 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, емерелгән. Стеналар ҙа, ҡыйыҡ та, ҡорамалдар ҙа иҫкергән булған. Урындағы халыҡ һыу менән тәьмин ителеүҙә ҡыйынлыҡтар кисергән.
Әле иһә станцияның бинаһын төҙөкләндереү тамамлана, яңы насос ҡуйылған.
– Объектҡа киткән аҡса күләме 207,4 мең һум тәшкил итте. Республика ҡаҙнаһынан — 107,4 мең һум, урындағы бюджеттан – 50 мең һум, өҫтәүенә бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йәлеп ителде, — тип белдерҙеләр “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.


Вернуться назад