Ҡаҙағстанда болот ҡуйырһа, Башҡортостанда ямғыр яуыр04.07.2017
Ҡаҙағстанда болот ҡуйырһа, Башҡортостанда ямғыр яуырОҙайлы ҡыштан һуң иртә яҙға, йылы йәйгә өмөтөбөҙ аҡланманы. Яҙ бер айға һуңлап килде, уныһы ла көҙгә оҡшап торҙо. Йә һыуыҡ, йә өҙлөкһөҙ ямғырҙары менән ялҡытты. Инде йылыға ҡыуанырбыҙ тиһәк, июнь тотош ямғырҙан ғына торҙо. Йәй ҡасан етер һуң? Был һорауға БДУ доценты, география фәндәре кандидаты Инбер ЯПАРОВТЫҢ күптәрҙе ҡыуандырырлыҡ яуабы бар: “10 июлдән”. Инбер Мөхәмәт улы әлеге һауа торошоноң сәбәптәрен дә, һуңғы осорҙа йышайған дауылдарҙың ҡайҙан килеп сығыуын да ентекләп һөйләп бирҙе.


– Бындай ямғырлы йәйҙәр минең хәтеремдә бер нисәү: 1963, 1973, 1997 йылдарҙа июнь – июль айҙары ныҡ яуым-төшөмлө булды. Һауа торошо циклдарҙан тора: 7, 11 һәм 33 йыллыҡтар. Уларҙың торошо ҡояштағы таптарға бәйле. Циклдар ярайһы уҡ һәйбәт өйрәнелгән. Тәүгеһендә һауа температураһы бер аҙ күтәрелә бара, яуым-төшөм кәмей. Әле беҙ температураның бер аҙ түбәнәйгән осоронда йәшәйбеҙ. 33 йыллыҡ циклдың алмашыныу ваҡытына тура килдек. Ямғыр, һыуыҡ ел – был осорҙа ғәҙәти күренеш, аптырарға түгел. Күсеү осороноң бер нисә йылға һуҙылыуы ихтимал. Ҡайһы саҡта уның хатта ете йылға етеүе мөмкин. Бер осорҙан икенсеһенә күсеү июлдең уртаһына тиклем тамамланырға тейеш тип фаразлайым. Шуға 10 июлдән еүешлек тамамланыр тип өмөтләнәйек.
– Быйыл июнь айы һауа торошона бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәргә бай ине. Мәскәүҙә ҡурҡыныс ғәрәсәт булды, күр­ше Татарстандағы кадрҙарҙы Интернет селтәренән ҡарап ҡот осто. Ундай ҡойондар беҙҙең тәбиғәт шарттары өсөн ят күренеш түгелме?
– Юҡ, түгел. Һеҙ әйткән ҡойон, дауылдарҙың һәр төбәктә булыуы ихтимал. Бының өсөн бары тик уларҙың башланыу сәбәптәренең тап килеүе шарт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күренештәрҙе беҙгә хәҙер күҙаллауы ҡыйын, мәғлүмәт етешмәй. Уны гидрометеорология үҙәктәренән алыуы ҡыйбатҡа төшә. Кемдер ошо мәсьәлә менән шөғөлләнә икән, күҙәтеү эшләү өсөн байтаҡ сығым талап ителә. Был – бер сәбәп. Икенсеһе лә ошо коммерциялаштырыу мәсьәләһенә барып тоташа. СССР заманы менән сағыштырып ҡараһаҡ, беҙҙең республикала ғына Гидрометеорология үҙәге станциялары 20 – 30 процентҡа кәмене. Яңылышмаһам, әле 30-ҙан ашыу станция һәм 120 пост эшләй. Уларҙан мәғлүмәт һорап алыуы ҡыйынлыҡ тыуҙырманы, әле иһә был мөмкин түгел. Икенсенән, беҙ хәҙер йыһандан килгән мәғлүмәт­тәргә нығыраҡ ышанабыҙ. Кире­һенсә, ерҙәгегә таянырға кәрәк икәнен онотоп ебәрәбеҙ. Йыһандан килгәне беҙгә ерҙән алынғанын иҫбатлап, теүәлләр өсөн әһәмиәтле булырға тейеш. Ә хәл киреһенсә шул. Ерҙә, донъя океанында мәғлүмәт йыйыусы караптар һаны ла ҡырҡа кәмене. Заманында 400-ҙән ашыу фәнни-тикшеренеү карабы бар ине. Бөгөн улар 100-ҙән әҙерәк. Элек был өлкәлә беҙ лидер була торғайныҡ. Әле был хәл бер Рәсәй өсөн генә түгел, бөтөн донъяға хас. Ул беҙгә мәғлүмәт алыуҙа, эшкәртеүҙә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Был – мәсьәләнең бер яғы. Икенсенән, хәл урындағы сәбәптәргә бәйле. Мәҫәлән, ғәрәсәт Көнбайыш Европала башланып, Урал тауҙарына тиклем килеп етә алмай. Хатта Татарстанда ҡупҡан дауылдың да беҙгә килеп етеүе икеле. Ғәрәсәт барлыҡҡа килде икән, был өлкәлә эшләгән белгестәргә шул урынды ентекләп өйрәнергә кәрәк, сөнки тап ошондағы шарттар дауылдың барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе була ала. Рельефты, үҫемлектәр донъяһын тикшереү зарур. Иң мөһиме – бындағы эшмәкәрлекте өйрәнергә кәрәк: урман ҡыр­ҡылыуы, быуалар, һыу һаҡла­ғыстар төҙөлөүе ҙур тәьҫиргә эйә. Шулай итеп, ғәрәсәттең үткән юлын тикшермәйенсә, ниндәйҙер һығымта яһау мөмкин түгел.
– Һуңғы йылдарҙа булған ғәрә­сәттәрҙе өйрәндегеҙме?
– Дүртөйлө, Кушнаренко, Краснокама райондарындағы ғәрәсәттәрҙе тикшерҙем. Ҡайҙан башланғанын, елдең нисек үткәнен, көсөн өйрәндем дә ошондай һығымтаға килдем: уларҙың барыһы ла Башҡортос­тандың төньяҡ-көнбайыш райондарына тура килә. Беренсенән, Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикаларының сигендә һуңғы йылдарҙа урман күпләп ҡырҡылған. Икенсенән, ошо урында ҙур һыу һаҡлағыс – Түбәнге Кама – урынлашҡан. Өсөнсөнән, рельефҡа иғтибар итәйек: бында тигеҙлек. Ел-дауылға кәртә булырҙай ҡалҡыулыҡ, тауҙар юҡ. Әлеге мәлдә ғәрәсәт тыуһын өсөн бик уңайлы шарттар булдырылған. Көн һайын ямғыр яуа ла иртәгеһен ҡояш йылыта. Хатта күләүектәр ҙә тиҙ арала кибеп өлгөрә. Бысраҡтан йөрөгәнебеҙ юҡ. Был ер өҫтөндәге һыуҙың ныҡ парланыуына килтерә. Ҡояш ҡыҙҙырыу менән ошо парҙар бик тиҙ һауаға күтәрелә һәм көнбайыштан килгән һауа массаларының көнсығышҡа табан үтеп китеүенә уңайлы шарттар тыуҙыра. Был күренеште торба һымағыраҡ итеп күҙ алдына килтерергә мөмкин. Ул ваҡытта елдең тиҙлеге арта бара, тигеҙ, урман аҙ урында айырыуса көсәйә һәм дауыл ҡубыуы ихтимал. Урман, тауҙар уны туҡтатыу көсөнә эйә. Ә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә ағаслыҡтарҙың юҡҡа сығыуы ошондай күренештәргә бәйле. Республикала урман 20-25 процентҡа кәмене. Элек был һан 50-60 процент тәшкил иткән. Шуға ла үрҙә һаналған ғәрәсәттәрҙең быйыл да ҡабатланыуы ихтимал, сөнки дауыл ҡубыу өсөн әле һауа шарттары бик уңайлы тора.
Мелиорация ваҡытында, 80-се йылдарҙа, урмандарҙы ҡырҡып, һөрөнтө ер иттеләр, тигеҙлектәр күләме артты. Был ерҙәрҙең майҙаны йылдан-йыл ҙурая бара. Йылға буйҙарында ла ағастар юҡ. Шуға улар һайыға.
2004 йылда Башҡортостандың физик картаһын эшләүҙә ҡатнаштым. Шул мәлдә Ағиҙел йылғаһы буйлап караптар үтеү юлын билдәләгәйнек. Был мәғлүмәт артынан махсус йөрөгәйнем. Ҙур пароходтар, танкерҙар Өфөгә тиклем килә ине. Был хәлгә ни бары 13 йыл үткән, шуға ҡарамаҫтан хәҙер ҙур, диңгеҙ тибындағы пароходтар Бөрө ҡалаһы эргәһендә туҡтай, Өфөгә килеп етә алмай. Артабан да шулай дауам итһә, улар Ағиҙелдең тамағында ғына йөрөйәсәк. Был урмандарҙың ҡырҡылыуына бәйле.
– Шулай итеп, Инбер Мөхәмәт улы, төрлө ғәрәсәт барлыҡҡа килеүгә уңайлы йыл бара, уларҙың ҡабатланыуы бик ихтимал, тиһегеҙ инде.
– Эйе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шулай. Һәйбәт көндәр килгән хәлдә лә, июлдең тәүге көндәрендә ғәрәсәттәр көтөлеүе ихтимал, сөнки йылғаларҙа ғына түгел, ер аҫты һыуҙарының да кимәле бермә-бер күтә­релде. Июль аҙағы, август айҙарының бик эҫе һәм ҡоро булыуын да самалайым. Йылы һауа массалары ныҡ бейеккә, 14 – 16 километрға күтәрелеп, көнбайыштан килгән­дәренә кәртә була алмай. Шулай ҙа был хәлдең беҙҙә бер генә осраҡта барлыҡҡа килеүе мөмкин – әгәр Ҡаҙағстанда тотороҡло йылы һауа массаһы урынлашһа. Ә инде уларҙа ямғырлы көндәр дауам итһә, бында ла һауа торошо үҙгәрмәйәсәк, ямғырлы буласаҡ. Ни өсөн тигәндә, беҙҙәге һауа торошо көнбайыштан килгән һауа массаларына бәйле.


Вернуться назад