Эшселәрҙе нимә борсой?04.07.2017
Эшселәрҙе нимә борсой?Стәрлетамаҡ – сәнәғәт ҡалаһы. Уның тын алышы урындағы предприятиеларға туранан-тура бәйле. Ә бына завод-фабрикаларҙың хәле иһә эшсе халыҡтың кәйефенән тора. Ниндәй проблемалары бар? Ниндәй тәҡдимдәр менән яна эшсе халыҡ? Ҡала хакимиәте вәкилдәренең сәнәғәт предприятиелары коллективтары менән осрашыуҙа ошо һорауҙарға яуап эҙләнде. Сираттағы “хакимиәт көнө” “ТАУ НефтеХим” йәмғиәтендә үтте.


– Беҙҙә яңы йорттар, балалар баҡсалары төҙөлөү планлаш­ты­рылған, – тип ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Пантелеев Стәрлетамаҡ­тың социаль-иҡтисади торошо хаҡындағы докладын башланы. Сығыштан күренеүенсә, төбәктә киләсәктә яңы биҫтә ҡалҡасаҡ, шулай ҙа эшселәрҙе йәшәйеш күберәк ҡыҙыҡһындырҙы. Атап әйткәндә, улар хакимиәт вәкилдәренә 30-ға яҡын һорау бирҙе. Уларҙың күбеһе, билдәле, торлаҡ-коммуналь өлкәгә ҡағылды.
Мәҫәлән, “Ни өсөн Бабушкин урамында емерелгән юлдар эшлән­мәй?” тип ҡыҙыҡһынды залда ултырыусылар. Баҡтиһәң, һәр ремонт-төҙөлөш эштәренең үҙ графигы булдырылған. Иң мөһиме – эшселәр ҡайғыртҡан юл оҙаҡламай йүнәте­ләсәк. Шулай уҡ сәнәғәт өлкәһендә тир түгеүселәр үҙ бурыс­тарына яуапһыҙ ҡараған идара итеүсе компанияларға ла дәғүә белдерҙе. “Түләү квитанцияларында тәртип юҡ” тигән яҙма-һорау килде залдан. “Барлыҡ һорауҙар ҙа иғтибарға алынасаҡ, компанияларға һорау ебәреләсәк”, – тигән яуап бирҙе быға ҡала округы етәксеһенең хужалыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Ермолаев.
“Ниңә хәҙер “медицина карталарын” поликлиникаларҙа ҡулға бир­мәйҙәр?” тигән һорауға ҡала хаки­миәтенең кадрҙар, муниципаль хеҙмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов был закон тарафынан тыйылғанлығы хаҡында иҫкәртте. “Баш табип рөхсәте менән генә карта сирленең ҡулына тапшырыла ала”, – тине ул.
Бихисап һорауҙар араһында кадрҙарға ҡағылышлы мөрәжәғәт айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте: эшселәр алмашҡа йәштәр кил­мәүенә борсола икән.
– Был проблема, үкенескә ҡар­шы, бер завод миҫалына ғына ҡайтып ҡалмай, ә бөтөн ҡала кимә­лендәге ҙур мәсьәлә, – тине һорауға яуап биреп ҡала хакимиәте баш­лығы Владимир Куликов. – Йәштәр ҙурыраҡ ҡалаларҙа төпләнеүҙе хуп күрә, шул уҡ ваҡытта урында тар белгестәр етешмәй, шуға кадрҙарҙы күберәк үҙебеҙҙә ҡалдырыу маҡса­тында махсус проект булдырырға, эшләп килгәндәрен, тимәк, көсәй­тергә кәрәк.
Һүҙҙән эшкә күсеп, ҡала етәксеһе осрашыу барған әлеге пред­прия­тиеның генераль директоры Марат Ғәйфуллинға был йәһәттән уртаҡ программа төҙөргә тәҡдим итте. Нәҡ эшсе ҡулдарға башлыса ҡыт­лыҡ кисерелә бит.
“Хакимиәт көнө” һуңғы минуттарына тиклем эшлекле һөйләшеү­ҙәр­гә ҡоролдо. Дөйөм фекер алы­шыуҙан һуң ҡала хакимиәте вә­килдәре завод эшселәрен шәхси һорауҙары менән ҡабул итте. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын үҫтерәбеҙ тип баш ватҡанда бындай осрашыуҙар әһәмиәтле, әлбиттә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.



Вернуться назад