“112” һанының мәғәнәһе04.07.2017
Тормошта ниндәй генә хәлдәр осраһа ла, иң мөһиме – беҙҙең һаулығыбыҙ, ғүмеребеҙ. Һәр кеше ярҙамдың эргәлә генә булыуына ышанғыһы килә. Тик үҙебеҙ ашығыс хеҙмәттәрҙең телефон һандарын белеп, уларҙы дөрөҫ ҡулланабыҙмы?..


Мәҫәлән, Башҡортостанда түбәндәге телефон һандарын файҙаланырға мөмкин:
Стационар телефондан:
Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар – 01.
Полиция – 02.
Ашығыс медицина ярҙамы – 03.
Авария-газ хеҙмәте – 04.
Мобиль телефондан:
Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар – 101.
Полиция – 102.
Ашығыс медицина ярҙамы – 103.
Авария-газ хеҙмәте – 104.

Был әйтелгәндәрҙән тыш тағы ла бер серле һан бар – 112. Ләкин һирәктәр генә уны белә, тиергә мөмкин. Ә серенең айышына төшөнһәң, ҙур файҙаһы буласаҡ. Ҡайһы осраҡта уға шылтыратырға һуң?
Ошо берҙәм телефон һанын йыйып, полицияны, ашығыс медицина ярҙамын, янғындан һаҡлау, авария-газ, ғәҙәттән тыш хәлдәр, “Антитеррор” хеҙмәттәрен саҡырырға мөмкин. 112 һанына телефоныңда аҡса булмаған осраҡта ла шылтыратырға мөмкин.
Ошо хеҙмәттәрҙе саҡыртырлыҡ хәлдәрҙән Алла һаҡлаһын. Шулай ҙа, тура килә ҡалһа, ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоу яҡшы булыр, сөнки белгескә һеҙҙең хәлегеҙҙе анығыраҡ асыҡларға һәм кәрәкле ярҙам ебәрергә булышлыҡ итәсәк.

=Мөмкинлек булһа, үҙегеҙгә шылтыратыу яҡшыраҡ буласаҡ.
=Һүҙҙе оҙонға ебәрмәй генә, аныҡ итеп нимә булғанын әйтегеҙ.
=Ҡайҙа икәнегеҙҙең урынын, исемегеҙҙе һәм телефонығыҙҙың һандарын аныҡ әйтегеҙ.
=Һорау бирһәләр, яуаплағыҙ.
=Операторҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ.
=Телефонды һалып ҡуймағыҙ.
=Хәлдәр үҙгәреп китһә, 112 һанына тағы шылтыратығыҙ.

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты юҡ-бар менән, эшһеҙлектән, күңел асыу ниәтендә, мәғлүмәт алыр өсөн генә шылтыратмаҫҡа кәңәш итә. Сөнки һеҙ линияла торған ваҡытта башҡа берәүгә ашығыс ярҙам кәрәк булыуы бар.



Вернуться назад