Ябай кешенең “аҡса теле”04.07.2017
Рәсәй кешеһе бер тапҡыр магазинға барғанда уртаса 547 һумлыҡ әйбер һатып ала. Был һанды Сбербанк онлайн-касса чектары буйынса иҫәпләп сығарған.
Төбәктәрҙе айырым ҡарағанда, иң ҙур һандар Хабаровск крайында (1 082 һум), Байкал аръяғы крайында (981 һум), Новосибирск өлкәһендә (981 һум), Краснодар крайында (957 һум), Мәскәүҙә (796 һум) күренә. Ә бына Һарытау өлкәһендә (297 һум), Рязань өлкәһендә (314 һум), Сыуаш Республикаһында (318 һум), Вологда өлкәһендә (327 һум), Ҡурған өлкәһендә (338), Мари Эл Республикаһында (344 һум) чектар бермә-бер кесерәйеп ҡала. Банк мәғлүмәттәре буйынса, ай аҙағында кеше 13 процентҡа күберәк аҡса тотонған.
Уҙған йыл менән сағыштырғанда, магазинға бер тапҡыр барып ҡайтҡанда сарыф ителгән хаҡ яҡынса 5 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың түбәнәйеүе лә әйтелә, ләкин кейем-һалымға күтәрелгән. Шуға бәйле, кешенең һатып алыу мөмкинлеге бер яҡтан кәмеһә, икенсе яҡтан үҫешкән һәм ризыҡҡа хәҙер аҡса артыҡ күп китмәй.
Аналитиктар билдәләүенсә, бының сәбәбе инфляцияға ҡайтып ҡала. Улар әйтеүенсә, коммуналь-торлаҡ хужалығы һәм транспорт хаҡтары артабан да ҡыйбатланасаҡ. Әммә 2015 йыл менән сағыштырғанда, хәлдәр яҡшыраҡ: ул ваҡытта кешенең һатып алыу мөмкинлеге һәр яҡлап та кәмегән булған.
Был йәһәттән уртаса эш хаҡының 3,8 процентҡа артыуын әйтергә кәрәк. Уға айырым туҡталғанда, иң әҙе – Көньяҡ федераль округында. Унда был һан 20 мең һумдан артмай. Ә Себер менән Алыҫ Көнсығышта уртаса эш хаҡы 45 мең һумдан да кәм түгел. Башҡортостанда – айына уртаса 29 мең һум.
Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт иткәндәр 28 600 һум эш хаҡы ала, ләкин табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының, лаборанттарҙың эш хаҡы һиҙелерлек айырыла. Мәғариф өлкәһендә эшләүселәр иһә 26 700 һум ала.
Уртаса эш хаҡының артыуы милли валютаның сағыштырмаса нығыныуына бәйле, ти белгестәр. Элекке Союз илдәренә ҡарағанда, Рәсәй халҡы күберәк эшләй килеп сыға. Әлбиттә, донъялағы башҡа дәүләттәр менән сағыштырғанда, илебеҙ тәүге унауҙар һанына ла инмәй. Шул уҡ Ҡытайҙағы уртаса эш хаҡын алғанда ла, һуңғы ун йылда өс тапҡырға артҡан. Был йәһәттән Европа илдәрендә түләнгән аҡсала ла һиҙелерлек айырма күренә.
Ләкин шуны иҫтән сығармаҫҡа кәрәк: йылдың тәүге яртыһында йәшәү минимумы артҡан. Хәҙер ул 9 909 һум тәшкил итә. Хөкүмәттең ҡуйған маҡсаты буйынса, киләсәктә лә был һан артасаҡ. Тимәк, уртаса эш хаҡының да күтәрелеүенә ышаныс бар. Әгәр был үҫеш шулай дауам итһә, кешенең һатып алыу мөмкинлеге лә артыр тигән уй тыуа.