Беҙгә хәбәр итәләр04.07.2017
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы иң бәхетле илдәрҙең рейтингын төҙөгән. Документта әйтелеүенсә, беҙҙең илебеҙ бер аҙ өҫкә менеп, 49-сы урынды биләгән. Был яҡшы хәбәр, уға ярашлы, Рәсәй халҡы быйыл былтырғыға ҡарағанда тағы ла бәхетлерәк булып киткән.

Алдынғылар рәтендә иһә Норвегия, Дания, Исландия, Швейцария, Финляндия, Нидерланд, Канада, Австралия һәм Швеция тора. Америка Ҡушма Штаттары – 14, Германия – 16, Англия – 19, Франция – 31-се урында. Руанда, Сирия, Танзания, Бурунди кеүек илдәр иң артта һөйрәлә.
Белгестәр йәмғеһе 155 илдең йәшәү кимәлен анализлаған. Был йәһәттән халыҡ һанына тап килгән эске тулайым продукт, хөкүмәттең социаль ярҙам күр­һәтеүе, йәшәү оҙонлоғо, фекер азатлы­ғы, коррупцияға мөнәсәбәт, йомартлыҡ иҫәпкә алынған.


Вернуться назад