Мин дә бесәй яратам!..04.07.2017
Ирландияның баш ҡалаһында көнө буйы бесәй ҡосаҡлау вазифаһын намыҫлы башҡарырҙай кеше эҙләйҙәр икән.

Бындай яңылыҡ бесәй яратыусы­ларҙың төшөнә лә ингәне булмаған. Иң төп талабы ла бит ниндәй: ошо хай­уандарға ҡарата һөйөү булырға тейеш. Ә вазифа иһә бесәйҙәрҙе ҡосаҡлап, уларҙы һыйпауға ғына ҡайтып ҡала.
Был хаҡта “Just Cats” ветеринария клиникаһы иғлан иткән. Әйтеүҙәренсә, көн һайын медицина процедураһынан ыҙалаған хайуандарға кешенең терәк булыуы кәрәк. Юғиһә стресс кисереүҙәре һаулыҡтарына йәнә зыян килтерә.
Ошо эшкә урынлашырға теләүсенең ҡулы йомшаҡ, тауышы яғымлы булырға тейеш. Ветеринар белемдең булыуы ла шарт.
Бындай яңылыҡтан һуң үҙеңдең дә Ирландияға сығып китәһе килә. Хатта ошо уҡ эшкә урынлаша алмаһаң да. Әгәр унда хатта бесәйҙәренә шундай иғтибар бүленә икән, кешеләре бөтөнләй ләззәттә йәшәйҙер бит...



Вернуться назад