Ғәләмәт Америка04.07.2017
Милли тикшеренеү үҙәктәренең үткәргән һорауламаһына ҡарағанда, Америка халҡының 7 проценты (16,5 миллион кеше) шоколадлы һөттө көрән төҫтәге һыйыр бирә тип һанай икән.


Әгәр инде уларға какао, шәкәр һәм һөттөң бергә болғаныуы тураһында белдерһәң, “Ҡуй, юҡты һөйләмә” тип кенә яуапларҙар. Был аңлашыла ла, нимә тиеп улай мәшәҡәтләнергә һуң, бының өсөн махсус төҫтәге һыйырҙар бар ҙаһа. Һорау тыуа тағы: һөт коктейлен нисек эшләнә тип уйлайҙар икән улар?
Шулай ҙа был хәл бик үк аптыратҡыс түгел. Үҙебеҙҙәге ҡала балалары ла ауылға ҡайтһа, һарайҙы зоология паркы итеп күрә.


Вернуться назад