Миһырбанлы бай04.07.2017
Был хәл әллә ҡайҙа түгел, үҙебеҙҙә – Уралда булған. Силәбе өлкәһендә бер микрозайм ойошмаһының директоры бурыслыларҙың йәшәү шарттарын күреп, күҙ йәшенә күмелгән.


Баҡһаң, суд приставтарын “эшкин­мәгән” тип ғәйепләй торғас, тегеләр директорҙы үҙҙәре менән рейдҡа алырға булған. Шулай итеп, улар етмеш мең һумға яҡын бурысы булған 26 йәшлек егеткә тикшереү эше менән барған. Ләкин эш таба алмай йонсоған, бер мөл­кәте булмаған кешенән алырлыҡ нәмә тапмағандар. Әлегәсә бурысын ҡайтарыуҙы һораған бай юғалып ҡалған, ярлы хәлен күреп, күҙе йәшләнгән һәм ғәфү иткән.
Һуңынан 37 мең һум бурысы булған ҡатынға килгәндәр. Унда иһә балалары:
– Элек барыбер яҡшыраҡ йәшәй инек, ул саҡта, исмаһам, этебеҙ булды. Хәҙер һаттыҡ. Сөнки уны ашатырға мөмкинлек юҡ... – тип яуаплаған.
Директор өсөн был көтөлмәгән хәл була. Шул саҡта ул кредит килешеүенең боҙолоу сәбәптәре ҡатмарлы тормош шарттары артында ятыуын аңлап ҡала. Хәҙер, белдереүенсә, бурысын түләй алмаған тағы бер нисә кешенең хәлен барып белергә самалай.



Вернуться назад