Хоҡуҡлы хоҡуҡһыҙҙар...04.07.2017
Хоҡуҡлы хоҡуҡһыҙҙар...Күп осраҡта кеше үҙенең хоҡуҡтарын белеп бөтмәй һәм шуға бәйле кәйефен ҡырған, күңелен төшөргән ваҡиғаларға тарып ҡуя. Өҫтәүенә төрлө урындарҙа ҡуйылған талаптарҙан хоҡуҡ бөтөнләй сикләнгән кеүек тә күренер хатта.

Был күренеш ниндәйҙер бер айырым төбәккә генә түгел, ә бөтөн Рәсәйгә хас. Аналитика үҙәгенең үткәргән һорау­ламаһына ярашлы, кешеләрҙең 82 проценты хоҡуҡ өлкәһендәге белемдәрен түбән кимәлдә тип билдәләгән. Бары 16 проценты ғына был йәһәттән үҙҙәрен ышаныслы тоя. Уларҙың да күпселеге ҙур ҡалаларҙа йәшәй.
Белгестәр әйтеүенсә, һуңғылары үҙ­ҙәрен артыҡ юғары баһалай. Ә ҡалған­дарына килгәндә, махсус белемдәренең юҡлығынан тыш, кәрәк ваҡытта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә лә белмәйҙәр, ти улар. Шунлыҡтан күптәр ярҙам артынан туғандарына бара йәки Интернетҡа сума. Зыян күргән кешеләрҙең 74 проценты иһә үҙҙәренең хоҡуғын яҡлау өсөн ҡыл да ҡыбырлатмай. Бары 11 проценты ғына профессиональ белгестәргә мөрәжәғәт итә.
Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, һәр өсөнсө кешенең көндәлек тормошонда хоҡуғының боҙолоуы күренә. Был күренеш күпселек осраҡта сауҙа (зыян күреүҙең 33 проценты), медицина (32), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте (32) өлкәһендә күҙәтелә. Тәүгеһендә ул сифатһыҙ тауарҙы кире тапшырыуға, хаҡын ҡайтарып алыуға бәйле. Ә бына ҡалған икәүһендә проблема юҡ-бар өсөн түләтеүҙәргә, күрһәткән хеҙмәттәрҙең сифатһыҙ һәм хаҡы саманан тыш юғары ҡуйылыу осраҡтарына ҡайтып ҡала.
Хоҡуҡтары боҙолған хәлдә, һорау алын­ғандарҙың һәр бишенсеһе ялыу яҙыу­ға өҫтөнлөк биреүен белдерә. Рәсәй халҡының ни бары 2 проценты ғына судҡа йәки юристарға мөрәжәғәт итеүҙе хуп күрә. Уйлаһаң, урамда XXI быуат хөкөм һөргәндә, үҙеңдең хоҡуҡтарыңды белеү, уларҙы яҡлау һәр кешегә кәрәк. Юғиһә ҡыйырһытылған һайын теш ҡыҫып, шым ғына ҡарап торорға тура киләсәк. Ә башҡа берәү беҙҙең өсөн һүҙ ҡушып тормаҫ.
Адвокаттар билдәләүенсә, хоҡуҡта­рың­ды белеү тормошто бермә-бер еңеләй­теп ебәрәсәк. Юғиһә кешегә улар менән күңелһеҙ осраҡтарҙа танышырға тура киләсәк. Был йәһәттән бер нисә миҫалды ла ҡарап китергә мөмкин.
Күптәр уйлауынса, һатып алған әйбер­ҙең етешһеҙлеге табылһа, уны ҡулыңда чек булғанда ғына алыштырып йәки кире ҡайтарып була. Шунлыҡтан ошо ҡағыҙ остоғон ҡәҙерле әйберҙәй бер тартмаға һалып һаҡлау ғәҙәте ингән. Тик “Ҡулла­ныу­сыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһын­да”ғы закондың быға үҙ ҡарашы бар. Уның 18-се статьяһына ярашлы, һатып алыусының касса йәки тауар чегы бул­маған хәлдә лә, талабы инҡар ителергә тейеш түгел. Тауарҙың хаҡы түләнгәнен иҫбатлаған ҡағыҙ табылмаһа, закон буйынса, һатып алған мәлегеҙҙең шаһит­тарын саҡырырға мөмкин. Был йәһәттән бөгөн һәр магазинда видео­күҙәтеү тор­ғанын да иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Уның яҙмаһы шулай уҡ һеҙҙең өсөн шаһит. Бындай осраҡта һатыусы, яуаплы ойошма, шәхси эшҡыуар, импортер етеш­һеҙлеге табылған тауарҙы ҡабул итергә һәм, кәрәк булһа, уның сифатын тикше­рергә бурыслы. Һатып алыусының шулай уҡ экспертиза барышын күҙәтергә хоҡуғы бар. Әммә тауарҙың боҙолоуында һатып алыусының ғәйепле икәне асыҡланһа, тикшереүгә киткән сығымды уның үҙенә ҡапларға тура киләсәк.
Әгәр инде һатыусы, талабығыҙға ҡолаҡ һалмай, чек һорауын дауам итһә, ошо хоҡуҡтарға һылтанырға мөмкин. Эште судҡа ебәрһәгеҙ ҙә һеҙ отасаҡһығыҙ. Унан тыш әхлаҡи зыян күреүегеҙ ҙә аҡсалата ҡапланыр. Күп осраҡта һатыу­сылар үҙ хоҡуҡтарын белгән кеше менән әрһеҙләшеп бармай.
Магазин гарантияһы булмаған тауар өсөн дә яуап бирә. Бының өсөн һатып ал­ғансыға тиклем уның етешһеҙлеге булғанын иҫбатларға кәрәк. Сифатһыҙ тауарҙы кире ҡайтарыу, алмаштырыуҙың ваҡыты һәм тулыраҡ шарттары менән “Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы законда танышырға мөмкин.
Ошондай уҡ хоҡуҡтарҙы медицина өлкәһендә лә файҙаланырға мөмкин. Улар “Граждандарҙың һаулығын һаҡлау тураһындағы Рәсәй ҡануниәтенең ниге­ҙе”ндә әйтелә. Шуларҙың бер нисәүһе:
= Медицина һәм хеҙмәтләндереү персоналы кешелекле, ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтергә тейеш.
= Кеше дауаланыу учреждениеһын, дауалаусы табипты һайлай ала.
= Һәр кемдең дә санитар-гигиена талаптарына тап килгән шарттарҙа тик­шерелергә һәм дауаланырға хоҡуғы бар.
= Башҡа белгестәрҙең консилиум һәм консультация үткәреүен һорарға мөмкин.
= Һәр кешенең дә медицина ҡыҫы­лышы һәм ауырыуы арҡаһында тыуған һыҙланыуҙарҙы мөмкин булған алым һәм ысулдар менән еңеләйтеүгә хоҡуғы бар.
= Медицина ярҙамына мөрәжәғәт итеүҙе, һаулыҡ хәлен, диагнозды һәм тикшеренеүҙең мәғлүмәттәрен сер итеп ҡалдырырға мөмкин (“Табип сере”).
= Медицина ярҙамы алғанда күрел­гән зыянды ҡаплатыу хоҡуғы бар.
Әлбиттә, кешенең медицина өлкәһен­дәге хоҡуҡтары ошо әйтелгәндәр менән генә тамамланмай, улар менән башҡа ҡануниәт акттарында ла танышырға була.
Сит илдәрҙә, мәҫәлән, кеше һәр өлкәлә үҙенең хоҡуғын яҡларға әҙер. Был йәһәттән улар аптырап тормай. Киноларҙа ла бит, ул-был хәл була ҡалһа, актер: “Ана, минең адвокатыма мөрәжәғәт ит”, – тип кенә ҡуя. Әйтерһең, судлашыу – уларҙың яратҡан эше. Береһе лә “Ниңә ялыу яғырға?”, “Барыбер файҙаһы бул­маясаҡ”, “Әй, мин оло кеше, кемгә кәрәк­мен инде?” тип әйтмәй.
Был, әлбиттә, хоҡуҡ мәҙәниәтенә бәй­ле. Беҙҙә иһә ул үҫешеп етмәгән. Бел­гестәр әйтеүенсә, шунлыҡтан халыҡ төрлө хәлдәргә, үҙенә лә ҡул һелтәп ҡарай. Был осраҡта кеше, үҙ хоҡуғын белгән хәлдә лә, төрлө сәбәбен табып, уны яҡлауҙан тыйылып ҡала.
Психотерапевтар белдереүенсә, күптәр үҙ тырышлығын файҙаһыҙ, күп сығымдар талап итер тип, кире хистәргә бирелеүсән. Ә адвокаттар: “Беҙҙәге кеше, ярҙам һорап килгән хәлдә лә, судҡа барыуҙан баш тарта. Рәсәй кешеһе хоҡуғын яҡлауҙы файҙаһыҙ тип һанай. Ләкин ҡыл да ҡыбырлатмай ултырыуҙан һөҙөмтә бул­мая­сағын башына ла индермәй. Күп осраҡта шулай уҡ “Мин ябай кеше, минең менән һанлашыу түгел, һөйләшеп тә тормаясаҡтар” тигән фекерҙәр ишетелә. Ләкин улар Конституцияла яҙылған хоҡуҡтарҙы ла уҡып ҡарамаған. Күптәр “Илебеҙҙә йүнле закондар юҡ, булғаны ла үтәлмәй” тип хаталана. Ә халыҡтың байтағы башҡа кешенең фекеренән ҡурҡа, бәхәстән ары тороусан. Эйе, суд эштәре бәхәстә ҡорола. Ләкин башҡа берәү һинең хоҡуғыңды боҙғанда бер ҙә кешеләрҙең фекеренән ҡурҡып тормай. Үкенесле, кешеләрҙең ошондай ғәмһеҙлеге арҡаһында язаһын да алмай ҡала”, – ти.
Белгестәр кешене үҙ хоҡуҡтарын белергә һәм уларҙы яҡларға саҡыра. Әлбиттә, һәр кемдең үҙ мәйеле. Теләйһең икән, ҡыйырһытылып, шым ғына ситтә тороп ҡалаһың йәки тауыш күтәреп, үҙеңде яҡлайһың.


Вернуться назад