Иртәгә — юрист менән кәңәшкә!10.04.2012
Онотманығыҙмы? Алдан белдереүебеҙсә, иртәгә үткәреләсәк тура бәйләнештә юрист Таһир Мансуров менән кәңәшләшә алаһығыҙ. Ул һеҙҙең хоҡуҡи юҫыҡтағы барлыҡ һорауҙарығыҙға яуап бирергә әҙер. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: уның менән аралашыу ике сәғәт дауам итәсәк. Ошоға тиклем һорауығыҙҙы 272-35-20 телефоны аша йәки һорау@mail.ru электрон адресына алдан ебәреп өлгөрһәгеҙ, хәйерлерәк. Тура бәйләнеш көнөндә иһә сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем 272-75-30, 272-05-43 телефондарына шылтыратыу көтәбеҙ. Мөмкинлектән ситтә ҡалмағыҙ!