Битарафлыҡтан килә...04.07.2017
Битарафлыҡтан килә...Ял етһә, баш ҡаланың күңел асыу үҙәктәрендә алма төшөр урын юҡ. Әлбиттә, күпселекте йәштәр, балаларына байрам ойошторорға килгән ата-әсә тәшкил итә. Бәләкәстәрҙең иҫәбе-һаны юҡ – уйнайҙар, төрлө машиналарҙа йөрөйҙәр, батутта һикерәләр, аталар, шыуалар, һүрәт төшөрәләр һәм башҡалар... Күптәр иркенләп магазиндарҙы ҡыҙыра – быны сәғәттәр буйы тормошҡа ашырырға мөмкин, аҡсаң ғына етһен. Әүҙемлек күрһәткәндән һуң, тамаҡ ялғап алыу фарыз – бының өсөн дә йыраҡ йөрөйһө түгел, һәммә төрлө тәғәмханалар аяҡ аҫтында, йәнең теләгән ризыҡты һайлап ал... Тәүге ҡарамаҡҡа шулай кеүек. Әммә, белеүебеҙсә, ундай кафе-ресторандарҙа күпселек осраҡта файҙалы аҙыҡ түгел, ә һаулыҡҡа ифрат ҙур зыян килтергән фастфуд (тиҙ эшләнә торған ризыҡ) тәҡдим итәләр. Бөгөн бөтә донъяла көнүҙәк булған ҙур проблеманың – һимереүҙең — төп сәбәптәренең береһе ул.


Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре үҫмерҙәрҙең тормошон, туҡланыуға мөнәсәбәтен даими тикшереп тора һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көйөндөрөрлөк һығымталар яһай. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы йылдарҙа Европа илдәрендә һимереүгә дусар үҫмерҙәрҙең һаны артҡандан-арта бара, был проблема йәшлек осорона ла күсә. Мәҫәлән, Европала йәшәгән һәр ун үҫмерҙең икәүһе артыҡ тән ауырлығынан яфалана, уларҙың күпселеге – малайҙар. Был туҡланыу рационында шәрбәтле аҙыҡтың һәм эсемлектәрҙең күплегенән килә, ти белгестәр. Шул уҡ ваҡытта емеш-еләк, йәшелсә кеүек файҙалы ризыҡты үҫмерҙәр мөрхәтһенмәй, өҫтәүенә уларға хәрәкәт етмәй, йоҡолары ла туймай.
Рәсәйгә килгәндә, беҙҙең күрһәткестәр – урталыҡта, әммә элекке Советтар Союзы республикалары менән сағыштырғанда, илебеҙ 11, 13, 15 йәшлектәр араһында һимереү менән яфаланғандарҙың һаны буйынса беренсе урында. Ҡыҙҙарҙың – 13, малайҙарҙың 26 процентында артыҡ тән ауырлығы проблемаһы бар. Был мәсьәлә бигерәк тә 11 йәшлек малайҙарға хас – уларҙың 30 процентында һимереү күҙәтелә.
Һимереү һәм артыҡ тән ауырлығы инфекциялы булмаған ауыр сирҙәргә килтереүе ихтимал. Был иҫәпкә диабет, яман шеш, үпкә сирҙәре, быума, йөрәк-ҡан тамыр­ҙары ауырыуҙары инә. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә инфекциялы булмаған сирҙәрҙең һәм уға бәйле үлем осраҡтарының һанын кәметеүгә, уртаса ғүмер оҙонлоғон арттырыуға, алкоголь һәм тәмәке ҡулланыуҙы кәметеүгә өлгәшкәндәр – был да киләсәккә ниндәйҙер кимәлдә өмөт бирә.
Әммә был ҡул ҡаушырып ултырырға ярай тигәнде аңлатмай, сөнки һимереү Рәсәйҙә һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙә халыҡтың һаулығына янаған иң киҫкен проблемаларҙың береһе булып ҡала. Табиптар саң ҡаға – донъяла физик әүҙемлекте арттыра торған саралар күреү, халыҡ араһында сәләмәт тормошто, сифатлы туҡланыуҙы пропагандалау фарыз, юҡһа Ерҙең киләсәге – сирлеләр ҡулында.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тикшереүселәре бел­дереүенсә, үҫмерҙәрҙең төп дошманы – шәрбәтле эсемлектәр, тәм-том, он изделиелары һәм ярымфабрикаттар. Эш шунда: балалар, телевидение, Интернет селтәре, реклама плакаттары һәм мага­зиндарҙағы сағыу иғландарға ҡарап, инстинктив рәүештә ниндәйҙер яңылыҡты тәмләп ҡарарға теләй, матур ҡапты тиҙерәк асып, аҙыҡты ауыҙға оҙатырға, “химик” тәмдән ләззәт алырға ашҡына.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был эсем­лектәрҙә һәм тәм-томдарҙа хими­каттарҙан, зарарлы углеводтарҙан, тәм өҫтәгестәрҙән һәм буяуҙан башҡа бер нәмә лә юҡ. Мәҫәлән, үҫмерҙәр яратып эскән кока-коланың бер банкаһында 40 грамм шәкәр бар, был көндәлек норманан ике тапҡырға күберәк.
Шәрбәтле эсемлектәрҙе йыш эсеү өйрәнеүгә килтерә, был үҙ сиратында организмда май ҡатламы хасил итә, киләсәктә һимереү проблемаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Унан сиратта – диабет, ашҡаҙан, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре...
Һаулыҡ һаҡлау принциптарынан сығып, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре составында шәкәр күп булған эсемлектәрҙең рекламаһын сикләүҙе йәки бөтөнләй бөтөрөүҙе талап итә. Был үҙ сиратында үҫмерҙәр араһында һимереү проблемаһын кәметергә ярҙамла­шасаҡ, ти улар. Бәғзе табиптар иһә, туҡланыу сифатын яҡшыртыу һәм үҫмерҙәрҙең физик әүҙемлеген арттырыу йәһәтенән донъяла радикаль сәйәси ҡарарҙар талап ителә, тип белдерә. Һис шикһеҙ, сәләмәт йәш быуын илдең имен киләсәген тәьмин итә.
Һимереүгә килтергән тағы бер сәбәп – йоҡо туймау. Табиптар белдереүенсә, организм тулыһынса ял итмәһә, был да май йыйылыуға, һимереүгә килтерә. Быны иҫкәртеү өсөн тәүлегенә яҡынса 8-9 сәғәт йоҡларға кәрәк.
Халыҡтың дөйөм һимереүе менән көрәшеүҙең ябай, әммә һөҙөмтәле юлдары шул: спортты, дөрөҫ туҡланыуҙы, сәләмәт тормошто пропагандалау. Был эш дәүләт кимәлендә лә, ғаиләлә лә, мәғариф учреждениеларында ла, йәмәғәт төркөмдәрендә лә алып барылырға тейеш. Миҫал өсөн, бәғзе илдәрҙең мәктәптәрендә әүҙем тәнәфестәр үткәрелә: балалар уйындар уйнай, урамда йөрөп инә, физик күнекмәләр яһай. Был организмға ифрат яҡшы йоғонто яһай, ҡан әйләнешен яҡшырта, дәрт өҫтәй һәм, калорийҙарҙы яндырып, һаулыҡҡа ла файҙа килтерә. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә физкультура дәрестәренең һаны арттырылғаны, мәктәптәрҙең һаулыҡ һаҡлау учреждениелары менән хеҙмәттәшлек иткәне, йыл һайын диспансерлаштырыу ойош­торолғаны билдәле. Был да бик яҡшы.
Көн дә технологик яңылыҡтар барлыҡҡа килгән алдынғы осорҙа йәшәйбеҙ: Интернет селтәре үҫмерҙәрҙең төп аралашыу, күңел асыу урынына әүерелеп бара, шәхестең ғәҙәттәре, ҡыҙыҡ­һы­ныуҙары, ихтыяждары форма­лашыуға ифрат ҙур йоғонто яһай.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, йәштәрҙең 60 проценты ваҡытын компьютер йәки гаджет артында уҙғара. Шуға күрә был ресурсты файҙаға тотоноу фарыз: мәҫәлән, шул уҡ социаль селтәрҙәр, уйындар, ҡушымталар ярҙамында сәләмәт тормошто, дөрөҫ туҡла­ныуҙы пропагандаларға мөмкин. Иң мөһиме – йәштәрҙең күңеленә мәғлүмәтте еткереү, һаулыҡтың ни тиклем мөһим икәнлеген аңлатыу.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә бихисап мөһим реформа тормошҡа ашырылды: алкоголде, тәмәкене рекламалау тыйылды, шулай уҡ тартыу урындарын сикләү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Әммә һығымта яһарға иртәрәк, халыҡтың һаулығын һаҡлау проблемаһы киҫкен булып ҡала. Шуныһы аңлашылмай: төрлө технологиялар алға киткән, кешеләрҙең аң кимәле күпкә юғары булған заманда йәшәйбеҙ тип маҡтанырға яратабыҙ, ә үҙ һаулығыбыҙҙы һаҡлау өсөн иң ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә лә хәлебеҙҙән килмәй, битарафбыҙ...




Вернуться назад