Сама белегеҙ04.07.2017
Сама белегеҙҠояш ҡыуандырманы быйыл. Юҡ, быға тиклем дә һалҡын йәйҙәрҙе күргәнебеҙ бар ине, шулай ҙа... Кешене өмөт йәшәтә: бөгөн булмаһа, иртәгә барыбер бар донъяны яҡты нурға ҡойондороп, күңелдәрҙе йылытып, ҡояш сығыр, ысын йәй башланыр, моғайын...

Ә бәғзеләр, юғалған йәйҙе эҙләп, йылы яҡтарға, диңгеҙ буйына китә. Бына ҡайҙа ул рәхәтлек, һиллек! Әммә ҡояш, ни тиклем генә көтөп алынмаһын, үҙе менән һаҡ булғанды талап итә: уның нурҙары, саманан артып китһә, тәнде яндырыуы, ул ғына түгел, ҡурҡыныс сирҙәргә дусар итеүе ихтимал.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡояшта оҙаҡ ҡыҙыныу меланома һәм тән тиреһенең башҡа яман шештәренең төп сәбәпсеһе булып тора. Бының сере ябай: ультрафиолет нурҙар туранан-тура ДНК молекулаларын боҙа йә, тән тиреһе молекулалары менән үҙ-ара тәьҫир­гә инеп, уларҙың бер өлөшөн канцерогенға әүерелдерә.
Рәсәйҙә йыл һайын уртаса меланома менән сирләүҙең 9000 яңы осрағын теркәйҙәр (донъяла был һан яҡынса 232 300-гә тиң). Был — киң таралған яман шеш сире, ул тиҙ үҫешә һәм метастаза бирә. Ауырыуҙарҙың 40 проценты самаһын, диагноз һуң ҡуйылыу сәбәпле, ҡотҡарып булмай, ә сир иртә асыҡланған осраҡта уны еңеп сығыу ихтималлығы 90 процентҡа тиң.
Ғалимдар меланоманың айырыуса ауыр төрҙәрендә теркәлгән 16 генда мутацияларҙың ниндәй төрҙәре йышыраҡ осрай икән­леген асыҡларға ниәтләгән. Бының өсөн улар Рәсәйҙә һәм яҡындағы сит илдәрҙә йәшәгән 1500 кешенең ДНК структураһын өйрәнгән.
Тикшереүселәрҙе бигерәк тә PIGU һәм CDK10 гендары ҡыҙыҡһындырған, сөнки тап уларҙың мутацияһы кеше организмында меланома барлыҡҡа килеү ихтималлығын ике тапҡырға арттыра. Баҡһаң, ошондай үҙгәрештәр рәсәйҙәрҙең организмында йыш осрай. Мәҫәлән, CDK10 генында мутациялар тест үткәрелгән кешеләрҙең 11 процентында, PIGU генында үҙгә­рештәр өс процентында асыҡ­ланған. Унан тыш, ғалимдар, илебеҙҙәге халыҡтың 1,5 проценты — 10-сы хромосомалағы мутацияны йөрөтөүселәр, тип инандыра, үҙ сиратында был да тирелә яман шеш хасил итеүе ихтимал.
Шуға күрә белгестәрҙең һүҙ­ҙәренә ҡолаҡ һалырға, ҡояштан һаҡланырға кәңәш итәбеҙ. Мәҫәлән, һыу инергә барғанда мотлаҡ зонт һәм крем алырға онотмағыҙ. Ҡояш нурҙарынан һаҡлаусы косметик саралар составында ультрафиолетты тот­ҡар­лаусы авобензон, оксибензон, мексорил, шулай уҡ титан оксиды һәм цинк булырға тейеш. Әлбиттә, ҡояш ныҡ ҡыҙҙырған ваҡытта ышыҡта ҡалырға, һаҡлаусы кремды тәндең барлыҡ асыҡ өлөш­тәренә һөртөргә кәңәш ителә.
Унан һуң тәндәге төрлө пигмент таптары, йәғни миңдәр, папилломалар ҙа ҙур проблема сығанағы булыуы ихтимал. Белгестәр уларҙы яралауҙан һаҡланырға, шулай уҡ торошон даими күҙәтеп торорға саҡыра. Әгәр ҙә миңдең формаһы ассиметрик булһа, ҙурая барып алты миллиметрҙан артһа, төрлө төҫкә инһә, табипҡа барыу фарыз – һуң булғансы, шиктәрҙе ваҡытында таратып ҡуйығыҙ.




Вернуться назад