Изге йола тергеҙеләсәк10.04.2012
Хәйриә кисәләрен ойоштороу йолаһы Өфөлә өс йөҙҙән ашыу йыл элек барлыҡҡа килгән. Заманалар үҙгәрә торғас, матур сара онотолоп ҡалған. Уны тергеҙергә йөрьәт итеүселәр, ниһайәт, табылды.
"Мәрхәмәт" һәм "Тормош һыҙаты" ("Линия жизни") хәйриә фондтары балаларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләрҙе 19 апрелдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында хәйриә кисәһендә көтә.
— Билет һатыуҙан килгән аҡса Саҡмағош районының Яңы Балтас ауылында йәшәүсе 11 айлыҡ Азалина Ғаязова менән Бөрө ҡалаһы ҡыҙы Злата Ғәзизованың йөрәгенә операция яһау өсөн ҡиммәтле ҡорамал алыуға йүнәлтеләсәк. Барлығы 345 мең һум талап ителә, — тине "Мәрхәмәт" фонды президенты Айгөл Гәрәева.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара "Шаляпин кисәләре" стилендә уҙасаҡ. Унда Дәүләт академия Ҙур театры солисы Вадим Лынковский менән З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Әлиә Әхмәҙиева джаз һәм классик йырҙар башҡарасаҡ. Рәсәй шоу-бизнесы "йондоҙ"ҙарының береһе аукцион үткәрәсәк, ҡунаҡтың исеме әлегә сер итеп һаҡлана. Кисәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ илдә беренселәрҙән булып "Хәйриә тарихы" тигән күргәҙмәне ҡарай һәм рекордтар китабы призын яулаған Өфө ашнаҡсыһы әҙерләгән милли аш-һыуынан ауыҙ итә аласаҡ.
Билет алыр өсөн 276-47-00 телефонына шылтыратырға кәрәк.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад