Яңы көн менән бер шәхси хужалыҡта ғына ла әллә күпме мәшәҡәт тыуа. Ә инде илленән ашыу күп фатирлы йорт урынлашҡан биҫтәләге мәшәҡәттәрҙе һанап та бөтөрлөк түгел. Әммә “Жилищник” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре бөтәһенә лә өлгөрә. Әйткәндәй, ул – баш ҡалала иң ҙур торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиеларының береһе. Һандар теле менән әйтһәк, йәмғиәт 6168 фатир менән бер рәттән 140 мең квадрат метр майҙандағы газондарҙы, асфальт юлдарҙы хеҙмәтләндерә. Был биҫтәлә йәшәүселәр предприятие хеҙмәткәрҙәренең иртә таңдан йорттар алдын тап-таҙа итеп йыйыштырыуына, һәр шәмбелә санитар өмәләр үткәреүенә күнеккән. Уңғандарға күңелдә үҙенән-үҙе рәхмәт хисе тыуа. Коллектив, ағымдағы йылдың үҙенсәлегенән сығып, айырыуса тырышып эшләй. Әйләнә-тирә мөхиттең сафлығы һәм экологик именлек һәр ишек алдынан, ихатанан башлана бит.
Мәғлүм булыуынса, 20 марттан 10 июнгә ҡәҙәр санитар айлыҡ уҙҙы. Был осорҙа дөйөм ҡала өмәләре ойошторолдо. Әлеге сараларҙа ”Жилищник” йәмғиәте әүҙемлеге менән айырылып торҙо. Санитар таҙартыу менән бер рәттән, балалар майҙансыҡтарын (ә улар тиҫтәнән ашыу) ремонтланылар, йорт араларындағы һәм ял итеү урындарындағы 200-гә яҡын эскәмйәне буяп матурланылар, газондарға сәскә ултырттылар. Хеҙмәтенән ҡәнәғәт предприятие хеҙмәткәрҙәре. Әммә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, элегерәк торлаҡ хужалары шәмбе өмәләрендә теләп ҡатнаша ине. Һуңғы осорҙа иһә күпселек, бигерәк тә йәштәр, ситтән күҙәтеүсе булып ҡала. Ә бит таҙалыҡ бөтәбеҙгә лә кәрәк. Дөрөҫ, был йәһәттән матур үрнәк күрһәтеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Горбатов урамындағы 7-се йорттоң дүртенсе корпусында йәшәүселәрҙән шәмбе өмәләрендә кеше күпләп ҡатнаша. Бында йорт комитеты рәйесе Любовь Петрованың ҙур ойоштороу һәләтен билдәләп үтергә кәрәк. Менделеев урамындағы 112-се йортта йәшәүселәр ҙә өмәләрҙә әүҙемлеге менән айырылып тора. Ундайҙар күберәк булһын ине тигән фекерҙә коммуналь хеҙмәткәрҙәр.
Әле предприятиела эштең иң ҡыҙыу мәле – торлаҡ фондын ҡышҡы осорға әҙерләү бара. Егермегә яҡын күп фатирлы йорттағы торбаларға һынау үткәрелгән дә инде. Һыу һәм йылылыҡ үткәргестәренең, канализацияларҙың төҙөклөгө тикшерелә, яңыртыла. Эш график буйынса бара. Иң мөһиме – айырыуса яуаплы һаналған ҡышҡы осорҙа ҡоролмалар ышаныслы эшләһен тигән маҡсатты тормошҡа ашыра предприятие уңғандары. Август айы башланыуға алдағы йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер буласаҡтар.
Коллективта йөҙгә яҡын кеше эшләй. Уларҙың Һәр ҡайһыһы – үҙ эшенең оҫтаһы. Мастерҙар Азат Рысаев, Әминә Сәйетова, электрик Александр Макаров, иретеп йәбештереүсе Рәшит Рәхимов кеүек бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған булдыҡлы белгестәр – коллективтың таянысы. Һуңғы осорҙа эшкә йәш белгестәрҙең килеүе һөйөнөслө. Мәҫәлән, Элина Ғатауллина техникум тамамлағандан һуң килгән һәм дүрт йыл инде техник булып эшләй. Коллективтың уртаса йәше ҡырҡтан уҙмай. Был үҙен аҡлай, сөнки хеҙмәтләндереүсе компаниялар заманса яңы шарттарҙа эшләй. Өҫтәүенә торлаҡ хужалары уларҙы үҙҙәре һайларға хоҡуҡлы. Мәҫәлән, Менделеев урамындағы 114-се, 118-се һәм Степан Кувыкин урамындағы 11/2-се йортта йәшәүселәр, әлегәсә үҙҙәрен хезмәтләндергән компанияның эшенән ҡәнәғәт булмайынса, “Жилищник”ка күсергә ҡарар иткән. Был инде үҙе үк коллективтың эшмәкәрлегенә асыҡ баһа бирә.
Коллективҡа ике тиҫтә йылға яҡын Рәсәйҙең атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре Әлфит Фәррәхов етәкселек итә. Әлфит Ғатуп улын биҫтәлә белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Ул, ғәҙәттә, эш урынына юлланғансы, иртәнге сәғәт алты-етелә йәйәүләп бөтә микрорайонды урап сыға, ысын хужаларса бөтәһен дә күҙҙән үткәрә, халыҡ менән аралашырға ла ваҡыт таба. Унан һуң иртәнге эш кәңәшмәһендә бөтәһен дә уртаға һалып һөйләшергә һәм хәл итергә генә ҡала.
– Әлфит Ғатуп улы – үтә тынғыһыҙ, уңған һәм тырыш етәксе. Уның бай хеҙмәт тәжрибәһе эштәге иң ҡатмарлы проблемаларға ла дөрөҫ сиселеш табырға мөмкинлек бирә, – тип һөйләй хеҙмәттәштәре.
Етәксенең ошондай күркәм һыҙаттары коллективтың эшмәкәрлегендә ыңғай сағылыш таба. Бында һәр кем эштәренән халыҡ ҡәнәғәт булһын тип тырыша. “Жилищник” хеҙмәткәрҙәре һөнәри бәйгеләрҙә лә, спорт ярыштарында ла алдынғы булырға ынтыла. Уларҙың сәмле хеҙмәте баш ҡалалағы иң ҙур бер биҫтә халҡының йәшәйешен күркәмләй һәм уңайлы итә.