Юл сатында…04.07.2017
Һуңғы ҡыңғырау сыңланы, Берҙәм дәүләт имтихандары артта ҡалды, һәм мәктәп тамамлаусылар алдына уҡырға ҡайҙа барырға, тигән һорау килеп баҫты.


Тикшереүҙәр шуны күрһәтә: мәктәп тамамлаусыларҙың 50 про­центы үҙҙәренең буласаҡ һөнәрен күҙ алдына ла килтер­мәйенсә, осраҡлы кешеләр йоғон­тоһона бирелеп һайлай. Әммә үҫмерҙәрҙең бик әҙҙәре генә үҙҙәрен был осраҡлы һайлаған профессияһы менән бәйләй, йәғни ғүмерлек төп шөғөлө итә. Үҫмер­ҙәр генә түгел, ә уларҙың ата-әсәләре лә төбәгебеҙ иҡтиса­ды­ның тап эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ кисереүен аңларға теләмәй.
Эш биреүселәр талаптарына һәм эшкә яллау хаҡындағы иғ­ландарға ярашлы, бөгөнгө көндә уғата кәрәкле иретеп йәбеш­тереүсе, ташсы, водитель, тракторсы, ашнаҡсы һөнәрҙәре ҙур һорау менән файҙалана. Ә тап ошо профессияларҙы тыуған йортоңдан ситкә китмәйенсә лә алыу мөмкинлеге бар.
Эшселәргә эш урыны табыуы еңел булыуы сер түгел. Физик көс талап иткән һөнәрҙәр пред­приятиеларҙа ҙур һорау менән файҙалана. Әлбиттә, эшсе һөнәр­ҙәре еңелдән түгел, шуға ла хеҙмәткә лә тейешенсә түләнә.
Әлбиттә, юғары белем алыу өсөн тырышырға кәрәк, әммә башта эшсе һөнәрен һайлап, уны үҙләштереп, нескәлектәренә тө­шөн­гәс, артабан уҡыуҙы дауам итергә лә мөмкин. Практик күнек­мәләрҙең йыш ҡына карьера үҫешенә һәйбәт башланғыс булыуы билдәле. Шуға ла произ­водст­вола етәксе вазифаһын элек ябай эшсе булған кешеләр биләй. Һөнәри оҫталыҡ һәм һәйбәт күнекмәләр карьера баҫҡысы үҫешенә ярҙам итә лә инде.
Юғары уҡыу йортонда уҡырҙай белеме, барымы булған үҫмер­ҙәрҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен аңларға була. Әммә ашнаҡсы, төҙөүсе, тракторсы һөнәрҙәренә уҡытыу өсөн балаларын ҡалаға ебәргән ата-әсәләр нимә уйлай икән? Ә бит был профессияларға йәшәгән урынынан йыраҡҡа кит­мәйенсә, үҙ тө­бәктәрендәге һөнәр­селек учили­ще­һында ла уҡыу мөмкинлеге бар. Сығары­лыш уҡыусылары менән әңгәмә­ләш­кәндә, ҡайһы­ларының тап ошо һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә теләүе асыҡлана, әммә ни өсөн­дөр мотлаҡ ҡалала. Аҙаҡ күптәре уҡыуын тамамламай, ҡайтып китергә мәжбүр була, сөнки ауылдан әле генә ата-әсәһе ҡанаты аҫтынан сыҡҡан йәш кешегә сит ҡалаға өйрәнеп китеүе еңелдән түгел.
Үҫмерҙәрҙе, әлбиттә, ҡала үҙенә нығыраҡ ылыҡтыра. Улар­ҙың тиҙерәк өлкәнәйгеһе, үҙ- аллы, ирекле булғыһы килә. Ата-әсәләргә шуны аңларға кәрәктер: үҫмерҙәрҙең ҡайһылары нығын­маған, ҙур, шау-шыулы ҡала тормошона әҙер түгел.
Күптәребеҙ ауыл хужалығы төбәктәрендә йәшәгәнлектән, төп һөнәр тракторсы булып тора. Ра­йон хужалыҡтарында эшләгән тракторсы, комбайнсылар иң изге эш – икмәк үҫтереү менән шөғөл­ләнә. Был һөнәргә уҡып сығыу­сылар тракторҙа ғына эшләп ҡалмай, шулай уҡ башҡа төр ауыл хужа­лығы машиналары һәм ҡора­малдары менән дә бик оҫта эш итә. Ауыл хужалығы эшмә­кәрлеге тап ошондай белгестәргә күҙ терәп тора ла инде. Тракторсы ерҙе һөрөүҙән, сәсеүҙән алып уңышты йыйып алғанға тиклемге барлыҡ эштәрҙе башҡара.
Колледжды тамамлап, ауыл хужалығы предприятиеларында ғына түгел, ә төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә лә эш табырға мөмкин. Автопаркында тракторы булған һәр ойошмала бындай белгестәргә һорау ҙур һәм эшкә ҡуш ҡуллап ҡабул итәләр.
Тракторсы һөнәренә уҡыу егеттәргә техниканың айышына яҡшыраҡ төшөнөргә мөмкинлек бирә. Уларға алған күнекмәләре, белемдәре һәм оҫталыҡтарының бигерәк тә Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына баҫҡас кәрәге тейә.
Шулай уҡ төҙөүсе һөнәре лә киң танылғандарҙан һанала һәм уны киләсәк һөнәре тип әйтергә мөмкин.
Әгәр ҙә һеҙ эшһөйәр, ҡыҙыҡ­һыныусан, аш-һыу әҙерләргә, бешеренергә яратаһығыҙ икән – һеҙгә ашнаҡсы, кондитер һөнәрен һайларға кәрәк.
Кулинария – ул үҙе бер сәнғәт, унда башкөллө “сумырға” мөмкин.
Абитуриенттарға теләгебеҙ шул: лайыҡлы һәм уңышлы эш урыны табыу өсөн ғүмерлек һө­нәрҙе дөрөҫ һайлағыҙ. Һеҙгә уҡыу һәм эшләү өсөн бөтөн мөмкинлек бар, ошонан файҙаланырға тырышығыҙ.


Вернуться назад