Күсле ил – көслө ил04.07.2017
Күсле ил – көслө илИлдәге тыуым һәм үлем күрһәткестәре, халыҡ һанының артыуы йәки кәмеүе – көн ҡаҙағындағы хәл ителәһе мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Был һорау киң мәғлүмәт саралары иғтибарынан да ситтә ҡалмай. Яңыраҡ Баш­информ мәғлүмәт агентлығында уның етәксеһе Борис Мелкоедов, Өфө дәүләт авиация техник университетының социология һәм социаль технологиялар кафедраһы мөдире Рауил Нәсибуллин, республиканың Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығынан Галина Малофеева, Стратегик эҙләнеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәрҙәре Башҡорт дәүләт университеты доценты Наталья Лав­рентюк һәм Наилә Шәмсетдинова, гәзит-журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, журналистар менән берлектә ошо мәсьәләләргә ҡағылышлы “түңәрәк өҫтәл” үтте.


Әңгәмәлә ҡатнашыусылар социаль эҙләнеүҙәрҙең мөһимлеге, демографияны яҡшыртыу буйынса үткәрелгән саралар, киләһе ун йылға республикала демограф күҙаллауҙар һөҙөмтәләре, республикалағы демографик шарттарҙы яҡшыртыу, иҡтисади үҫештә ғаилә потенциалын ҡулланыу һәм бының өсөн уңайлы шарттар булдырыу кеүек һорауҙар буйынса фекер алышты, тәҡдимдәрен индерҙе.
Рауил Нәсибуллиндың әй­теүенсә, бөгөн ҡалалағы тыуым ауылға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ. Шуға ла төп иғтибарҙы бәләкәй ауылдарға ла йүнәлтергә, был хәлдең сәбәптәрен асыҡларға кәрәк. Үҙгәртеп ҡороу заманында тыуған аҙ һанлы балалар үҙҙәре ғаилә ҡороу алдында, тимәк, тыуым күрһәткестәре шаҡтай түбән буласаҡ. Халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, мәҫәлән, әсәлек капиталын бер тапҡыр түгел, бүлеп, ай һайын түләп барыу, ғаиләнең йәшәү шарттары үҙгәреүгә, демографик хәлгә ыңғай йоғонто яһар ине.
Был юҫыҡта республикала төрлө саралар күрелә лә инде. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙ сығыштарының береһендә ғаилә институтын булдырыу тураһында әйтеп үткәйне. Ошо йүнәлештә республикала төрлө эштәр башланған. Социаль һорау алыу һөҙөмтәләре нигеҙендә дәүләт ғаилә сәйәсәтенең моделе, координацион совет булды­рылған. Ғаилә һәм никах мәсьә­ләләре буйынса йәштәр менән даими эш алып барыу ҙа һөҙөмтәләр бирер, моғайын.
Республикалағы демографик хәл дөйөм ил торошондағы тен­денцияларға бәйле. Хеҙмәт йәше­нән оло булған кешеләрҙең һаны артыуы һәм хеҙмәт йәшендәге­ләрҙең кәмеүе күҙәтелә, үлем кимәле лә бик юғары. Илдәге демографик хәл, тыуым һәм үлем кимәле, республика халҡының йәшәү рәүеше, миграция – былар барыһы ла үҙ-ара бәйле мәсьәлә­ләр. Уларҙы хәл итеү өсөн дәүләт тарафынан, һәр кешенең үҙенән юғары иғтибар талап ителә. Үҙ­гәреп торған һәм уға тәьҫир иткән факторҙарҙы аныҡ билдәләп, тейешле шарттар булдырыу мәсьәләне ыңғай хәл итергә ярҙам итәсәк, тип фекерҙәре менән бүлеште Нәилә Шәмсетдинова.




Вернуться назад