2 июль төнөндә Татарстандың Зәй районында автобус менән йөк машинаһы бәрелешеү һөҙөмтәһендә 14 кеше, шул иҫәптән бер йәшлек сабый һәләк булды, тағы ла 15 кеше яраланды.Тәфтиш органдары фажиғәлә ғәйеплеләрҙе асыҡлай. Әлегә өс версия бар. Тәүгеһе буйынса, Һамарҙан Ижевскиға барған автобус водителе ауыр йөк машинаһын һөйрәп әкрен генә барған КамАЗ-ды уҙып китергә теләгән. Әммә автобусҡа идараны юғалтып, КамАЗ-ға бәрелгән. Һөҙөмтәлә уныһы кюветҡа осҡан, ә автобус ҡабырғаһына ятып, бер нисә метр шыуып барған.
Шулай уҡ автобустың водителе рулдә йоҡлап киткән тигән фараз да бар. Әле пассажирҙар ташыу буйынса хеҙмәт күрһәткән ойошма етәксеһе ҡулға алынған. Ул хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәүҙә ғәйепләнә. Автобус водителе лә нормаларҙы тупаҫ боҙған. Иҫән ҡалған пассажирҙар әйтеүенсә, ул туҡтап, юл буйында ҡул күтәреп торған кешеләрҙе ултыртҡан. Ә был ҡәтғи тыйыла.
Өсөнсө версия буйынса, ҡаршы килгән машинаның яҡтылығы автобус водителенең күҙен сағылдырған, ул идараны юғалтҡан. Түңкәрелгән автобустың яғыулыҡ багы шартлаған, һөҙөмтәлә күп кешенең ғүмере өҙөлгән. Юл һәләкәтенә осраған водителдең өсәүһе лә (автобуста шулай уҡ рулдәгеһенең алмашсыһы ла булған) дауаханаға оҙатылған. Уларҙың икәүһе – КамАЗ менән автобустыҡы – ҡулға алынасаҡ.
Татарстанда матәм көнө иғлан ителде. Байрамдар, һабантуйҙар булмаясаҡ. “Ленинград” төркөмө 2 июлдә буласаҡ юбилей концертын кисектерергә ҡарар итте.
Сит ҡайғы булмай. Был ҡот осҡос фажиғә барыбыҙҙы ла тетрәтте. Ғәзиздәрен юғалтҡан кешеләргә Аллаһ Тәғәлә сабырлыҡ, мәрхүмдәргә йән тыныслығы бирһен.