Өфө районында ер һөрөү буйынса VI Рәсәй асыҡ чемпионаты үтте
Бындай мәртәбәле сара Башҡортостанда тәүге тапҡыр ойошторолдо. Ярышҡа Рәсәйҙең утыҙ төбәгенән 46 тәжрибәле механизатор килгән. Республикабыҙ командаһында биш кеше — Әлиә Яҡупова, Гөлназ Яҡупова, Гөлиә Иҫәндәүләтова,
Илдар Ишекәев, Римир Ғиззәтуллин – көс һынашты.Тантананы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов асып, ҡатнашыусыларҙы ҡотланы, республикабыҙҙың тормошо менән таныштырҙы.
— Бындай чемпионат үткәреү – беҙҙең өсөн оло мәртәбә, – тине ул. – Башҡортостан – илдә үҫешкән аграр төбәктәрҙең береһе. Аграр технологияларҙың алға барыуы – ауыл хужалығының киләсәге. Чемпионат агросәнәғәт комплексының сәскә атыуына бер аҙым буласаҡ.
“Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директорының беренсе урынбаҫары Людмила Приданова, Ирландиянан Бөтә донъя ер һөрөү ойошмаһының генераль секретары Анна Мария Мак Хью, Европа ер һөрөү федерацияһы генераль секретары Март Баккер ихлас теләктәрен еткерҙе.
Бына түҙемһеҙләнеп көткән минуттар һуҡты. Конкурсанттар үҙҙәренең оҫталығын күрһәтеү өсөн алға ынтылды. Барыһының да тракторы, һабаны бер иш булыу шарт ине. Ә талапсан судья уларҙың һәр эшен ентекле күҙәтте. Һөрөлгән ер тигеҙме, тәрәнлеге күпме?
Ике көн барған чемпионат төрлө фәһемле сараларға бай булды. Был ярыштың маҡсаты бөгөнгө көндә бигерәк тә көнүҙәк: ауыл хужалығы эшсәндәре алдында сит илдән һатып алынған аҙыҡтарҙы сикләп, үҙебеҙҙекен күпләп етештереү хаҡында етди талап ҡуйыла. Әлбиттә, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү өсөн заманса технологияларҙың үҫеше, белемле йәштәрҙең тармаҡҡа күпләп йәлеп ителеүе мөһим. Тап шуға ла чемпионатта ҡатнашҡан йәштәр, белгестәр, етәкселәр яңы техника төрҙәре менән танышты, үҙ-ара фекер алышты, сығыштар тыңланы.
Ауыл хужалығында һәр йүнәлеш бер-береһе менән бәйле. “Йәнле ферма” павильонында Ауырғазы, Дүртөйлө, Өфө райондарының алдынғы хужалыҡтарындағы тоҡомло малдар менән танышырға мөмкин ине. Республика предприятиеларында етештерелгән экологик йәһәттән таҙа аҙыҡтар ҙа ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.
Ике көн буйы барған көсөргәнешле ярыш ахырына яҡынлашты. Шулай итеп, чемпионаттың иң таһыллы ер һөрөүсеһе булып Рязань өлкәһенән Андрей Шаль танылды. Ул УАЗ “Пикап” автомобиле менән бүләкләнде. Пьедесталдың икенсе баҫҡысына — Удмурт Республикаһынан Вадим Зарецких, өсөнсөгә Ленинград өлкәһенән Александр Дерюгин күтәрелде.
Шулай уҡ махсус номинацияларҙа ла иң шәптәр билдәләнде. Республикабыҙҙан Илдар Ишекәев “Еңеүгә ихтыяр көсө өсөн” призына лайыҡ булды. Мәләүез районындағы ялан батырының исеме республикала ғына түгел, Рәсәй киңлектәрендә лә билдәле. Был чемпионатта алтынсы йыл рәттән ҡатнашҡан тракторсы судьяларҙың, конкурста ҡатнашыусыларҙың иғтибар үҙәгендә булды. Тверь өлкәһенән Владимир Зуев “Иң йәш ҡатнашыусы” булараҡ юғары баһаға өлгәште. Ә бына республикабыҙҙан Әлиә Яҡупованы “Һабан королеваһы” тип ҙурланылар.
Әйткәндәй, Әлиәнең исеме лә һабансылар ярышында ҡатнашыусыларға яҡшы таныш. Илеш районының Юғары Манһыр ауылында үҫкән һылыу бөгөн Башҡорт дәүләт аграр университетында белем ала. Ниндәй факультетты һайлаған бит әле – Ауыл хужалығын механикалаштырыу! Төркөмдә – ике бөртөк ҡыҙ. Сая яҡташыбыҙ, былтырғы бәйгелә лә Рәсәйҙә ер һөрөү буйынса конкурста ҡатнашҡан иң беренсе гүзәл зат булараҡ, “Трактор-шоу” тигән ярышта ҡатмарлы һынау шарттарын теүәл үтәп, судьяларҙы һоҡландырған. Әлбиттә, Әлиәнең трактор һынлы тракторҙы “йүгәнләүе” тиккә түгел. Атаһы колхозда эшләгәнлектән, ҡыҙыҡай бәләкәйҙән тимер-томор араһында үҫә. Автомобилдә кескәйҙән елдерергә әүәҫ. Шулай уҡ техниканы йүнәтеү ҙә оҡшай уға. Тап шундай тәүәккәл заттар бураҙна ҡуйынына бәрәкәтле орлоҡтар һалып, илебеҙҙе түлле итә лә инде.