Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте10.04.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы Балтас район Советы секретары Әкбәров Рәсих Фәйзелҡәүи улы, “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мокроусов ауылындағы етештереү базаһы механигы Вахитов Әхтәм Әхсән улы, Ауырғазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәбйәлилова Зинаида Аркадьевна, Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауыл Советы хакимиәте бухгалтеры Ғәзизова Ғәлиә Баҡый ҡыҙы, Йәрмәкәй районы хакимиәтенең архив бүлеге мөдире Ғәтиәтуллина Дилә Мөҙәрис ҡыҙы, Баймаҡ районының “Баймаҡгазспецстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мастеры Кәримов Һаҙый Әбдрәхим улы, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығының ремонт-төҙөлөш участкаһы начальнигы Карпов Федор Павлович, “ИНМАН” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең электр менән иретеп йәбештереүсеһе Киселев Владимир Васильевич, “Башкиравтодор” йәмғиәте филиалы — Белорет юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Левичев Анатолий Валентинович, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Биология институтының микроорганизмдар генетикаһы төркөмө етәксеһе Маркушева Татьяна Вячеславовна, Асҡын район Советы секретары Нәбиуллина Рима Шамил ҡыҙы, “Өфө” халыҡ-ара аэропортының бүлек начальнигы Черепахин Вениамин Гаврилович, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы ярҙамсыһы Шаһиморатов Альберт Нияз улы, Сибай дәүләт филармонияһы директоры Йосопов Вәкил Барый улы, Өфө ҡалаһының Ленин районындағы 91-се гимназияның математика уҡытыусыһы Якрина Фаина Ивановна Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.


Вернуться назад