ӘҘӘБИ ТЕЛ МЕНӘН ДИАЛЕКТ БЕР-БЕРЕҺЕНӘ ДОШМАН БУЛМАҺЫН30.06.2017
“Башҡортостан” гәзитендә ошо йылдың 28 апрель һанында Гөлназ Ҡотоеваның “Башҡорт ҡоролтайҙары кәңәш ҡорҙо” тип аталған мәҡәләһе донъя күргәйне. Унда филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Санъяровтың республиканың төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары өсөн махсус семинар-кәңәшмәлә яһаған сығышы килтерелгән. Ғалимдың ҡайһы бер фекерҙәре беҙҙе уйға һалды.
Дүртөйлө, Илеш, Краснокама, Тәтешле, Яңауыл райондарынан, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларынан, Пермь крайынан килгән вәкилдәр алдында Фәнзил Бүләк улы башҡорт әҙәби теленең формалашыу нигеҙҙәрен барлай, тарихын байҡап сыға. “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары теле ҡыуаҡан һөйләшенән дә, татар теленән дә айырыла, әйҙәгеҙ, ошо тел өсөн генә дәреслектәр сығарайыҡ, ошо диалектта ижад итәйек, тиеү ҙә яңылыш”, – ти ул. Әлбиттә, ғалимдың был фекере дөрөҫ, ул әҙәби телде һаҡлауға йүнәлтелгән. Әммә уйландырырлыҡ урындары ла юҡ түгел. Ошо сығыш нигеҙендә ойошто­ролған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
Роза Хөснуллина. Фәнзил Бүләк улы­ның фекерҙәре менән килешәм. Әҙәби башҡорт теле булырға тейеш инде ул. Төньяҡ-көнбайыш төбәге халҡына ғына ҡыйын инде башҡорт булып та ҡәрҙәш халыҡ исеме менән аталып йөрөүе. Менталитеттары – башҡорт, телдәре икенсе­рәк. Хатта әҙәбисә һөйләшеүселәр ҙә, “с”, “з” өндәрен ишетһә, уларҙы татар иҫәбенә индерә һала.
Регина Камалова. Әҙәби телгә үҙгә­рештәр индерергә, бәлки, тейеш түгелбеҙ­ҙер. Әммә һөйләшкәндә диалект һүҙҙәрен ҡулланырға кәрәк. Инәйем дә (әсәйем): “ҫ өнө менән махсус һөйләшергә тырышам, юғиһә телдән төшөп ҡала барған кеүек. Нәнәйеңдәр “ҫ” менән матур итеп аралашыр ине”, – тигәйне яңыраҡ. Мин дә был өндө ҡулланып һөйләшеп ҡарағайным да, “Улай уҡ ҫыҫылдарға кәрәкмәй, ҫ-ны һиҙелер-һиҙелмәҫ әйтәләр ине”, – тине.
Роза Хөснуллина. Эйе, Дим башҡорт­тарының теле ныҡ матур. Мин Дәүләкәндә “ҫ” өнө менән һөйләшкәндәрен ишетһәм, рәхәт, күңелле булып китә. Тик ул яҡтың йәштәре бик һөйләшмәй бит был диалектта. Ҫыҫылдап һөйләшеүҙе оят һанайҙар. Ә өлкәнерәк апайҙар телендә һөйләш үҙенсәлектәре һаҡланған.
Регина Камалова. Миәкә автобусына ултырһам, “ҫ” менән матур итеп һөйләшеп ҡайтыуҙарын ишетеүе күңелле. Туғыҙынсы майҙа бер апай килгәйне беҙгә. Эй рәхәтләнеп һөйләй. “Ҫауын ҫыйырымды аппарат менән генә ҫауа инем. Ҫеҙнең яҡтағы ҡоҙағыйыма ҫатҡайным, аппараты менән ҫаламын ҫурҙыртып бөткән. Ҫыйырымды үҙем ҫауырға барып йөрөйөм хәҙер”, – ти.
Зөһрә Арсаева. Әҙәби тел булырға тейеш. Ә диалекттарҙы өйҙә, ғаиләлә йәшәтәйек. Беҙҙең балалар Асҡынса ла һөйләшә, Белоретса ла. Ә мәктәптә әҙәби телдә аралашалар.
Регина Камалова. Минең өсөн диалект тигән нәмә бөтөнләй юҡ кеүек. Атайым – Мәсетле башҡорто, инәйем Әлшәйҙән. Бәләкәй саҡтан ике төрлө диалектҡа күнегеп үҫтем. Ниндәйендә һөйләшһәләр ҙә, бер үк башҡорт теле булып ишетелә. Бөтәһе лә аңлашыла.
Гөлнур Ҡасҡынова. Миңә ҡалһа, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының әҙәби телгә үҙгәрештәр индереү тәҡдиме менән сығыш яһауы уларҙың башҡортлоҡтан айырылмаҫҡа тырышыуы менән бәйле. Ошо уҡ фекерҙе 1-2 июндә үткәрелгән “Рәсәй халыҡтары телдәре диалектоло­гияһының көнүҙәк мәсьәләләре” XVII Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһында Ғәйнә башҡорто Альберт Мәхмүдовтан да ишеттек.
Пермь крайында фольклор экспедиция­һында булғанда Барҙа районы Түбән ауылы ағинәйе Нажиә Мәмәтова: “Телебеҙ – татар, йәнебеҙ – башҡорт”, – тигәйне. Ауыҙ-тел хазиналары байлығы, башҡорт теленең диалекттары араһында хаҡлы рәүештә үҙ урынын алып торған, борон­ғолоҡ һыҙаттарын башҡа һөйләштәргә ҡарағанда ла нығыраҡ һаҡлап алып ҡалған Ғәйнә һөйләше, халыҡтың милли үҙаңы­ның һаҡланыуы кеүек күренештәр беҙгә Пермь крайының Барҙа районы халҡының йәне лә, теле лә башҡорт булыуына тағы ла бер ҡат инандырҙы. Нисәмә йылдар буйы мәктәптәрҙә туған тел булараҡ татар теле уҡытылыуға ҡарамаҫтан, халыҡ иҫәбен алыу мәлдәрендә күрше республиканан бер туҡтауһыҙ ағылған мәғлүмәт менән халыҡтың аңын күпме генә үҙгәр­тергә тырышмаһындар, был төбәк баш­ҡорт­тары үҙ асылын, йөҙөн, үҙҙәренә генә хас боронғо телен, милли асылын һаҡлап ҡала алған. Йотолмағандар. Юғалма­ғандар.
Әле уларҙың әҙәби телдең диалекттан ни өсөн ныҡ алыҫлашыуы тураһында һорауҙарға яуап эҙләгән, милли асыл хаҡында уйланған мәле. Тап ошо мәсьә­ләләр борсой юғарыла телгә алынған Альберт Мәхмүдовты ла. “Беҙгә икенсе сорт башҡорттар итеп ҡарамаһындар Башҡорт­ос­танда”, – тине ул үҙ сығышында. Уның әйтеүенсә, Ҡазанда ғәйнәләргә: “Телегеҙ матур, үҙегеҙсә һөйләшегеҙ”, – тип торалар, ә беҙҙекеләр “ҫ” өнөн ишетһә, башҡа милләт иҫәбенә индереп тә ҡуя.
Раушания Солтаҡаева. Беренсенән, үҙем Өршәк буйы килене булғанға күрә, был әңгәмә миңә бик ҡыҙыҡлы. Икенсенән, ун йыл Нефтекамала йәшәп, уҡытып, шул яҡ халыҡтың телен өйрәнеп, ишетеп ҡайтҡан кешегә был һөйләшеү бик яҡын. Розаның һәм Гөлнурҙың фекерҙәрен ҡеүәтләп, шуны әйтәм: беҙ бер ваҡытта ла Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә йәшәгән студент­тарҙы “Һин татарһың” тип уҡытманыҡ. Киреһенсә, “Һеҙ боронғо башҡорт телендә һөйләшәһегеҙ”, – тип әйтә торғайныҡ. Сөн­ки ул яҡтағы халыҡтың һөйләше башҡорт теленең иң боронғо формаларын һаҡлаған. “Барығыҙ, ултырығыҙ, ашағыҙ” урынына “Барың, ултырың, ашаң” тип һөйләүҙәре шул тиклем оҡшай торғайны. Хәҙер һағынып иҫкә алам. Улар үҙҙәре лә һөйләшен бик ярата. Шул тиклем рухлылар, ябайҙар, эшһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр. Әҙәби телде ихтирам итәләр. Ошо төньяҡ-көнбайыш төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың телендә, ысынлап та, “з” менән “с” өндәре өҫтөнлөк итә.
Хәҙер көньяҡ диалекттың Өршәк буйы башҡорттарының теленә килгәндә. Был яҡҡа килен булып төшкәс, шуға иғтибар иттем: теге яҡтағы “з”, “с” өндәре был тө­бәктә “ҙ”, “ҫ”-ларға күсә. Ҫыҫылдап һөйләшкәндәрҙе тыңлаһам, ҡолаҡҡа бик йомшаҡ булып ишетелә. Етмәһә, бында ла теге яҡтағы “песи”, “посмаҡ” кеүек һүҙҙәр бар, уларҙа ике төбәктең байтаҡ уртаҡ һыҙаттарын табам. Әйтергә теләгән фекерем шул: диалект теленә һөйөү менән ҡарап, башҡорт әҙәби телен һаҡларға кәрәк. Ни тиһәң дә, әҙәби тел шул һөйләштәр телендә үҫеп сыҡҡан бит!!!
Хөрмәтле яҙыусыбыҙ Мәрйәм Бураҡаеваның фекерен иҫкә төшөрөү урынлы булыр: “Кемдәр ул ысын башҡорттар?” тигән һорауға ошолай яуап бирер инем: үҙен башҡорт тип һанаған, ниндәй булһа ла диалектта башҡорт телендә һөйләшкән һәр башҡорт – ысын башҡорт! Ә инде үҙен башҡорт тип һанап та, атай-әсәй, олатай-өләсәй телендә һөйләшмәгән, балалары башҡорт телен белмәгән башҡорт – шәжәрәһенә һуңғы нөктә ҡуйыусы”.
Үткән хаталарҙы ҡабатламайыҡ. Һаҡ булайыҡ. Аң булайыҡ!



Вернуться назад