Иҫке Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре районыбыҙҙа иң әүҙем эшләгәндәр иҫәбендә. Мәғариф ветераны Мәмдүнә Зарипова етәкселегендә әленән-әле файҙалы, үҙенсәлекле саралар үткәрелеп тора. Был юлы Экология йылына арнап, “Дауа – аяҡ аҫтында” тигән йөкмәткеле осрашыу ойошторолдо.Урындағы “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, ауыл китапханасыһы Гөлфинә Исламова экологик уҡыуға килгәндәр өсөн дарыу үләндәре тураһында китаптар күргәҙмәһе лә әҙерләп ҡуйғайны. Әйткәндәй, тәжрибәле китапханасы йыл әйләнәһенә өлкәндәр һәм уҡыусылар ярҙамында әүҙем эш алып бара. Йәйге каникул мәленә лә балалар менән тәбиғәтте һаҡлау, хайуандар, үҫемлектәр донъяһы хаҡында файҙалы, мауыҡтырғыс саралар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар планлаштырған.
Дарыу үләндәренә арналған сарала Яңы Ҡаранан Минзилә Мөғтәбәрова, Фәнзилә Әхтәмова, Әлйәгештән Лилиә Бәҙретдинова, Иҫке Ҡаҙансынан Фәниә Ғайсина, Әлфиә Шакирова, Фәнәүиә Хәлилова, Флүзә Сүлимова, Рушания Заманова, Миңһылыу Исламова ҡатнашты. Ҡаҙансы ағинәйҙәре менән осрашыуға Асҡын “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Зимфира Закирова килгәйне.
– Тәнебеҙгә лә, йәнебеҙгә лә дауа булған дарыу үләндәре аяҡ аҫтында түшәлеп үҫә. Беҙ уларҙың ҡәҙерен генә белмәйбеҙ. Дарыу үләндәрен файҙаланыу кешегә сирҙәрҙе тиҙерәк еңергә мөмкинлек бирә, төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү сараһы ла булып тора, — тип барыһын да сәләмләп һүҙен башланы Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы. Ул күргәҙмәгә алып килгән дарыу үләндәре менән таныштырып, һәр береһенең ниндәй сирҙән килешкәнен, уны ҡасан һәм нисек йыйыу, ҡулланыу тәртибе тураһында ентекле һөйләп, кәңәштәрен еткерҙе. Бер үк ваҡытта тәбиғәткә зыян килтермәҫкә кәрәклеген дә иҫкәртте.
– Ғөмүмән, мин һеҙгә шуны кәңәш итер инем: дарыуҙарҙы аптеканан эҙләмәгеҙ, уны үҙегеҙҙең аяҡ аҫтында табырға тырышығыҙ. Ана, әрем – күп сирҙән дауа. Кесерткән, бөтнөк, бәпкә үләне һәм башҡалар ҙа.
Зимфира Фәтихйән ҡыҙы ла дарыу үләндәренә ҡағылышлы фекерҙәрен еткерҙе, уларҙы ҡулланыу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм Ҡаҙансы ағинәйҙәренә артабан да шулай әүҙем, берҙәм булырға, илһамланып эшләргә саҡырҙы.
Шулай итеп, дарыу үләндәре тураһында сәғәттәр буйына һөйләргә була. Ҡайһы берҙәре туҡлыҡлы ла. Тик үләндәр менән эш иткәндә лә “самаһын белһәң – дарыу, белмәһәң – ағыу” тигәнде оноторға ярамай. Был турала сара барышында ағинәйҙәр ҡат-ҡат әйтте. Бер-береһенең сығышын тыңлап, хәтер һандығына һалып ултырҙы, яҙып барыусылар ҙа булды.
Үлән сәйҙәренең файҙаһына ла туҡталдылар. Уларҙы ла самаһыҙ ҡулланыуҙан һаҡ булырға кәрәклеген иҫкәрттеләр. Үлән сәйҙәренең ҡайһыһы тынысландырыу, көс биреү, һауыҡтырыу һәм башҡа көскә эйәлеген билдәләнеләр. Әйткәндәй, сара аҙағында барыһын да экологик яҡтан таҙа ризыҡ (үҙҙәре етештергән) һәм шифалы сәй (үләндән, еләк-емештән — барыһы бергә 17 төр!) менән һыйланылар.