Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?30.06.2017
Был һорау, бер яҡтан ҡарағанда, төптө урынһыҙ ҙа кеүек: милләттең йөҙөн билдәләгән төп гәзитебеҙҙе алдырмай йәшәү мөмкинме, ғөмүмән? Әгәр “Башҡортостан”ды ла уҡымаһаң, һин үҙ халҡыңдың, илеңдең һәм телеңдең ниндәй патриоты, һаҡсыһы һәм яҡлаусыһы булаһың?! “Икмәк ризыҡ ҡына түгел, сәйәсәт тә, туғандар!” – тигәндәй, милли баҫмабыҙҙың һәр бер башҡорт менән рухташлығы, берлеге һәм уның киләсәк яҙмышы – беҙҙең дә яҙмышыбыҙ. Бына бит мәсьәлә нимәлә. Ул хатта сәйәсәттән дә юғарыраҡ.
Тарихтағы бөйөк тетрәнеүҙәр осоронда (революция, Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, суверенитет өсөн көрәш һ.б.) гәзиттең әһәмиәте ҙур булған һәм булды. Ул илдең, бөтә халыҡтың тын алышын, күңел торошон белгертеп торҙо, йүнәлеш өсөн фекер алышыуҙар ойошторҙо, кәңәш бирҙе, алға әйҙәне.
“Башҡортостан” гәзитен мин һәр төрлө ваҡытлы матбуғат баҫмаһынан өҫтөн күрәм, сөнки уға бөтә аңлы ғүмерем бәйле. Хәҙер инде етмеш йыллап дәүер бергәбеҙ. Шулай булғас, ул бер ниндәй ҙә ваҡытлы түгел, ә ғүмерлек рухташ дуҫым булып сыға түгелме?! Тап шулай. Мин үҙен биш-алты йәшемдән уҡый башлағанда, ул әле “Ҡыҙыл Башҡортостан” ине. Беҙҙең иң сиктә, иң төпкөлдә ятҡан ауыл өйөнә ил һулышын, заман тауышын алып инә ине бит!..
Ферманан өшөп, арып-йонсоп ҡайтҡан әсәйем ап-аҡ итеп ағартылған, йылы бөркөп торған ҙур мейескә һөйәлеп, ҡулдарын йылытып тора, ә мин балаҫ йәйелгән урындыҡҡа һуҙылып ятам да, алдыма бөгөн генә килгән “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитен йәйеп һалып, үҙемде ҙур эш башҡарған кешеләй тойоп, ижекләп ҡысҡырып уҡый башлайым. Әлбиттә, иң тәүҙә эре яҙыуҙарҙы уҡып сығам. Әсәйем ҡулдарын мейестән алмай ғына, йылынан кинәнеп, мәктәпкә йөрөмәгән килеш тә хәреф өйрәнгәнемә һөйөнөп, бала сағында үҙенә уҡыу эләкмәгәненә көйөнөп, моңһоу ғына тыңлап тора. Ҡәҙерлемдең янындағы илаһи минуттар! Һәм ул мәлдәрҙең тап ошо республикам гәзитенә бәйле булыуы, әйтерһең, минең алдағы ғүмер юлымдың, яҙмышымдың матбуғатҡа, китапҡа бәйле булырын билдәләгәнме ни?!
Бөгөн инде, күпме йылдар үткәс, ваҡыт һынауҙары үтәһенән ҡарайым да аптырап та, ғәжәпләнеп тә, шул уҡ ваҡытта ғорурланып та ҡуям: “Бәй-й! Баҡһаң, далалар ҡосағында ятҡан ябай ғына ауыл өйөндә, атайыбыҙ яуҙа ятып ҡалған алты балалы ярлы ғаиләлә сыр-сыу килеп үҫеүгә ҡарамаҫтан, беҙ күңелебеҙ менән бай булғанбыҙ икән дә! Ғүмер буйы гәзиттән (тимәк – рухиәттән) айырылмағанбыҙ ҙабаһа!..”
Бөгөнгө “Башҡортостан” аша мин үҙемдең тамырҙарым тороп ҡалған ауыл тормошон, районым хәлдәрен, дөйөм республика һулышын тоям. Донъяла барған киҫкен сәйәси ваҡиғалар, ғәйре тәбиғи хәлдәр хаҡында ла хәбәр килтерә гәзит.
Айырым шәхестәр яҙмышы, илебеҙҙә бынамын тигән улдар һәм ҡыҙҙар үҫтергән данлы ғаиләләр тураһында очерктар, мәҡәләләр, хәтирәләр уҡыу үҙе бер кинәнес уята.
Матбуғат баҫмаһының йәнә бер мөһим һыҙатын әйтеү кәрәк: “Башҡортостан” – ябай уҡыусыға яҡын, уның уй-теләктәрен сағылдырған берҙән-бер башҡорт телендәге гәзит. Ул реклама баҫыу менән артыҡ мауыҡмай. Үҙәк радио, телевидениеның бит бөгөн унан башы сыҡмай. Заман сире кеүек ул реклама, теңкәгә тейә. Зәңгәр экрандар янына ял итергә тип ултырған кешене иң ныҡ яфалаған нәмә.
Ә гәзитебеҙ алай ҙа уның менән артыҡ ыҙалатмай уҡыусыһын. Йәнең теләгән, күңелеңә ятҡан хәбәр-яҙманы уҡыйһың, мәғлүмәт алаһың. Уйланаһың, шатланаһың, йә көйәләнәһең.
Шулай итеп, “Башҡортостан” гәзите мине барлыҡ донъя, тормош, йәмғиәт, мөхит менән бәйләй, тоташтыра, күңелемде байыта, фекер тыуҙыра.
Милләтебеҙҙе рухи яҡтан берләштерә, туплай һәм ойоштора гәзит. Шуға мин: “Башҡортостан”дан айырылмайыҡ!” – тим.