Иғтибар иткәнегеҙ бармы, беҙ һауа торошонан ҡасан ҡәнәғәт ҡалабыҙ? Ҡояш сыҡһа – беҙгә эҫе, ямғыр яуһа – еүеш, һалҡынайтһа – һыуыҡ... Һис тә ярап булмаған кеүек...Ә уйлап ҡараһаң, тәбиғәттең насар һауа торошо бармы ни? Һис шикһеҙ, юҡ! Уның һәр балҡышында Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте ята. Һәр миҙгел гүзәл һәм үҙенсәлекле. Ҡойоп ямғыр яуһа ла, ҡотороп ҡар-бурандар уйнаһа ла, ҡояш ҡыҙҙырһа ла — барыһы ла әҙәм балаһының тәбиғәткә булған асылына бәйле.
Ә ямғыр иһә – минең өсөн аңлатып бирә алмаҫлыҡ бер мөғжизә. Был тәбиғәт күренеше – ҙур хикмәттәрҙең береһе. Хатта ки ямғыр яуған ваҡытта Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, — тип айырым доға ҡылыр булған.
Хәҙистәрҙә яҙылыуынса, “Ямғырҙың һәр тамсыһында – Хоҙайҙың рәхмәте. ...Уларҙың һәр тамсыһы менән ергә фәрештәләр төшә”. Шуға ла янымда фәрештәләр күбәйгән ваҡытта, мин Хоҙайҙан донъя тыныслығын, дуҫтарымды һәм туғандарымды үҙенең мәрхәмәтенән айырмауын үтенәм.