“Балыҡсы итектәр”кемдеке?28.06.2017
“Балыҡсы итектәр”кемдеке?Ошо көндәрҙә Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты шағир Рамай Ҡаһирҙың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә кесе һәм урта йәштәге мәктәп балалары өсөн “Балыҡсы итектәр” исемле китабы донъя күрҙе.

Йыйынтыҡта авторҙың башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадынан мәҡәл-әйтемдәрҙе, фразеологик берәмек­тәрҙе оҫта ҡулланып ижад ителгән шиғырҙары, хикәйәләре, бала саҡ хәтирәләре урын алған.
Китап сағыу, төҫлө һүрәттәр менән биҙәлгән. Рәссамы – Хаят Йәрмөхә­мәтова. Әйткәндәй, ул күптән әүҙем эшләй. Уҡыусыларға ижады “Йәш­лек”, “Йәншишмә” гәзиттәре, “Шоңҡар”, “Толпар”, “Ағиҙел” журналдары аша яҡшы таныш.
Рамай Ҡаһирға ижад шишмәһенең ҡоромауын, шиғриәттә яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ!



Вернуться назад