ХХI быуатҡа аяҡ баҫҡан осорҙа республикабыҙ райондарының береһендә булған башҡа һыймаҫлыҡ был ваҡиға кешеләрҙе хайран ҡалдыра, ҡайһы берәүҙәрҙең күңелендә хатта көнләшеү тойғоһо уята. Ғәжәп бит: һис уйламағанда, көтмәгәндә өҫтөңә күктән миллиондар яуһын әле!..
***...Илфаттың ҡулындағы баш бармағының тырнағына ҙур булып күгәрсен һөтө төштө. Донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған өлкән йәштәге зыялы ир-уҙаман бындай сәйер таптың ниндәйҙер шатлыҡ-ҡыуаныс алып килгән билдә икәнлеген яҡшы аңлай. Шундай ап-аҡ күгәрсен һөтө бынан бик күп йылдар элек, аслы-туҡлы бала сағында, үҫмер йылдарында, уның тырнаҡтарына бер нисә тапҡыр төштө, һәм һәр ҡайһыһында нимәгә булһа ла ихлас һөйөнгәйне бит. Тәүгеһендә бисара әсәһе яратҡан улына, башҡа балаларҙан кәм-хур йөрөмәһен тип, беренсе класҡа уҡырға барғанда кейеү өсөн күҙҙең яуын алырҙай матур мәктәп формаһы алып бирҙе. Ул ас-яланғас заманда бындай кейемгә нисек аҡса йүнләүҙе өлкән йәштәге әбейҙәр яҡшы хәтерләйҙер. Эйе, Илфаттың әсәһе Бибиямал апай ҙа әлеге мәктәп формаһын һатып алыу өсөн бер нисә аҙна рәттән баҙарға барып, үҙ ауыҙҙарынан өҙөп йыйған һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ һәм майҙы һатып, аҡсаны тинләп йыйғайны. Икенсеһендә, Илфат үҫмер саҡта, улының йәй күмәк хужалыҡта эшләп тапҡан хеҙмәт хаҡына үҙенән дә аҡса өҫтәп, велосипед алып ҡыуандырҙы. Тәрбиәле, итәғәтле малай көтөлмәгән шатлыҡтан онотолмаҫлыҡ ләззәтле минуттар кисерҙе. Ә быныһында, инде ғүмер көҙөнә еткәс, нимәгә һөйөнөр икән һуң? Илфат Әнүәр улы өй янындағы баҡсаларында шаулап үҫкән ҡарт алмағас эргәһенә ҡуйылған, зауыҡ менән һырлап яһалған эскәмйәгә сығып ултырып, уҙған тормош юлын барлап, һағышлы хәтирәләргә бирелде.
...1940 йылдың һалҡын ҡыш айында донъяға килә ул. Ҡулда йөрөгән бала сағында ил өҫтөнә ҡот осҡос афәт ябырыла — Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атаһы, күмәк хужалыҡҡа килтерелгән “ҡорос ат”ты — беренсе сылбырлы тракторҙы — тәүгеләрҙән булып йүгәнләгән Әнүәр ағай, ауылдағы эш көсөндәге барлыҡ ир-ат менән бер рәттән фронтҡа китә. Әсәһе Бибиямал бәләкәй улын тома һуҡыр ҡәйнәһе ҡарамағына тапшырып, көндө төнгә ялғап колхозда бил бөгә: ҡыш ауыл ҡатындары менән бергә фермала мал ҡарай, яҙ күмәк хужалыҡтың арыҡ аттарын, үгеҙҙәрен егеп ер һөрә, сәсә, йәй утауҙа, көҙ урып йыйыу эштәрендә һәм ырҙын табағында тир түгә. Өҫтәүенә “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!” тип, кистәрен һуҡыр шәм яҡтыһында яугирҙәргә йылы ойоҡбаш-бейәләй бәйләп, посылка әҙерләйҙәр, ауыл янындағы йылғала яу яланынан ҡайтарылған, дошман пулялары, снаряд ярсыҡтары теткеләп бөтөргән ҡанлы һалдат бушлаттарын йыуып, киптереп, ямап, тәртипкә килтерәләр һәм ҡабат фронтҡа оҙаталар. Ҡыҫҡаһы, фиҙакәр, тырыш хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә Бибиямал.
Бер нисә йыл дауамында барған ҡан ҡойғос һуғыш, ниһайәт, тамамлана. Бар халыҡты тулҡынландырып, шатлыҡ йәштәренә ҡойондороп, ауылға берәм-берәм һалдаттар ҡайта башлай. Дәһшәтле һуғыш йылдарында һөйөклө иренең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында аяныслы хат-хәбәр алыуға ҡарамаҫтан, Бибиямал да һөйгән йәрен зарығып көтә. Тик тормош иптәше ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Һуңынан егәрле, уңған ҡатынға яусылар килә башлай, тик уларҙы кире бороп ебәрә.
— Был донъяла хәләлем Әнүәргә тиң башҡа берәү ҙә юҡ, мин уны һис кемгә алмаштырмаясаҡмын! — тип яуаплай ул. Күңеле менән һөйөклө иренең, берҙән-бер улының ғәзиз атаһының, иҫәнлегенә ышанып йәшәй, ҡайһы төндәрҙә үкһеп илауҙан һалҡын мендәрҙе сылатып, керпек тә ҡаҡмай сыға. Ахырҙа Бибиямал инәй үҙенең керһеҙ, саф мөхәббәтенә тоғро ҡалып, ғүмер юлдашын көтөп ала алмайынса донъя ҡуя...
Йылдар уҙа... Ҡасандыр йәштәштәренә эйәреп сит-ят тарафтарға сығып китмәйенсә, ата-баба нигеҙендә матур ғаилә ҡороп, әсәһе менән бергә татыу йәшәгән, ғәзизе күҙҙәрен мәңгелеккә йомғас, хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатҡан Илфат инде үҙе лә ғүмер көҙөнә аяҡ баҫа. Эх, ҡайҙа булды һуң уның типһә тимер өҙөрҙәй егәрле йәш саҡтары?! Дәрт-дарманы ташып торған сибәр егет тауҙарҙы күсерер көскә эйә ине бит! Ә бына һуңғы ваҡытта биреште, көҙгө елдә ҡалтыранған һары саған япрағы һымаҡ дерелдәп кенә тора хәҙер.
Эш майлы аш түгел, тип юҡҡа ғына әйтмәгән шул халыҡ. Хәйер, бергә ғүмер кисергән ҡатыны, балалары һәм ейәндәре бик тә ярата һәм ихтирам итә үҙен, сөнки улар мохтажлыҡ кисермәй етеш, мул тормошта йәшәһен тип ал-ял белмәй тырыш хеҙмәт һала ғаилә башлығы. Яҙын, көҙөн, ҡышын — тракторҙа, йәй комбайнда эшләй, һәр саҡ алдынғылар сафында, фотоһүрәте почет таҡтаһынан төшмәй. Бихисап дәүләт наградаһы менән бүләкләнә, “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исем бирелә. Бер уйлаһаң, тормош юлын үкенмәҫлек итеп матур уҙҙым, тип әйтергә тулы нигеҙ бар һымаҡ...
Шул ваҡыт Илфат Әнүәр улын һағышлы уйҙарынан кинәт бүлдереп, почтальон ҡыҙ Санияның тауышы яңғырай. Ул баҡсаларындағы эскәмйәлә бер нөктәгә текәлеп бойоғоп ултырған, сәстәренә сал йүгергән һиммәт кәүҙәле ағай янына килеп баҫа һәм, ҡояштай балҡып йылмайып, һөйөнсө алырға ашыға:
— Илфат ағай, бында һеҙгә, дөрөҫөрәге, мәрхүмә әсәйегеҙ Бибиямал әбей исеменә адресланған заказлы хат бар! Бик йыраҡтан, диңгеҙ аръяғындағы Америка Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән ниндәйҙер туғанығыҙҙан килгән. Әйҙәгеҙ, имзағыҙҙы ҡуйып алығыҙ әле.
Бер нәмә лә аңламаған ир-уҙаман, тулҡынланыуын көс-хәлгә еңеп, почтальон күрһәткән урынға имзаһын ҡуя һәм ҡыҙҙы ысын күңелдән рәхмәт әйтеп оҙатып ҡала. Унан ҡалтыранған ҡулдары менән ҡалын тышлы сәйер конвертты аса. Эстә — ап-аҡ ҡағыҙ битенә тигеҙ, матур хәрефтәр менән яҙылған хат һәм ниндәйҙер документтар. Үҙ атаһы ебәргән тетрәндергес тәүге һәм һуңғы хатты Илфат ҡабаланып уҡырға керешә:
“Һаумы, Бибиямал!
Бик күп йылдар уҙғас, һиңә хат яҙыусы кеше ирең Әнүәр була. Быға тиклем хәбәр юллап, үҙемдең иҫәнлегемде белгертмәгәнем өсөн, зинһар, ғәфү ит. Сәбәбе бар ине шул. Һуғышҡа инеү менән ҡаты яраланып, контузия алып, бер нисә ай госпиталдә яттым. Һауығып аяҡҡа баҫҡас, гитлерсыларға ҡаршы көрәшеүҙе дауам иттем. Тик оҙаҡламай әсирлеккә эләктем һәм һуғыш аҙағында Америка һалдаттары азат иткәнсе фашизм ҡоллоғонда булдым. Ҡәһәрле яу тамамланғас, Тыуған илгә әйләнеп ҡайтырға ҡыйманым: тырнаҡ ҡәҙәре ғәйебем булмаһа ла, немецтарға бил бөккән өсөн “һатлыҡйән” мөһөрө һуғып, төрмәгә ултыртырҙар тип ҡурҡтым. Бер иптәшем менән Америка һалдаттарына эйәреп уларҙың иленә китергә ҡарар иттек. Башта бик ауыр булды. Әммә ҡулым эш белгәс, телем өйрәнде инде: ике-өс йыл тигәндә, урындағы халыҡ менән инглизсә еңел аралаша башланым. Тора-бара бындағы бер ҙур заводҡа эшкә урынлаштым һәм, карьера баҫҡысы буйлап юғары күтәрелеп, етәксе урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләнем. Мәрйә ҡыҙына өйләндем. Һинең күҙ йәштәрең төшкәнгәме, әллә ҡабат ҡорған ғаиләм хыянатҡа нигеҙләнгәнгәме, шәхси тормошомдан уңманым: ҡатыным сәләмәтлеккә туйманы, йыш сирләне, балаларыбыҙ ҙа булманы. Шулай итеп, ғүмер буйы Америкала йәшәнем һәм бик күп байлыҡ тупланым. Хәҙер өлкән йәшкә еткәс, үҙем дә ҡаты ауырыйым. Баҡыйлыҡҡа күскәнсе һеҙҙең алда ғәйебемде танып, ихлас ғәфү үтенеп, бер нисә миллионлыҡ милкемде берҙән-бер ғәзиз улыбыҙ Илфаттың исеменә күсереү тураһындағы васыятнамәмде ебәрәм...”
*Исемдәр үҙгәртеп алынды.