Бәндә теләй, Аллаһ бойора28.06.2017
Тормош булғас, төрлө хәл була. Ауырыу-сырхау аяҡтан йыға, ғаиләлә ҡашығаяҡ шалтырап ҡуя йә булмаһа эштә йәнде өткән мәсьәләләр килеп сыға.
Бәндә йыш ҡына үҙ проблемалары менән бер үҙе тороп ҡала. Ауыл ерендә бәғзе берәүҙәр, күп осраҡта ҡатын-ҡыҙ, берәй ағинәй­ҙән ноҡот бүлдереп тыныслана. Ҡалала йә Интернет аша, йә ҡолаҡ­тан-ҡолаҡҡа ишетеп, күрәҙәсене эҙләгәндәрҙе лә осратҡаным бар... Күптәр хәйер-саҙаҡа биреп, йән тыныслығы таба. Мосолман халҡы һәр йома һайын иман йортона йәнен пакларға ашыға.

– Уйлай китһәң, күп ауырыу-сырхау, тормоштағы ҡытыршы­лыҡтар йән-тәнеңде мәлендә таҙарта, сафландыра белмәүҙән барлыҡҡа килә. Өйҙө лә оҙағыраҡ йыйыштыр­маһаң, үҙеңә урын таба алмай башлайһың. Шуның кеүек йән-күңел таптарынан да ваҡыты-ваҡыты менән арынып тороу кәрәк, – ти Ырымбур яҡтарын­да тыуып үҫеп, Өфөлә төпләнгән Фәимә апай Илғолова.
Өләсәһенән бала сағында уҡ Ҡөрьән тәғлимәттәрен, аят-доға­ларҙы һеңдергән был апайҙың бөтә тормошо – кешеләргә изгелек итеү, күңелен сафландырыу.
– Ҡасандыр, 10-13 йәштәрҙә, өләсәйемдән Ҡөрьән сүрәләрен тырышып-тырмашып өйрәндем. Кеше­ләр күргән-күнеккән донъянан тыш, беҙҙең күҙгә күренмәгән донъя, Аллаһ бар. Ынтылышы саф, ихлас булғандарға Хоҙай Тәғәлә үҙе ярҙам ҡулы һуҙа. Илаһ тәғлимәттәренән айырылмай йәшәү кешене көслө итә, – ти ул.
Фәимә апайға бала-сағаһы менән йәш-елкенсәк тә, ҡарт-ҡоро ла, төрлө ерҙәрҙә эшләп йөрөгән саҡматаштай ҡатындар, ир-егеттәр ҙә үҙ проблемалары менән йыш мөрәжәғәт итә. Кеше тәнендәге “ҡара таптар”ҙы асыҡлап, шул урынды аят-сүрәләр менән таҙарта дауалаусы. Сирле үҙе лә тик ултырмай: кемгәлер үпкә һаҡлаһа, эстән генә унан ғәфү үтенергә, яман уйҙарынан арынырға, тәүбәгә килеп, киләсәккә саф уйҙар, таҙа маҡсаттар ҡуйырға тейеш. Аҙаҡ үҙенә рәхмәт уҡырға килгәндәргә апай: “Хоҙайға һыйы­нығыҙ, һеҙ уның ярҙамында ҡотло тормош кисерә­һегеҙ”, – тип кенә ҡуя. Эйе, бәндә теләй, Аллаһ бойора, тиҙәр бит.


Вернуться назад