Сығышы менән Мәһәҙей ауылынан булған, әле Өфө ҡалаһында йәшәгән ауылдаштарыбыҙ Айгөл менән Сәйет Сәйәховтарҙың улы Инсаф Калининград өлкәһендә 336-сы Белосток диңгеҙ пехотаһында уңышлы хеҙмәт итә. Ата-әсәһенә часть командирынан рәхмәт һүҙҙәре килеп тора.Быйыл мартта хеҙмәтендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп, өлгөлө һалдаттар исемлегенә инә ул. Һөҙөмтәлә ауылдашыбыҙ 9 май көнө Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығы айҡанлы Мәскәүҙә үткәрелгән мәртәбәле парадта ҡатнашып, алғы сафта атланы. Уны “Бөйөк Еңеүҙә хәрби парадта ҡатнашҡан өсөн” миҙалы һәм Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығы айҡанлы миҙал менән бүләкләйҙәр. Был — беҙҙең районыбыҙ, ауылыбыҙ ғына түгел, тотош республикабыҙ өсөн ҙур ғорурлыҡ.
Инсаф Сәйәхов – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ат уйнатып алдан барған яугирҙәрҙең береһе — олатаһы Айса Сәйәховтың вариҫы, заманында “Ағиҙел” колхозының алдынғы шоферы булған Рәсүл Хәсәновтың, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Һәҙиә Хәсәнованың ейәне. Данлы нәҫелдән ул. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул.