Хәйерле ғүмер һеҙгә!28.06.2017
Тыуған ауылым Юлдашҡа юл төшһә, Гөлсәсәк һәм Ирбулат Сәйетғәлиндәргә инеп, хәл белешеп сығырға тырышам. Уларҙың ихлас ҡаршы алыуы, һәр саҡ үҙ күреп оҙатып ҡалыуы күңелгә йылылыҡ өҫтәһә, самауыр янында донъя хәлдәрен һөйләшеү, үткәндәрҙе хәтерләү нисектер көс өҫтәгәндәй, ҡайһы бер хәл-ваҡиғаға күҙҙәремде асҡандай була.
Үҙенә “Гөлсәсәк еңгәй” тип өн­дәшһәм дә, хужабикә миңә апайымдай яҡын. Уны мин Юлдашҡа күрше Таҡһыр ауылынан килен булып төшкән көнөнән беләм. Артабан юлдарыбыҙ әленән-әле киҫешеп торҙо. Беҙгә ҡасандыр юл аша ғына йәшәгән Сәйетғәлин­дәр ауылға эшкә килгән уҡытыу­сыларҙы ситкә ебәрмәй, үҙҙәренә кәләш итеп алды. Шулай итеп, Тимербулат, Ирбулат, Алмас ағайҙар­ҙың ҡатындары Мәғдәнә Ғәлиастан ҡыҙы, Гөлсәсәк Мулләхмәт ҡыҙы һәм Флүрә Камил ҡыҙы оҙаҡ йылдар ауылда белем усағын дөрләтеүсе генә түгел, мәҙәниәтте үҫтереүсе, кешеләргә аҡыллы кәңәштәрен биреп, матур йәшәү өлгөһөн күрһәтеүсе лә булып торҙо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мәғдәнә һәм Флүрә апайҙар яҡты донъянан иртәрәк китеп барҙы…
…Бына мин йәнә Гөлсәсәк һәм Ирбулат Сәйетғәлиндәрҙә. Эстә йыйылған хәбәрҙе әйтеп ҡалырға ашығып, әле бер, әле икенсе нәмә хаҡында гәп һатабыҙ. Әңгәмә берсә үткәндәргә төшөп китә, берсә бөгөнгөгә килеп терәлә. Мин хәҙер Гөлсәсәк еңгәйҙең тыуған ауылында ғүмер кисерәм, шуға күрә уға Таҡһыр хәлдәрен еткерәм, ул миңә юлдаштарҙың хәл-әхүәлен аңлата.
– Ә Ирбулат ағай менән нисек танышып киттегеҙ? – тип һорамай түҙә алмайым.
– Бер класта уҡыныҡ, бер партала ултырҙыҡ, – ти Гөлсәсәк еңгәй. – Һигеҙенсене тамамлағас, ағайың балта оҫтаһына уҡый башланы, ә мин Сибай педагогия училищеһына индем. Уҡып йөрөгәнендә үк Ирбулат мәктәп һәм башҡа биналар төҙөүҙә ҡатнашты. Оҫта инде, оҫта. Унан армияға алып киттеләр, өс йылдан ашыу хеҙмәт итеп ҡайтты. Мин ул саҡта Яңауылда уҡытып йөрөй инем инде.
Өйләнешеүҙәре лә бик ҡыҙыҡ килеп сыға уларҙың. Яңауылдан Таҡһырға йәйәү ҡайтып йөрөй йәш уҡытыусы. Бер юлда Ирбулат ағай тап була. Ағайҙар менән тирмәндән ҡайтып киләләр, имеш.
– Беҙгә генә инеп сығабыҙ ҙа ары китәбеҙ, тине Ирбулат. Минең башҡа бер ниндәй сит-ят уй инмәй, – тип хәтерләй Гөлсәсәк еңгәй. – Икәү килеп ингәс, кәләш алып ҡайтҡан, тип уйлай өйҙәгеләр. Бөтәһен дә күреп торған Сәғиҙә инәй минең Рауза апайҙарға йүгерә. (Рауза еңгәй – Мулләхмәт апаның бер туған һеңлеһе, Юлдашта миңә туған тейешле Ишмырҙа ағайҙа тормошта ине. Хәҙер икеһе лә мәрхүм инде. – Г.Ә.) Былар һөйләшеп килешкән икән тип, ҡәйнәм менән ҡайным ижәп уҡытырға булып китте. Әйтеп ҡарайым, беҙ һөйләшмәнек тип, ышанмайҙар. Икебеҙҙе апайҙарҙың өйөнә балалар менән бергә бикләп киттеләр. Әсәйем белеп ҡалғас, эй үпкәләне, алдан әйтмәй, тип. Ирбулатҡа аңлатып ҡарайым, йәшәйбеҙ инде, ти ҙә ҡуя. Атайым яҙылышыуҙы талап итә. Ижәп тә уҡыттылар, яҙылыштыҡ та…
Бергә ғүмер кисереүҙәренә 48 йыл Сәйетғәлиндәрҙең. Гөлсәсәк еңгәй уҡытыу эшенә 35 йыл ғүмерен бағышланы. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн 1992 йылда уға “Халыҡ мәғарифы отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, йәш быуынды тәрбиә­ләү­ҙәге уңыштары өсөн хеҙмәт ветераны бик күп Маҡтау грамотаһына, дипломдарға лайыҡ булған. Һайлау мәлендә һәр саҡ комиссия рәйесе, агитатор, халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында еңеүсе булған, ауыл, район күләмендәге сараларҙа ихлас ҡатнашҡан Гөлсәсәк Мулләхмәт ҡыҙы шәхси тормошта ла күптәргә өлгө: тоғро ҡатын, яҡшы әсә, хәстәрлекле өләсәй. Ҡыҙҙары Шәүрә менән улдары Кәрим үҙ ғаиләһен ҡорған. Ике ейәне, ике ейәнсәре өләсәй-олатайын ҡыуандырып үҫеп килә.
Ғаилә башлығы Ирбулат Ҡаһарман улы утыҙ биш йылдан ашыу “Заветы Ильича” колхозында механизатор булды. Тәүҙә балта оҫтаһы, армиянан һуң шофер һөнәрҙәрен үҙләштерһә лә, хужалыҡта эшселәр етешмә­гән­лектән, бер тракторға ултырғайны – шул урынға тоғро ҡалды. Күп тапҡыр социалистик ярыштарҙа еңеү яулаған уҙаман хеҙмәтендәге ҙур уңыштары өсөн III дәрәжә Дан орденына лайыҡ булды.
Әсәйемдең бер туған ҡустыһы Мәрхәм ағайым сирләп түшәккә йығылғас, оҙаҡ ҡына тракторын кешегә бирҙертмәне, йүнәлеп, аяҡҡа баҫҡас, ҡабат үҙем ултырам тип ятты. Ошоға бәйле ауылда лаҡап та йөрөй. Имеш, бригадир тракторын алырға килгәс, Мәрхәм ағайым: “Тракторға теймәгеҙ, ана, Әминәне алығыҙ”, – тип әйтә була. Әминә – еңгәм, уның ҡатыны. Һуңғараҡ ағайым, йүнәлмәҫен белгәс: “Тракторымды башҡа берәүгә лә түгел, Ирбулатҡа ғына бирегеҙ”, – тигән. Ә Ирбулат ағай көн һайын эшкә барышлай ағайымдарҙың өй тапҡырында туҡтап китер булған.
…Гөлсәсәк еңгәй менән Ирбулат ағайҙың ихлас эскерһеҙлеге, йомарт ҡунаҡсыллығы йылыһында күңелем булып, һаубуллашып, юлға сығам. Гөлсәсәк еңгәй, ғәҙәттәгесә ҡапҡа алдына уҡ сығып оҙатып ҡала, хәйерле юлдар теләй. Һеҙҙең тормошоғоҙҙа ла бөтәһе лә хәйерле булһын, яҡын күргән кешеләрем…




Вернуться назад