Мең төрлө аҙап кисереп...10.04.2012
Мең төрлө аҙап кисереп...1919 йылда Беренсе Армияның политбүлеге эргәһендә сығарыла торған ғәскәри гәзит “Ҡыҙыл Йондоҙ” идараһында эшләй инем. Тиф ауырыуынан һуң отпуск алып Туҡсоранға ҡайтҡас та, Башҡортостан хөкүмәте мине мобилизация менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына килтертте. Ул ваҡытта әле Зәки Вәлиди хөкүмәте ине. Мин, ғәскәри кеше булыуым сәбәпле, гәзит идараһына керергә теләһәм дә, ебәрмәнеләр. Бер аҙ ваҡыт Туҡсоранда военкомлыҡ вазифаһын үтәп торорға тура килде.
Ул ваҡытта Харис Йомағолов, Исхаҡ Рәхмәтуллиндар мөхәррирлегендә август айынан башлап “Башҡортостан хәбәрҙәре” сыға башлағайны. Шунан күп ваҡыт та үтмәне, Зариф Мозафари редакторлығында сыҡты.
“Башҡортостан хәбәрҙәре” аҙна-ун көнгә бер күренеп ҡала, ҡайһы ваҡытта айына бер генә тапҡыр сыға. Шуның өҫтәүенә ул “төркөм” ҡорбаны булып йөрөй ине. Унан һуң бер аҙ ваҡыт Исмәғил Йәғәфәров етәкселегендә лә сығып алды.
1920 йыл. Мин Стәрлетамаҡҡа килгәндә, “Башҡортостан хәбәрҙәре” З. Шәрҡи идараһында сыға. Рәхмәт Мусинский секретарлыҡ итә. Зариф Мозафари тигән бәндә лә ситтән генә ҡатышып йөрөй ине.
Килгәс тә, “Башҡортостан хәбәрҙәре”нә яҙғылаштыра башланым. Яҙыусы көстәр әҙ, гәзиттең таралыуы насар, сәйәси тотороғо юҡ. Шуның менән бергә, уның сығыуы ла тәртипкә һалынмағайны. Мин ул ваҡытта Политуправлениела хеҙмәт итә инем.
1920 йылдың октябрендә башҡорт ҡыҙыл ғәскәрҙәре өсөн “Ҡыҙыл Батыр” исемендәге бер гәзит сығара башланым. Шул уҡ рәттән “Башҡортостан хәбәрҙәре”нә лә яҙғылай инем. Минең гәзит “Башҡортостан хәбәрҙәре”нә конкурент булғанға күрәме, Зариф Мозафари ситтән тороп төрлө донос менән шөғөлләнә башланы. Ләкин ул оҙаҡҡа барманы: ул Башҡортостан мәркәзенән ҡыуылды.
“Ҡыҙыл Батыр” 7 һанда сығып, Башвоенкомат янындағы Политуправление бөтөрөлөү сәбәпле, ябылды. Мин хеҙмәткәр (секретарь) булып, “Башҡортостан хәбәрҙәре” идараһына күстем, шул уҡ ваҡытта полиграфбүлектә мөдир һәм ғәскәри инем. Шул арала, 1921 йылдың башында ай ярымлыҡ ғәскәри командировкаға ебәрелдем. Шунан ҡайтҡансы, “Башҡортостан” гәзите туҡталған, З. Шәрҡи Стәрлетамаҡтан киткәйне.
Ҡайтыу менән партия өлкә комитеты мине мөхәррир итеп ҡуйҙы. Мин килеп эшкә тотонғанда бер хеҙмәткәре лә, бер табаҡ ҡағыҙы ла, хатта ҡәләм-ҡараһы ла юҡ ине. Шулай, мөхәррир булып, бер аҙна самаһы гәзит артынан саптым. Ахырында заказ баҫтырыу өсөн килтерелгән Башнаркомпродтың 90 ботҡа яҡын ҡағыҙын алып, 1921 йылдың 18 февралендә “Ҡыҙыл Ҡурай” гәзитенең беренсе һаны сығарылды. Гәзиткә “Ҡыҙыл Ҡурай” исеме Башревком рәйесе Мансырев иптәш тарафынан бирелгәйне. Уның руссаһы ла Муравьев иптәш тарафынан “Красная Свирель” исемендә сығарылды.
“Ҡыҙыл Ҡурай” исемендә биш һан сығарылғас, ул тағы ла “Башҡортостан хәбәрҙәре”нә әйләндерелде. Ул ваҡытта инде йәш яҙыусыларҙан Хәйҙәр Лотфи, Фәйзи Жданов иптәштәр килеп ҡатнашты. Шунан һуң “Башҡортостан хәбәрҙәре” аҙнаһына ике тапҡыр даими сыға башланы һәм яйға һалынды. Ул ваҡытта уның тиражы 5000-дән алып 8000 данаға саҡлы булып, ауылдарға бушлай таратыла ине. “НЭП” һуңында ла бер аҙ ваҡыт шулай буш таратыу дауам итте.
Ул ваҡытта редакцияла даими булһам да, унан тыш өс-дүрт урында эшләй инем. Хәйҙәр Лотфи комсомолдың өлкә комитетында, Фәйзи Ждан Госиздатта һәм РОСТа тарафынан сығарыла торған “Ҡыҙыл Йондоҙ” исемендәге стена гәзитен алып бара ине. Уның редакция урыны фактик Госиздат янында булһа ла, унда ултырып эшләүсе юҡ. Һәр кем, үҙ өйөндә кис материал әҙерләп, матбуғатҡа бирә ине лә көндөҙ бүтән эш артынан саба ине.
Шул уҡ миҙгелдә Төхфәт Йәнәби профсоветта “Эш таңы” гәзитен сығара башланы, женотдел — “Азат ҡатын”, комсомол обкомы — “Йәш йөрәк”, наркомзем “Кызыл сабанчы” тигән гәзиттәр сығара башланы. Быларҙың ғүмере оҙон булманы. 1921 йылдың аслығы килеп баҫыу менән, бер-бер артлы уның ас ҡорһағына кереп, юғалып бөттөләр.
Ул көндәрҙә “Башҡортостан хәбәрҙәре” башына иҫ киткес ауырлыҡтар килә: ҡыҙыулыҡтан яландар көйә, ямғырһыҙлыҡтан ашлыҡ, үлән, мал ҡырыла. Ҡала урамына астар килеп тула, бөтә хөкүмәт учреждениелары ла шул ҡурҡыныслы хәл аҫтында ҡала.
Аслыҡ... холера... ҡырылыш...
Служащийҙар менән эшселәргә ҡайһы ваҡытта паек бирелмәй. Улар ас... Матбағаларҙа хәрәкәт юҡ. Эшселәрҙең барыһына ла “ураҙа”, барыһы ла үҙенә ашарға эҙләй. Ләкин гәзит кәрәк. Шул аслыҡ фажиғәһен күрһәтеү, тревога һуғыу, ярҙам һорау өсөн гәзит кәрәк. Обком да шул заданиены бирә: “Гәзит!”, “Гәзит!” — ти. Нишләргә? Аптыраш!
БашЦИК, Обком, Наркомпрод, Башсоюз... Шуларҙың барыһына ла берәр, икешәр ҡабат йөрөп сығаһың. Ҡалдыҡ-боҫтоҡ икмәк, колбаса, һөрһөгән балыҡ, еҫләнгән ит вә башҡаларҙы табып, туп-тура матбуғатҡа алып киләһең дә, эшселәр менән бергә тамаҡ туйҙырып, төндәр буйы гәзит йыйырға тотонаһың. Шунда яҙаһың, шунда йоҡлап алаһың. Гәзит өлгөргәс, уны машинаға урынлаштырып, алмашлап әйләндереп, баҫырға тотонаһың. Унда обком кешеләре лә булғылай, сөнки тамаҡ туйҙырып китергә кергеләйҙәр ине.
Шулай итеп, мең төрлө аҙаптар һуңында гәзит сыға. Уны үҙең күтәреп, экспедицияға илтеп бирәһең. Унан тағы ла гәзит өсөн ҡағыҙ күтәреп алып киләһең.
Артабанғы һандары өсөн йәнә шул сабыуҙар, тағы шул мең төрлө аҙап.
Аслыҡ көндәрендә шул рәүешсә “Башҡортостан хәбәрҙәре” сығыуын дауам итеп килде. Аслыҡ һуңында (1922 йылдың яҙында) эштәр аҙ-маҙ юлға һалына башланы, ләкин, хөкүмәт һәм партия мәркәзе тейешле ярҙамды бирмәү арҡаһында, һаман да хөкүмәт органы булырлыҡ вазифаны үтәүҙән йыраҡ ине.
Башҡортостан мәркәзе Өфө ҡалаһына күсеү миҙгелдәрендә гәзит идараһы тағы ла ике урындыҡ уртаһында ҡалды.
Стәрленең аҫты-өҫкә килә, Стәрле менән Өфө араһында аттар, машиналар выжлап йөрөп тора.
Шул көндәрҙә беҙ ҙә әҙерләнәбеҙ.
Китәләр... тейәләләр... китәләр... Бер мәлде бөтә хөкүмәт учреждениелары китеп бөткән, редакция тороп ҡалған... Унда барабыҙ, бында барабыҙ — беҙгә береһе лә иғтибар итмәй.
Нишләргә?
Хәйҙәр Лотфи менән һөйләшәбеҙ. Китергә аҡса юҡ, ат инде күптән юҡ. 100 ботлап ҡағыҙ, 40 ботлап редакция әйберҙәре бар. Хөкүмәт булмағас, гәзит сығарып булмай.
Ул ваҡыт наркомземдың һуңғы әйберҙәре оҙатыла. Шулар менән бергә, бер йөк автомобилендә наркомдарҙың кухаркалары китергә әҙерләнә ине.
Беҙ ҡулыбыҙға шинелдәребеҙҙе тоттоҡ та, нисек тә булһа шуларға эләгеп, Өфөгә китергә булдыҡ. Шофер беҙҙе ултыртмай, ауыр була тип ҡыуалай. Беҙ уға аҙ-маҙ “төртөп”, наркомдарҙың тас, ҡомған, силәк, әрйәләре өҫтөнә кухаркалар менән бергә ултырып, йырлаша-йырлаша, Стәрлетамаҡтан сығып киттек.
Бәхетһеҙгә ел ҡаршы тигәндәй, ярты юлда ямғыр яуып, үҙебеҙҙең ултырған автомобилде үҙебеҙгә һөйрәп алып килергә тура килде.
Өфөгә килгәс тә әле, ултырып килгәндең хаҡын сығарыу өсөн автомобилдән наркомдарҙың ауыр-ауыр һандыҡтарын, айыу баштарын, силәк-ҡомғандарын бушата-бушата алйып бөттөк.
Бына шулай итеп Ҙур Башҡортостандың мәркәзе булған Өфө ҡалаһына килеп йығылдыҡ. Ул ваҡытта партия һәм хөкүмәттең органы булараҡ, ваҡытлы рәүештә Ғәзим иптәш Ҡасимов редакцияһында “Урал” гәзите сығарыла ине. Ун-ун биш көндән һуң, обкомдан назначение алғас, “Урал” гәзитенең өҫтәлдәренә килеп ултырып, “Башҡортостан” гәзитен сығара башланыҡ. Бәләкәй Башҡортостандан, уның органы булған “Башҡортостан хәбәрҙәре” идараһынан, шинелдәрен күтәреп, ас ҡорһаҡ, яланғас ҡул менән Хәйҙәр Лотфи менән Юлтый ғына килде. Ҡулдарында бер киҫәк ҡағыҙ менән ҡәләмдәре лә юҡ ине, исмаһам.
“Башҡортостан” гәзитенең торлаҡ минуттары шунан һуң ғына башланды. Шунан һуң ғына хөкүмәт органы үҙ төҫөн ала алды.
Дауыт ЮЛТЫЙ.
(“Башҡортостан”, 1924 йыл, 22 август).


Вернуться назад