Районыбыҙҙа Булат Яныбаевты белмәгән кеше һирәктер. Ул утыҙ биш йыл буйы “Белоретгаз” ойошмаһының хеҙмәтләндереү бүлексәһендә эшләп, үҙен тәжрибәле мастер, алмаштырғыһыҙ етәксе итеп танытты.
Булат Ғәбделхаҡ улы етәкләгән коллектив оҙаҡ йылдар ауылдарға һәм шәхси хужалыҡтарға “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрҙе. Улар башҡарған эштәргә дәғүә белдергәндәре юҡ. Халыҡ араһында абруйы юғары, ныҡлы Булат Ғәбделхаҡ улының. Шуға күрә лә бер нисә тапҡыр район Советы депутаты итеп һайланды. Был бурысты ла ул исем-атына тап төшөрмәй лайыҡлы аҡланы. Ышаныс күрһәткән Боғанаҡ, Асы ауылдары халҡы менән бәйләнешен өҙмәй, уларҙың наказдарын үтәп, даими ярҙам итеп торҙо.Булат Ғәбделхаҡ улы үҙен тынғы белмәгән йәмәғәтсе булараҡ та танытты. Әле лә хаҡлы ялға сыҡтым тип ҡул ҡаушырып ултырмай, халыҡ араһында мәж килә.
Уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында йәмәғәтселектәге эшмәкәрлеге бигерәк тә яҡшы күренде. Башта ул Белоретта “Иҙел башы” йәмәғәт ойошмаһын төҙөүҙә әүҙемлек күрһәтте. Республиканың үҙаллылығы өсөн көрәшеүселәр сафында ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәне. Ә был эш Белорет ҡалаһында еңел генә үтмәне. Шул осорҙа урыҫсанан дубляж булған район гәзитен башҡорт телендә сығарыу мәсьәләһен күтәреп сыҡҡан мөхәррир Гүзәл Ситдиҡова “Иҙел башы” әүҙемселәре менән бергә Булат Ғәбделхаҡ улынан хуплау, мәсьәләне хәл итеүҙә терәк тапты. Көн талабына яуап биргән мәҡәләләре даими баҫылды. Ниһайәт, саф башҡорт телендәге “Урал” гәзите донъя күрә башланы.
Шул уҡ йылдарҙа ун биш меңләгән милләттәшебеҙ йәшәгән ҡалала милли мәғариф учреждениелары булдырыуҙы хәл итеүҙә лә Яныбаевтың өлөшө юҡ түгел. Ҙур ҡаршылыҡтарҙы еңеп, Белорет ҡалаһында асылған башҡорт гимназияһы менән балалар баҡсаһы бөгөн дә уңышлы эшләп килә.
Булат Яныбаевты беҙ Егәҙегә “Урал” гәзите редакцияһы ойошторған осрашыуға китеп барған саҡта, юлда фотоға төшөрөп алдыҡ. Баҡтиһәң, ул да шул ауылға китеп бара икән. Тынғыһыҙ уҙаман ауыл хакимиәтенең яңы һайланған башлығы менән осрашырға килешкән булып сыҡты. Һуңынан клубта үтәсәк сараға ла хакимиәт башлығы менән бергә килеп етергә һүҙ биреп айырылышты ул.
– Ҡасандыр өс меңләп кеше йәшәгән ауылдың яртыһы ла ҡалманы. Биләмәгә ҡараған башҡаларында ла тормош һүнә бара. Уларҙы көрсөктән сығарыу юлдарын бергәләшеп эҙләргә, бөтөп барған ауылдарға йән керетергә ине. Яңы һайланған хакимиәт башлығы – йәш кеше. Тәжрибәһе лә етмәйҙер, тиҫтә йылдар буйына барлыҡҡа килгән проблемалар менән уның бер үҙен ҡара-ҡаршы ҡалдырыу килешкән эш булмаҫ. “Алма беш – ауыҙыма төш” тип, өҫтән ҡушҡанды көтөп ятмай, ауыл хакимиәте үҙ инициативаһы менән эшләргә тейеш. Бының өсөн тәү сиратта киләсәгенән төңөлгән халыҡты уятырға кәрәк. Иң беренсе ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған ерҙәрҙе хоҡуҡи нигеҙҙә нығытып ҡуйыу бурысы тора. Бының өсөн яңы һайланған комиссияның эшен юлға һалырға кәрәк. Икенсенән, мәшғүллек мәсьәләһе. Ауыл халҡының эш юҡ тип ятыуынан ҡотолоу. Был бит – парадокс. Эш ауыл ерендә тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел дәһә. Ҡыҫҡаһы, ауыл Советы депутаттарына, хакимиәт башлығы Ринат Радик улына эш етерлек, – ти Булат Ғәбделхаҡ улы.
Әйткәндәй, ул үҙенең ауылын тергеҙеү, ата-олаталары ҡорған нигеҙҙе ҡоротмау өсөн нисәмә йылдар көрәште... Егерме саҡрым аралағы юлды төҙөкләндереү, күперҙәрҙе яңыртыу... Хәҙер ауылдаштары еңел машиналарҙа ғына ҡайтып йөрөй. Һуңғы йылдарҙа Өмөтбайҙа яңы өйҙәр күренә башлауы ла ҡыуаныслы. Сиратта Баҡый, Һаралы ауылдарын һаҡлап алып ҡалыу. “Бер йоҙроҡтай тупланып эшләһәк, быныһын да еңеп сығырбыҙ”, – тип ышана уҙаман.
Һәр эштә лә әүҙем Булат Ғәбделхаҡ улы, үҙенә тынғы бирмәй, ауылым, яҡташтарым, тыуған яғым, халҡым, тип янып йәшәй. Ул – Белорет районында төпләнеп йәшәгән Кирәй-ҡыпсаҡ ырыуы башлығы ла. Былтыр Ишембай, Ғафури, Бөрйән райондарындағы ырыуҙаштарын саҡырып Өмөтбайҙа матур байрам ойошторҙо. Сығымды үҙе кеүек әүҙем ауылдаш эшҡыуарҙар менән бергә ҡапланы.
Булат Ғәбделхаҡ улының шәхси кәсебе лә бар. Ул хаҡлы ялға сыҡҡас та предприятие асып, элек башҡарған эшен дауам итә.