Оҫталар бар һәр ерҙә28.06.2017
Оҫталар бар һәр ерҙәҺыйырҙарҙы һәм таналарҙы яһалма ҡасырыу операторҙарының ХХV юбилей республика конкурсы “Башҡортостандың көнбайыш ҡапҡаһы” тип нарыҡланған Краснокама районында үтте. Был һөнәр маһирҙарының “Алға” хужалығының Ағиҙел йылғаһы буйындағы йәмле болонда урынлашҡан йәйләүендә йыйылыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Йола буйынса һәр сираттағы бәйге алдағы йыл ярышында еңеүсе эшләп-йәшәгән районда ойошторола. Былтырғы конкурста был хөрмәткә нәҡ ошо хужалыҡ оҫтаһы Ләйсән Закарина лайыҡ булғайны.
Бәйгелә илле райондан етмеш оператор ҡатнашты, улар араһынан ҡырҡ белгес ауыл хужалығы предприятиеларында эшләһә, ҡалған утыҙы халыҡтың шәхси хужалыҡ­тарындағы малды хәстәрләй. Оҫта­ларҙың барыһы ла үҙҙәрендә үткәрелгән конкурс еңеүселәре, тейешле махсус белемгә өҫтәп етерлек тәжрибә туплаған. Ярышты ойоштор­ған Ауыл хужалығы министрлығының һәм “Башплемсервис” предприятие­һының яуап­лы хеҙмәткәрҙәре бил­дәләүенсә, һуңғы йылдарҙа төбәк алдынғыларының йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар иҫәбенә күбәйә барыуы – ыңғай күренеш. Ата-бабаларыбыҙ­ҙан быуындан быуынға күсеп килгән малсы һөнәренә битараф булмаған егет һәм ҡыҙҙарҙың ололарға алмаш булып өлгөрөүе тик маҡтауға лайыҡ. Бигерәк тә һуңғы тиҫтә йылда малсылыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө сараларҙың уңышлы тормош­ҡа ашырылыуы, шул иҫәптән “500 ферма” программаһының бар ерҙә лә ныҡлы яҡлау табыуы — был тармаҡтың киләсәге өмөтлө икәненә етди ишара.
Һыйырҙарҙы һәм таналарҙы яһалма ҡасырыу – малсылыҡ продукттары етеште­реүҙе эҙмә-эҙлекле арттырыуҙа һыналған һәм ышаныслы юлдарҙың береһе. “Башплемсервис” предприятиеһының генераль директоры Илгиз Байбулатов әйтеүенсә, был ысул күп төбәктәрҙә уңышлы ҡулланыла. Мәҫәлән, Ауырғазы һәм Баймаҡ райондары ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡ­тарында барлыҡ һыйыр һәм таналарҙы, ә халыҡ малының 68 һәм 49 процентын яһалма ҡасырыу ғәмәлгә ашырыла. Ҡыҫҡаһы, республикала был йәһәттән өлгө алырлыҡ миҫалдар етерлек. Ул ғына ла түгел, һүҙ барған өлкәлә уңышлы эшләүселәр ҙә бихисап. Быны бәйге йомғаҡтары ла раҫланы: юғары күрһәткестәргә ирешеп, бүләк-маҡтауҙарға лайыҡ булыусылар араһында Башҡортостандың бар төбәктәренән дә килеүселәр булды.
Алдан иғлан ителгән шарттарға ярашлы, конкурс дүрт этапта үтте. Башта бәйгеселәрҙең теоретик белеме тикшерелде, уларҙың лаборатор анализдар яһау таһыллығы баһаланды. Артабан ярышта ҡатнашыусылар һыйырҙы яһалма ҡасырыуға әҙерләү һәм ошо эште атҡарыу буйынса оҫталығын күрһәтте. Баһалама ағзалары һәр этап һөҙөмтәләрен тейешле балл менән билдәләне.
Борай районының “Урожай” хужалығынан килгән Фларит Шаматов дүрт тиҫтә йылға яҡын һөнәрен яратып башҡара. Тырыш хеҙмәте өсөн быйыл Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһын алған. Тәжрибәле оператор конкурстың туғыҙынсыһынан башлап ҡатнаша, шуға ла бәйге барышында үҙен бик иркен тотто, ҡуйылған яуаптарға төплө яуап бирҙе, артабанғы этаптарҙа ла күптәргә өлгө булды.
Үҙенсәлекле шөғөлдө үҙ иткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бирешмәне. Баймаҡ районының “Рәсүлев” крәҫтиән (фермер) хужалығы вәкиле Эльвира Ишмырҙина республика бәйгеһендә өсөнсө тапҡыр ҡатнаша, ул ярышҡа ныҡлы әҙерләнгән. Һөҙөмтәләрҙе иғлан иткәс, 700 саҡрым араны яҡын итеп килеүсенең 94 балл йыйғаны асыҡланды. Учалы районының “Байрамғол” агрофирмаһында тир түккән Альбина Хисмәтуллина ла һынатманы. Бәйге йомғаҡтары буйынса уның белеме һәм һөнәри оҫталығы 97 балл менән баһаланды. Был һылыуҙар менән бер рәттән юғары күрһәткестәргә ирешкән тағы ла тиҫтә ярым ҡатнашыусы майҙанға ҡуйылған оло сәхнәгә саҡырылды, уларҙың исем-шәрифтәре, тыуған төбәк атамалары Ағиҙел буйы туғайына тантаналы яңғыраны, йыйылғандарҙың алҡыштары аҫтында алдынғыларға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды. Быуындар күсәгилешлеген дәртләндереүҙе лә онотманы сараны ойоштороусылар. Был мөһим эш менән оҙаҡ йылдар әүҙем шөғөлләнеүселәр айырым билдәләнде, йәше буйынса иң оло бәйгесе Василий Васильев (Иглин районы) менән ярышта ҡатнашыусыларҙың иң йәше Дмитрий Шмильков та (Стәрлетамаҡ районы) махсус бүләктәр алды.
Әлбиттә, алҡыштарҙың иң көслөләре приз­лы урындарҙы яулаусылар хөрмәтенә булды. Күгәрсен районының “Тәүәкән” хужалығынан Салауат Байғүбәков, бәйге һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйып, һыйырҙарҙы һәм таналарҙы яһалма ҡасырыу операторҙарының юбилей конкурсында беренсе урынға лайыҡ булды һәм республика чемпионы тип иғлан ителде. Саҡмағош районынан Фирғәт Раяновҡа (99 балл) – икенсе һәм Туймазы районы вәкиле Салауат Насертдиновҡа (98 балл) өсөнсө урын бирелде.
Шәхси хужалыҡтарҙа яһалма ҡасырыу менән шөғөлләнеүселәр араһында Миҙхәт Бәҙикәев (Благовар районы) — беренсе, Рәхилә Садиҡова (Асҡын районы) — икенсе, Фәнил Мортазин (Фёдоровка районы) өсөнсө урынды яуланы.
Еңеүселәргә бүләктәр, дипломдар һәм Маҡтау грамоталары тапшырылғас, бәйге тантаналы ябылды, алдағы йылда уны үткәреү өсөн эстафетаны Күгәрсен районы ҡабул итте.
Хужаларҙың сараны үткәреүгә күп көс һалғанын айырым билдәләргә кәрәк. Конкурс бәләкәй генә һабантуйҙы хәтерләтте. Краснокама районы хужалыҡтары матур тирмәләрендә ҡунаҡтарҙы тәмле аш-һыу менән һыйланы. Үҙешмәкәр сәхнә оҫталары бай концерт программаһы күрһәтте, шахмат, шашка, гер күтәреү, күлдә балыҡ тотоу буйынса ярыштар уҙғарылды. Ҡыҫҡаһы, юбилей конкурсы ойоштороусыларҙың ҙур тырышлығы һөҙөмтәһендә юғары кимәлдә үтте, унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла яңынан-яңы хеҙмәт дәрте өҫтәне.



Вернуться назад