Мөслимовтар булдырыр ул27.06.2017
Мөслимовтар булдырыр улРайоныбыҙҙа ҡура тултырып мал аҫраған эшҡыуарҙар, фермерҙар, шәхси хужалыҡтар бихисап. Араларында ҡошсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр ҙә бар. Танысау ауылында йәшәгән Мөслимовтар – шундай ғаиләләрҙең береһе. Рәдинә менән Шамил ауылға 1990 йылдарҙа килеп төпләнә.
Ҡатын – агроном, ғаилә башлығы – ветеринар. “Ҡыҙыл партизан” колхозы менән килешеү төҙөп, тәүҙә ун йылға яҡын һыйыр ҡарайҙар, һуңынан, ниһайәт, шәхси эш асыу тураһындағы күптәнге хыялдарын бойомға ашырырға ниәт­ләйҙәр. Һәр ҙур йылға бәләкәй генә шишмәнән юл алған кеүек, был ғаиләнең кәсебе лә ябай ғына алыпһатарлыҡтан башлана. Тәүҙә ауыл халҡын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү маҡсатында киоск асалар, малын ишәйтәләр. Күпләп ҡош-ҡорт аҫрай башлайҙар. Ошо тармаҡта беренсе аҙымдарын бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй Мөслимовтар. Учалы ауылы инкубаторынан йөҙ бәпкә һатып алалар. Уларҙы ҡарау тәртибен яҡшылап белмәгәс, үлгәндәре лә була. Алдына ҡуйған маҡсатҡа өлгәшмәй ҡалмаҫҡа өйрәнгән ғаилә еңел генә бирелергә теләмәй. Күпмелер ваҡыттан ҡош-ҡорт үҫтереүҙең барлыҡ нескәлектәренә төшөнәләр. Йылдар үтеү менән был йүнәлештә байтаҡ тәжрибә туплайҙар. Әлеге ваҡытта уларҙың шәхси хужалығы – районда табышлы эшләгәндәрҙең береһе.
Мөслимовтар – өлгөлө атай-әсәй ҙә. Бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Айгөл­дәре үҙаллы тормош ҡорған, Бурансы ҡасабаһында йәшәй, кинйәләре Әлсинә мәктәптә уҡый. Ғәзиздәре бәләкәйҙән яҡындарына ярҙамлашып, һәр эштең ауырлығын үҙ иңендә татып үҫә. Хеҙмәт тәрбиәһе алған балаларҙың тормошта юғалып ҡалмағанын яҡшы беләбеҙ. Был йәһәттән Мөсли­мовтар бәхетле. Улдарының ата-әсәһенең юлын һайлауы хөрмәткә лайыҡ.
Улдары Рәмил Силәбе дәү­ләт университетының тарих факультетын тамамлай. Тәүҙә һөнәре буйынса эшләй, әммә бер ниндәй ҙә толҡа тапмай. Шунда ул үҙенең ер кешеһе икәнлеген, ата-әсәһе башлаған юлды дауам итергә кәрәклеген яҡшы аңлай. Икеләнеп тә тормайынса, бар эшен ташлап, яҡындары эргәһенә ҡайта. Улдарының тәүәккәл аҙымына Рәдинә апай менән Шамил ағай сикһеҙ һөйөнә. Эшкә бергә­ләшеп, ең һыҙғанып, тағы ла дәртләнеберәк тотоналар.
– Үҙемде ирекле ҡош итеп тойғом килде. Ике яҡҡа ла өлгөрөп булмай бит, – тип эшҡыуарлыҡ нескәлектәре менән бүлеште Рәмил Шамил улы. – Шулай ҙа юғары белемгә эйә булыу үҙ урыныңды табыу өсөн бик кәрәк, тип уйлайым. Университетта уҡыу, төрлө өлкәлә хеҙмәт итеү минең өсөн бушҡа үтмәне. Студент йылдарында күп кеше менән таныштым, осраштым. Улар араһында абруйлы, билдәле шәхестәр, эшҡыуарҙар булды. Ошолар барыһы ла бөгөн шәхси эшебеҙҙе уңышлы алып ба­рырға ярҙам итә. Продукцияңды етештереү генә түгел, уны һата белергә лә кәрәк. Бөгөнгө баҙар шарттарында был айырыуса ауыр. Конкурентлыҡ ҙур, һәр кем тауарын отошло хаҡҡа бирергә теләй. Ошо тәңгәлдә күптәнге таныштар ярҙамға килә.
Мөслимовтарҙың ҡошсолоҡ фермаһы Танысауҙа урын­лашҡан. “Ҡыҙыл партизан” колхозының буш торған элекке фермаларын һатып алып төҙөкләндергәндәр. Ахун ауылы хакимиәте башлығы Әмир Харисовҡа ҙур рәхмәт әйтәләр: ғаиләнең тырышлығын баһа­лап, һәр яҡлап ярҙам һуҙырға әҙер. Ҡаҙҙар һыуһыҙ тора алмай, сәғәттәр буйы йөҙөргә ярата. Шуны иҫәпкә алып, эргәлә быуа эшләгәндәр. Бөгөн Мөслимовтарҙың хужалығында 3500-ҙән ашыу ҡаҙ, өйрәк бәпкәһе, 500-ләгән тауыҡ бар. Бәпкәләрҙе бәләкәй килеш республикабыҙҙың ҡошсолоҡ фабрикаларынан алалар. Бер-ике ай үҫтереп, халыҡҡа һаталар.
– Һораусылар күп ҡошсоҡ­тарҙы, хатта барыһына ла еткереп өлгөрмәйбеҙ, – тиҙәр.
Яҡшы тауар үҙен үҙе маҡтай, тиҙәр бит, тирә-яҡ ауылдарҙан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә килеп алалар. Өс айлыҡ ҡаҙ бәпкәләре 400-450 һум торһа, ике-өс аҙналыҡ өйрәктәр – 120-140 һум. Тауыҡ йомортҡаларын да сауҙаға сығаралар. Йыл һайын август айында 2000-гә яҡын бройлер һатып алалар, уларҙы үҫтереп, йәрминкәлә тәҡдим итәләр.
Рәмил Шамил улы – өлгөр, бик булдыҡлы егет. Уның һымаҡтарҙы, баҫҡан урынында ут сығара, тиҙәр. Рәмилдең фермерлыҡ эшен алып барырға, уны үҫтереү юлдарын эҙләргә, яратҡан шөғөлдәре менән булышырға ла ваҡыты ҡалыуы һоҡландырҙы. Әйткән­дәй, егет профессиональ спортсы ла. Бәләкәйҙән милли көрәш менән ҡыҙыҡһына, студент йылдарында ла яратҡан шөғөлөн ташламай. Рәсәй, республика ярыштарында ҡатнашып, приз­лы урындар яулай, чемпион була, спорт мас­теры. Һабантуй­ҙарҙа бил бир­мәҫ көрәшсе. Шулай уҡ ауылдарында үткән байрамдарҙың бағыусыһы ла.
Рәмил балта оҫтаһы ла икән, ҡалала оҫтаханаһы бар. Дуҫы Альберт Ғиззәтов менән буш ваҡытында, ҡышҡы оҙон кис­тәрҙә шунан ҡайтмайҙар. Ағас­тан төрлө әйберҙәр юналар. Гөл һауыттары, тормош-көнкү­реш йыһаздары яһайҙар. Кеше­ләрҙән заказдар ҡабул итәләр. Өйөндәге йыһаздарҙы ла үҙ ҡулы менән эшләгән Рәмил.
Утыҙ йәшен ваҡлаған йәш йүнселдең бер минут та буш ваҡыты юҡ, һәр көнө теүәл бүленгән. Әле документтар юллау менән мәшғүл. Йәш фермер булараҡ, дәүләттән грант алырға ғариза биргән. Киләсәккә пландары ҙур. Аҡсалата ярҙам булһа, күпләп һыйыр малы, техника һатып алырға ниәтләй. Хужалыҡ ишәйһә, яңы хеҙмәт урындары ла булдырыласаҡ. Әле Мөслимовтар ике кешене эш менән тәьмин иткән.
– Ҡошсолоҡ – миҙгелле кә­сеп. Көҙ еткәнсе уларҙы һатып бөтһәң, мәшәҡәт кәмей. Ҡыш­ҡыһын буш ваҡыт күбәйә. Шуға тик ултырмаҫ өсөн малсылыҡ тармағында ла үҙемде һынап ҡарарға ниәтләйем. Әле биш баш һауын һыйырыбыҙ, 80-ләгән һарығыбыҙ бар. Һы­йырҙарҙы әсәйем һауып һөтөн эшкәртә, продукцияны баҙарға сығарып һатабыҙ. Ҡош-ҡортҡа ем күп кәрәк, аҙыҡты тонналап алабыҙ. Сығымдарҙы кәметеү маҡсатында быйыл үҙебеҙ иген үҫтереп ҡарарға булдыҡ, – ти егет.
Эргәңдә дәртләндереп, күңе­леңде үҫтереп торған яҡын­дарыңдың барлығы көсөңә ышанысыңды ла арттыра. Рәмилдең атаһы, әсәһе, һеңлеләре, татыу бер ғаилә булып, кәңәшләшеп алып бара эште.



Вернуться назад