Кирбесең “тоҙло”мо?27.06.2017
Кирбес — төҙөлөштә киң ҡулланылған материал. Ныҡлы, матур. Ләкин ҡайһы саҡ уны ағарып сыҡҡан таптар, тоҙҙар йәмһеҙләй, бысратып тора. Был — тоҙҙарҙың кристалләшеү һөҙөмтәһе.
Яңы ғына һалынған иҙмә кипкән саҡта һыу яйлап тоҙҙарҙы өҫкә сығара. Таптарҙың шулай уҡ цемент менән һыуҙың нисбәте тура килмәүенән дә барлыҡҡа килеүе бар. Шулай уҡ кирбесте яһағанда технологияның боҙолоуына бәйле булыуы мөмкин. Бындай төҙөлөш материалын осһоҙға алып, аҙаҡ бик ҡиммәткә төшәсәген һуңыраҡ ҡына аңлайҙар шул. Аҡ таптарҙың барлыҡҡа килеүенә һалҡынға сыҙамлы ҡатнашмалар ҙа “булышлыҡ” итә. Уларҙы һуңғы ваҡыт һалҡын көндәр башланғас ҡушалар. Ләкин сифатлы ҡушымталар кирбесте бысратмай. Аҡ таптар шулай уҡ төҙөлә башлаған ҡоролманың оҙаҡҡа туҡталып тороп, һуңынан тағы яңыһы өҫтәлеүенән дә барлыҡҡа килергә мөмкин.
Бындай таптарҙы махсус ҡулланма менән бөтөрәләр. Уға органик һәм органик булмаған кислоталар инә. Улар майлы, эзбиз ҡатламлы бысраҡтарҙы, кирбестән, плитәнән, керамиканың үҙенән сыҡҡан таптарҙы таҙарта. Шулай уҡ халыҡ ысулын ҡулланып та була. Бының өсөн биш процентлы тоҙ кислотаһы, уксус кислотаһы, нашатыр спирты алып һөртөргә мөмкин. Ләкин бындай ысул кирбестең, плитәнең йөҙөн үҙгәртеүе ихтимал. Шуға ла махсус тәғәйенләнгән шыйыҡсаға етмәй. Хаҡы бер аҙ “тешләшһә” лә, ышаныслы һәм үҙен үҙе аҡлай.
Тоҙҙар, таптар башҡаса барлыҡҡа килмәһен өсөн таҙартылған кирбесте гидрофобизатор (пропитка) менән эшкәртәләр. Бындай препараттарҙың күбеһе һыу үткәрмәй. Уның менән эшкәрткәндән һуң буяп булмай. Гидрофобизатор шыйыҡса һәм паста формаһында була. Икенсеһен ҡулланыу ябайыраҡ та, ышаныслыраҡ та.


Вернуться назад