Ҡыҫҡаса кәңәш-төңәш27.06.2017
=Цемент иҙмәһе әҙерләгәндә, ғәҙәттә, көрәк менән бутайҙар. Ләкин дүрт йәпле һәнәктән дә ҡулайлыһы юҡ. Берҙән, иҙмә тигеҙ була; икенсенән, эш еңел һәм ырамлы бара.
=Ағас бағана оҙаҡ хеҙмәт ит­һен өсөн уның төбөнә рубероид урайҙар ҙа нәҙек кенә тимер сым менән уратып ҡуялар. Һуңынан өҫтөн паяльная лампа менән һаҡ ҡына йылыталар. Рубероидтың битум өлөшө иреп, ағасҡа һеңәсәк.
=Һатып алғандан һуң ҡағыҙ тоҡта цемент тиҙ әрәм була, сөнки ул дым тартыусан. Әгәр ҙә полиэтиленға урап ҡуйһағыҙ, оҙаҡ һаҡланасаҡ.
=Бетон иҙмә менән эшләүе еңел булһын өсөн уға балсыҡ ҡушалар. Ләкин был массаның ныҡлығын ҡаҡшата. Шуға ла бер күнәк һыуға бер ҡашыҡ кер йыуыу порошогы һалалар. Ул әҙер иҙмәне һығылмалы итә.
=Ҡар баҙы өсөн боҙ әҙер­ләр­гә онотманығыҙмы? Бының өсөн 1,5 һәм 2 литрлыҡ пластик шешә­ләргә һыу тултырырға ла һыуыт­ҡысҡа ҡуйырға кәрәк, ләкин һыуҙы 50-60 миллилитр тултырып еткермәйҙәр. Шешә ярыл­маһын өсөн уны ҡыҫып, һауаһын сығаралар. Мөгәрәпкә төшөрөп теҙәләр ҙә өҫтөн ағас вағы йәки ҡоро торф менән ҡаплайҙар. Шешәләрҙә боҙ әкрен иреүе менән ҡулай булһа, ҡар баҙының дымланмауы икеләтә отошло.
=Һуңғы арала баҡсаларға тағараҡ элеү йәки яһап ҡуйыу менән шөғөлләнмәйҙәр. Был тәү сиратта емдең ҡиммәт булыуына бәйле­лер. Ләкин тағараҡҡа бер нисә ус аш-һыу ҡалдығы, икмәк валсыҡ­тары һалып, ҡоштарҙы эйәләштерһәгеҙ, йәй баҡсағыҙҙа ҡоротҡос аҙыраҡ булыр. Мәҫә­лән, бер турғай ғына ла бер нисә көндә үҙ ауырлығында бөжәк, селәүсен, ҡарышлауыҡ ашай. Ә сыйырсыҡ миҙгеленә һигеҙ меңгәсә май ҡуңыҙы һәм ҡарышлауыҡты юҡ итә.
=Йомортҡа ҡабығын ташлар­ға ашыҡмағыҙ. Унда организм өсөн файҙалы углекислоталы кальций 90 процентҡа етә. Өлкән кешегә тәүлегенә 1 грамм кальций кәрәк. Был инде 1,5-3 грамм ҡабыҡ порошогы тигән һүҙ. Венгр табибы Кромпехер, ун йыл буйы тәжрибә үткәреп, организм тиҙ үҙләштергән кальций сыға­нағы йомортҡа ҡабығында ғына, тигән фекергә килгән. Ул бигерәк тә бер йәштән өлкәнерәк балаларға файҙалы. Нәҡ ошо ваҡытта һөйәк туҡымаһы, һөлдә үҫешә һәм организм кальцийға мохтажлыҡ кисерә. Ә кальций етешкән тәндә рахит, анемия һымаҡ ауырыуҙарға урын ҡалмай.


Вернуться назад