Ултырғысың шығырлап һелкенә башланымы? Сығарып ташларға ашыҡма. Өйҙә булмаһа ла, баҡса тирәһендә кәрәге тейер. Хәҙер бит елемдең ниндәйе генә юҡ: “һә” тигәнсе йәбештереп, йүнәтеп ҡуйып була.Ағастан эшләнгән өй йыһаздарын йәбештереү өсөн “ПВА-супер” елемен ҡулланырға мөмкин. Пластикка һәм металға тәғәйенләнгәндәре лә бар. Эпоксидтан, казеиндан торғандары ла бер нисә йыл элек кенә ҡулланылышта йөрөгән ағас елеменән сифаты буйынса һис айырылмай.
Елемде дөрөҫ технология буйынса ҡулланырға кәрәк. Ултырғыстың, өҫтәлдең берәй ере ҡаҡшаһа, йүнәтеү өсөн уны бөтөнләй һүтеү мөһим. Бер-береһенә тоташҡан ерҙәрен резина йәки ағас сүкеш менән һуғып сығаралар. Металл сүкеш ҡулланғанда, уға сепрәк урайҙар.
Һүтеп бөткәс, деталдәрҙең уйымдарын иҫке елемдән, ағас онтағы ҡалдығынан таҙарталар. Оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән мебелдең ағасы ҡорорға, хәҙерге ағас-юнысҡы плитәнән яһалғандарының “ҡыуышы” ҙурайырға мөмкин. Шуға ла сығынтылар (шины) ояһынан бушаһа, уларға елем һеңдерелгән марля урап, кире кейҙерәләр. Һуңынан елем кипкәнсе тарттырып бәйләп ҡуялар. Шканттары бушаһа, ҙурыраҡ диаметрлыларына алыштыралар. Уларҙы – сөйҙәрҙе – имән, ҡайын ағасынан яһайҙар. Иҫкеләрен ҡабат ҡулланғанда, шул уҡ марляны елемгә батырып урайҙар. Елем ағып сыҡмаһын өсөн шканттар тишектән аҙ ғына ҡыҫҡараҡ булырға тейеш.
Деталдәрҙе йәбештергәнсе иң тәүҙә йыйып ҡарарға кәңәш ителә. Шулай уҡ ултырғыстарҙы туҡыма менән тышлауҙы ла һуңғараҡ ҡалдырығыҙ.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ:
а) шканттар (сөйҙәр) менән тоташтырыу;
б) “ҡарлуғас ҡойроғо”; в) уйымдарға беркетеү;
г) шөрөп менән ялғау;
д) елемгә мансылған туҡыма менән йәбештереү.