Төҙөлөшкә илткән юл27.06.2017
Төҙөлөшкә илткән юл Бөгөн, ҙур тиҙлек менән алға барған заманда, ҡалаларҙы заманса төҙөлөш объекттарынан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Әлбиттә, иң беренсе иғтибарҙы йәлеп иткәне – тап шул йорттар, мөһабәт төҙөлөш комплекстары, һоҡландырырлыҡ архитектура ҡомартҡыларылыр, моғайын. Йылдар, быуаттар дауамында төҙөлгән тотош ҡала – заманса матурлыҡ. Алға ынтылыш, үҫеш, хәрәкәт барышында тыуҙырылған ижад...
Ә төп ижадсылары кем? Архитек­торҙар, төҙөүселәр, инженерҙар, техниктар, механиктар, крансылар, иретеп йәбештереүселәр, малярҙар, рәссам­дар... Һанһыҙ белгестәрҙең, үҙ эшен оҫта башҡарған һөнәрмәндәрҙең оло хеҙмәте сағыла йылдар ағымында тыуҙырылған ижадта. Уларҙы әҙерләгән уҡыу йорттары иһә күп түгел, бармаҡ менән һанарлыҡ.
Мәҫәлән, Өфөлә Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы бар. Ижад оҫталарын тәрбиәләй, тиҙәр уның хаҡында. Бына алты тиҫтә йылдан ашыу төбәктең, илдең төҙөлөш тармағын үҫтереүгә ошо уҡыу йорто әҙерләгән белгестәр ҙур өлөш индерә. Рәсәйҙә һалынған ҙур объекттарҙа, предприятие һәм ойошмаларҙа эшләй улар.
Төҙөлөшкә илткән юлҺуғыштан һуңғы йылдарҙа фронтовик-уҡытыусыларҙың фиҙакәрлеге ярҙамында көс туплаған мәғариф учреждениеһының үҙ тарихы бар. Хөкүмәттең эшсе кадрҙар әҙерләү маҡсатында һөнәри уҡыу йорттары асыу тураһындағы ҡарарынан һуң, 1957 йылда Өфөлә төҙөлөш мәсьәләләре буйынса уҡыу-консультация биреү үҙәге булдырыла. 1961 йылдан киске уҡыуҙар алып барылған төҙөлөш техникумы тип үҙгәртелә, бер аҙҙан унда ситтән тороп уҡыу һәм көндөҙгө бүлектәр асыла, артабан яңы һөнәр мөмкинлектәре өҫтәлә барып, “Башҡорт төҙөлөш колледжы” тип атала башлай. 2011 йылда 129-сы лицей менән бергә ҡушылғас, республиканың Благовещен, Дәүләкән ҡалаларында үҙ филиалдары булған Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы тип таныла. Ярты быуаттан ашыу арауыҡта уҡыу йорто 25 меңдән күберәк эшсе әҙерләп сығара.
Төҙөлөшкә илткән юлБөгөн иһә Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы – урта махсус һөнәри белемле эшселәр әҙерләгән күп профилле уҡыу йорто, IX һәм XI кластан һуң уҡырға килгән йәштәр бюджет һәм түләүле нигеҙҙә, аттестат балдары буйынса имтиханһыҙ ҡабул ителә. Колледждың көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә архитектура, йорт төҙөү, программалаштырыу, ер-милек эштәрен башҡарыу, юл-төҙөлөш, күтәреү машиналарын һәм ҡоролмаларын ҡулланыу, ремонтлау буйынса махсуслашҡан белгестәр әҙерләнә. Шулай уҡ бында штукатурлау, эске системаларҙы монтажлау, иретеп йәбештереү, автомеханика буйынса уҡыуҙар, “KNAUF” программаһына ярашлы курстар ойошторолған. Республиканың ҡала һәм райондарынан, күрше өлкәләрҙән килгән ике меңдән ашыу студент уҡыу йортонда үҙҙәре һайлаған йүнәлеш буйынса белемен камиллаштыра. Шул уҡ ваҡытта өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлеге лә бар. Уҡыусыларға йәшәү өсөн ятаҡ та ҡаралған.
Әлбиттә, белем биреү кимәле менән бергә һәр абитуриентты ҡыҙыҡһын­дырғаны – уҡыу йортоноң мауыҡтырғыс тормошолор, моғайын. Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы – үҙ йүнәлештәре буйынса ойошторолған бик күп республика, Рәсәй бәйгеләре еңеүсеһе лә. Студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа төрлө мәҙәни, спорт сараларында әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулай.
2009 йылда колледж “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 махсус уҡыу йорто” конкурсында “Европа сифаты” алтын миҙалына лайыҡ була. 2011 йылда “Строймастер” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә еңеү яулай. Республика, ил кимәлендә үткәрелгән һөнәри оҫта­лыҡ конкурстарында, олимпиадаларҙа призлы урындар ала студенттар. Мәҫәлән, Азамат Фәйзуллин WorldSkills Russia. Йәш һөнәрмәндәр оҫталыҡ бәйге­һенең төбәк этабында “Иретеп йәбештереү технологиялары” йүнәлеше буйынса өсөнсөлөккә сыға; ошо уҡ һө­нәргә бәйле республика олимпиа­да­һында Илья Маркин икенсе урын яулай, йәнә колледж студенттары ойошмаһы Мәскәү ҡалаһында ойошто­ролған ғилми-ғәмәли конференцияға барып, Бөтә Рәсәй фәнни эҙләнеү, проект һәм ижади эштәр конкурсында уңышҡа өлгәшә; төҙөлөштө эксплуатациялау бүлеге студенттары ҡаҙаныштары менән һөйөндөрә; архитектура үҙенсәлектәрен өйрәнгән йәштәр үҙҙәренең ижади эштәре менән “Архиграф” күргәҙмәһендә танылыу ала, һәм башҡа бик күп еңеүҙәре бар уҡыу йортоноң.
Әлбиттә, һәр уңышлы эштең, сифатлы белемдең нигеҙендә тырышлыҡ, уңайлы шарттар һәм юғары талаптар ята. Ошо хаҡта колледж директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Инесса Косолапова үҙ фекерҙәре менән бүлеште:
– Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы – республикала төҙөлөш тармағы өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүсе төп уҡыу йорттарының береһе. Беҙҙә үҙ эшен яҡшы белгән уҡытыусылар, психологтар, өҫтәмә белем биреү педагогтары хеҙмәт итә. Уларҙың күбеһе юғары категориялы, байтағы – ошо уҡыу йортон тамамлаған йәштәр. Колледжда студенттарға төплө, сифатлы белем биреүгә, һәләттәрен төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Маҡсаттарыбыҙға уҡыу йылы барышында үткәрелгән төрлө йүнәлештәге семинар-дәрестәр, конкурстар, һөнәри үҙәк һәм оҫтаханалар, йәмәғәтселек эшмәкәрлеге, тәрбиәүи саралар ярҙамында өлгәшәбеҙ. Быға колледждың матди-техник хәленең яҡшы булыуы ла өлөш индерә. Дәүләт гранттары иҫәбенә алынған бөтә ҡорамалдар заман талаптарына яуап бирә тип әйтергә мөмкин. Студенттарҙың күп яҡлы үҫеше өсөн дә уҡыу йортонда барлыҡ шарттар булдырылған. Һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған, кәрәкле тип тапҡан түңәрәктәрҙә шөғөлләнә ала. Уҡыу йортоноң Благовещен, Дәүләкән ҡалаларында филиалдары, корпустарҙа өҫтәмә квалификациялар буйынса махсус үҙәктәр бар. Теоретик белем биреү менән бергә, KNAUF, BOSH компанияларының ҡорамалдары ярҙамында тәжрибәләр үткәрелә.
Төрлө өлкәлә еңеү яулаған студенттар – колледждың ғорурлығы. Тырыш йәштәргә төрлө премиялар, республика Башлығының, М. Аҡмулла исемендәге, Башҡортостан Төҙөүселәр союзының стипендиялары бирелә. Буласаҡ белгестәргә практика үтеү, эшләү маҡсатында “Буринтех”, “ВНЗМ”, “ПСК-6” кеүек ҡеүәтле компанияларға урынлашыу мөмкинлеге бар. Колледждан һуң юғары белем алырға теләгән студенттар уҡыуын Өфө дәүләт нефть техник университеты менән килешеү нигеҙендә уның Архитектура-төҙөлөш институтында дауам итә ала. Был уҡыу йортон тамамлағандар өсөн эшкә урынлашыу йәһәтенән ҡыйынлыҡтар юҡ. Заман шарттарына яраҡлаша белгән, уҡыуҙа ла, эштә лә уңышҡа өлгәшә алырлыҡ белгестәр әҙерләү – беҙҙең төп маҡсат.
Ысынлап та, Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы урта махсус белем биреү йорттары араһында юғары кимәлде тота. Республиканың ғына түгел, илдең төрлө төбәктәрендәге архитектура, төҙөлөш фирмаларын кадрҙар менән тәьмин итә. Колледжды тамамлаған белгестәр шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа ҙур ҡалаларында белем алыуын дауам итә, эшләй. Заманса шарттар булдырылған уҡыу йортонда студенттар төрлө йүнәлештә ғилемен камиллаштыра, киләсәктә кәрәкле һөнәр эйәһе булыу маҡсатында тәжрибә туплай.
Был, һис шикһеҙ, илебеҙҙә белем алыу өсөн юлдар асыҡлығы, мөмкин­лектәрҙең сикһеҙлеге, киңлеге тура­һында һөйләй. Киләһе көнгә ышаныслы ҡараш, аныҡ маҡсат, белем алыуға ынтылыш, алға барырға теләк кенә булһын. Шуға ла кемдер киләсәген төҙөлөш-архитектура эше менән бәйләргә, ошо өлкәлә белемле, тәжрибәле белгес булырға, ғилем туп­лауын юғары уҡыу йортонда дауам итергә теләй икән, Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы хыялдарҙы тормошҡа ашырырға әҙер.


Вернуться назад