Принтерҙа баҫып сығарыу10.04.2012
Документтарҙы принтерҙа баҫтырып сығарыу әллә ни ҡатмарлы түгел. Ғәмәлдәрҙең эҙмә-эҙлеклелеген һәм төрлө программаларҙағы документтарҙы баҫтырыуға әҙерләү үҙенсәлектәрен белергә кәрәк. Был дәрестә текст, электрон таблицалар рәүешендә йыйылған, шулай уҡ фотоларҙы принтерҙан сығарыу алымдарын ҡарарбыҙ.
Мәҫәлән, Word программаһында йыйылған тексты ҡағыҙға сығарырға кәрәк, ти. Файлды асып “Баҫтырып сығарырға” тигән ғәмәлде һайлайбыҙ йә иһә Ctrl+P клавишаларын бергә баҫабыҙ. Баҫтырып сығарырға тигән диалог тәҙрәһе асыла. Был тәҙрәнең төп позицияларын ҡарайыҡ. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: баҫтырыу ғәмәлдәре принтерҙың моделенә бәйле. Мәҫәлән, “Ике яҡлап баҫтырып сығарыу” йәки “Күсермәләр буйынса айырыу” функциялары.
Принтерҙың атамаһы тигән юлда документты сығарыуҙың бөтә варианттары күрһәтелгән (документты принтерҙан сығарыу ғына түгел, шулай уҡ уны файлға индерергә, йәғни төҙәтмәләр индерелмәгән документтарҙы һаҡлау өсөн файҙаланылған PDF форматында һаҡларға мөмкин).
Компьютерға йәки ноутбукка тоташтырылған принтерҙы табабыҙ. Хәл-торош тигән юлда принтерҙың әлеге мәлдә буш булыуы (әгәр принтерға бер документ та ебәрелмәһә) йәки баҫыуға ебәрелгән документтар һаны (1, 2, 3 …) күрһәтелә.
Биттәр тигән киҫәктә баҫылған документтың күрһәткестәре сағыла:
— бөтәһен дә — әгәр документты тулыһынса сығарырға булһа;
— ағымдағы — экранда күренгән бит кенә баҫыла;
— һандар — уң яҡтағы юлда күрһәтелгән бит йәки биттәр диапазоны баҫыла;
— билдәләнгән фрагмент — текстағы айырып күрһәтелгән фрагмент ҡына — баҫылып сығасаҡ.
Шулай уҡ йоп һәм таҡ һанлы биттәрҙе сығарырға мөмкин. Был функцияны “Ҡабыҙырға” тигән юлдан эҙләгеҙ. “Масштаб” тигән юлда бит һанын һайларға мөмкин. Бит үлсәме буйынса тигән юлда документтың конверттан алып плакатҡа тиклемге масштабы сағыла. Уң яҡтағы “Күсермәләр һаны” юлындағы “Күсермәләр” киҫәгендә баҫылып сығасаҡ документтың күсермәләр һаны күрһәтелә. “Баҫтырып сығарырға” тигән тәҙрәнең өҫкө өлөшөндәге “Үҙенсәлектәр” тигән төймәгә баҫһаң, теүәлерәк көйләгестәр асыласаҡ. Макет тигән киҫәктә документтың китап йәки альбом рәүешендә баҫылыуы билдәләнә. Ҡағыҙ киҫәгендә ҡағыҙҙың ҡулдан һалыныуы йәки автоматлаштырылған ысул менән бирелеүе күрһәтелә. “Графика” киҫәгендә — баҫылыу тығыҙлығы, “Өҫтәмә” киҫәгендә һыу билдәләре менән баҫтырыу ысулдары бар.
Әле ҡаралғандарҙың барыһы ла документтарҙы Exel, PowerPoint һәм Openoffice программаларында баҫтырыуға ҡағыла. Хәҙер инде фотоларҙы ҡарауҙың стандарт программаһы аша баҫтырып сығарыу ысулына күсәйек. Фотоларҙы ҡарау программаһы ярҙамында фотоны асабыҙ. “Принтер” билдәһенә баҫабыҙ. Фотоларҙы баҫыу мастеры тигән тәҙрә асыла. “Артабан” тигән команданы һайлайбыҙ. Киләһе тәҙрәлә кәрәкле фотоның уң яҡтағы өҫкө мөйөшөнә билдә ҡуйып, “Артабан”ға баҫабыҙ. Әгәр компьютерға бер нисә принтер тоташтырылмаһа, яңынан асылған тәҙрәлә бер нимәне лә үҙгәртергә кәрәкмәй. Баҫтырып сығарыу көйләгестәре төймәһенә баҫып, текстарҙы баҫыу тәҙрәһендәге Үҙенсәлектәрҙе һайлайбыҙ. “Артабан” командаһына баҫабыҙ.
Киләһе тәҙрәлә фотоны сығарыу үлсәмен һайлайбыҙ һәм “Артабан”ға баҫабыҙ. Принтер фотоны баҫтырып сығарасаҡ.
Мария АРТЮХОВА.


Вернуться назад