Ҡыҙыл аҡһын тулҡын ҡағып27.06.2017
Районда Экология йылына ярашлы йылға-күл буйҙарын таҙартыу маҡсатында иғлан ителгән “Тере һыу” акцияһы дәррәү үтте. Оло һәм Кесе Ҡыҙыл, Ҡағы, Йәнгел йылғалары, Мауыҙҙы, Суртанды, Сыбаркүл, Атауҙы күлдәренең тирә-яғын тәртипкә килтереү буйынса өмәләр уҙҙы. Һәр ауыл биләмәһе башҡарылған эштәрҙе сағылдырған махсус альбомды тулыландырып барҙы.
Төбәктең күп ауылдары һыулаған Оло Ҡыҙыл йылғаһы кескәй генә инештән башлана. Үҙ юлындағы бәләкәй шишмәнән, тау йылғаларынан көс-ҡеүәт алып, Урал йылғаһына барып ҡушылғансы 172 саҡрым юл үтә ул. Изге акцияны дәррәү күтәреп алып, иң тәүҙә башлаған Буранғол биләмәһенән күсә барып, өмә эстафетаһы Әлмө­хәмәткә килеп етте. Артабан Оло Ҡыҙыл йылғаһы күрше Силәбе өлкәһе буйлап аға. Эште тамамлап ҡуйыу өсөн беҙҙең делегация Ҡыҙыл районына юл тотто.
Район Советы секретары Б. Исламбаев, Әлмөхәмәт ауыл хакимиәте башлығы И. Батыршин, Сиҙәм мәктәбе­нең география уҡытыусыһы Л. Ғибәҙәто­ваны Ҡыҙылда хужалар һәм халыҡ ижады йортоноң “Раздолье” ансамбле йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы. Ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлы­ғының беренсе урынбаҫары Г. Бугряков, район депутаттар йыйылышы рәйесе В. Заплатин, Ҡыҙыл биләмәһе башлығы Л. Калайтанов тәбрикләне. “Түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙә Булат Исламбаев райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырып үтте, сәфәрҙең маҡсатын аңлатып, “Тере һыу” акцияһы һәм Экология йылында башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Григорий Бугряков Ҡыҙыл районы хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. 25 мең халҡы булған төбәк, нигеҙҙә, беҙҙәге кеүек малсылыҡ һәм игенселек менән көн күрә. 14 би­ләмәлә бөтәһе 52 ауыл иҫәпләнә. Район башлығының беренсе урынбаҫары эшлекле сәфәрҙең бик урынлы булыуын, күршеләр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп йәшәү кәрәклеген билдәләне.
Ҡыҙыл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Леонид Калайтанов район үҙәгендә ете мең тирәһе кеше йәшәүен, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу буйынса башҡарылған эштәр хаҡында һөйләп уҙҙы. Әле унда газ үткәреү бара. Дөйөм эш күләме 65 процент тәшкил итә. Ғәҙәттә, райондан ситкә сығыу менән башҡаларҙың нисек йәшәгәненә күҙ һалаһың. Һәм тағы бер тапҡыр үҙе­беҙҙә халыҡтың күркәм, ҙур йорттарҙа ғүмер кисереүенә, ауылдарҙың мату­рыраҡ булыуына, төҙөкләндереү эше яҡшы ҡуйылғанына инанып ҡайтаһың. Бында ла, район үҙәге булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙәге ише бейек, иркен өйҙәр юҡ, хатта административ биналар ҙа күпселектә бер ҡатлы йорттарҙа урынлашҡан. Урамдар ҙа тарыраҡ һымаҡ, ҡыҫҡаһы, барыһы ла ят. Әлбиттә, барған урынды яманлау ярамай, әммә әбйәлилдәрҙең хөрриәттә тормош итеүен иҫтәренә төшөрөү яҙыҡ булмаҫ.
Әлмөхәмәт биләмәһе башлығы И. Батыршинға был яҡтар хеҙмәт юлы ошонда башланыуы менән яҡын икән. Иҙрис Салауат улы Магнитогорск педагогия институтын тамамлап, йүнәлтмә буйынса әлеге райондың Кацбах мәктәбенә уҡытырға килгән. Ул хужа­ларға Ҡыҙыл йылғаһын таҙартыу буйынса ойошторолған өмә эстафетаһын ҡабул итеү идеяһын хуплап ҡаршы алыуҙарына рәхмәт белдерҙе.
Районға һәм уның үҙәгенә исем биргән Ҡыҙыл йылғаһы уларға ҡәҙерле булыуын, таҙа тоторға тырышыуҙары хаҡында әйтеп, хакимиәт етәкселәре беҙҙе йылғаға алып китте. Бына ул Оло Ҡыҙылдың Уралға ҡойған урыны. Ҡушылған урында Ҡыҙылдың һыуы бөтөнләй икенсе булып айырылып тора. Йәйгеһен урындағы халыҡ та, ҡырҙан килгән ҡунаҡтар ҙа, һыуы һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, таҙалығы өсөн яратыуын, кинәнеп һыу төшөүен һөйләне хужалар. Яр буйындағы ҡомо ваҡлыҡ­тан бала-сағаға уйнарға, ҡыҙынырға ҡулай булыуын, шуның арҡаһында йәй буйы кеше өҙөлмәүен әйтһәләр ҙә, йылға буйы һис тапалмаған, ҡуйы, бейек үлән үҫә, тирә-яғы тап-таҙа, усаҡ яҡҡан, ере көйөп бөткән урындар бөтөнләй юҡ. Кеше ҡулы теймәгән, аяғы баҫмаған тиерлек. Һыу буйындағы таллыҡтар ҡуйы, хатта юлға ҡамасаулаһа ла, ҡырҡылмаған, боталмаған. Тәбиғәтте ҡәҙерләй, һаҡлай беләләр, тимәк.
Оло Ҡыҙыл менән Урал йылғаһы ҡушылған һәм Европа менән Азия киҫешкән урында, йәғни ҡитғалар сигендә, ике яҡ ҡул ҡыҫышып, артабан да күршеләрсә мөнәсәбәттә, үҙ-ара бәйләнеш тотоп, аралашып йәшәргә һүҙ ҡуйышты. Район Советы секретары Булат Исламбаев Әбйәлил тураһын­дағы энциклопедияны бүләк итте. Әлмөхәмәт биләмәһе башлығы Иҙрис Батыршин махсус альбом тапшырҙы. Уға Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйын төҙөкләндереү эшен сағылдырған фотоһүрәттәрҙе ҡуясаҡтар.
Беҙҙең район делегацияһы музыкаль күстәнәс менән дә килгәйне: “Дуҫлыҡ” бейеү ансамбле солистары Фәнилә Ғүмәрова менән Наҙгөл Хәмитова “Әбйәлил ҡыҙы” бейеүен бүләк итте.
Ҙур акция тамам. Ҡыҙылдың сылтырап сыҡҡан урынынан күпме ер-һыу үтеп, ҙур йылғаға барып ҡушылыуын күреү күңелгә ниндәйҙер ғәжәп кинәнес бирә. Тулҡындарын ярға ҡағып, үҙ йырын йырлап аҡҡан йылғаға һоҡланып ҡына ҡалмай, ул һайыҡмаһын, бысрама­һын өсөн көс һалырға кәрәк. Һыуҙың тереклек, йәшәйеш сығанағы булыуын онотмай, ҡәҙерләргә өйрәнәйек. Нин­дәйҙер дөйөм сара үткәреүҙе көтмәй, һәр кем үҙенең эргә-тирәһен, ял иткән урынын тәртипкә килтерһен, артынан бысраҡ ҡалдырмаһын ине. Ошо икһеҙ-сикһеҙ матурлыҡҡа, еребеҙ, тәбиғәтебеҙ байлығына һаҡсыл ҡараш булдырған осраҡта ғына донъя үҙенең гүзәллеге менән әсир итәсәк.


Вернуться назад