Асылмаған ишек...27.06.2017
Көйөргәҙе районындағы музейҙарҙың ниндәй хәл-торошта икәнлеген уларҙың етәкселәренән белештек.
Гөлнур ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА, райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры:
– Музей район бюджеты ҡарамағында. Балалар, ҡунаҡтар килә, хаҡы – 25 һум. 2015 йылда Кинйәабыҙҙың Кинйә Арыҫланов исемендәге музейы, былтыр Яңы Морапталдың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музейы грант отто, быйыл иһә район үҙәгендәге музей буйынса документтар йыйып бирергә уйлайбыҙ. Бындағы “Йәшлек” мәҙәниәт һарайына капиталь ремонт эшләнәсәк. Музей ҙа ошо бинала булғас, эштең хаҡы сметаға ингән. Республиканан бүленгән аҡсаға тәҙрә, ишектәр алмаштырыласаҡ, тупһабыҙҙы ла яңыртырға уйлайбыҙ.
Әлфирә НИҒМӘТУЛЛИНА, Яңы Морапталдағы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музей директоры:
– Хәл бик маҡтанырлыҡ түгел шул. 1972 йылғы бина хәҙер иҫке инде, ремонт кәрәк. Бер кешегә музейға инеү хаҡы 20 һум ғына булһа ла, килеүселәр аҙ. Етмәһә, төндә бинаға бурҙар төшкән. Билдәһеҙ әҙәмдәр боронғо затлы әйберҙәрҙе урлаған.
“Кинйә Арыҫланов музейы – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Уны һалдырған, асҡан осорҙо хәтерләгеҙ, ниндәй ҙур ваҡиға һымаҡ ҡабул ителгәйне. Тик ғорурлығыбыҙҙың бөгөнгө хәле мөшкөл – ул район бюджеты ҡарамағында, республика үҙенә алһын, тип яҙмаған ер ҡалманы.
2015 йылда музей 90 мең һумлыҡ грант отҡайны, компьютер кәрәк-яраҡтары алғандар. Бында хәҙер һәр кем үҙе аҡса эшләһен тигән принцип йәшәй. Тик беҙ бит Третьяковка түгел, билет хаҡы 25 тәңкә тора, ти, ә ситтән килгән кешенең юлына кәмендә бер мең һум китә. Хәҙерге көндә ике генә кеше музейҙы ҡарап, йыйыштырып тота (бында клуб та бар бит). Береһе – клуб мөдире, икенсеһе – музей директоры. “Бар эш тә беҙгә йөкмәтелгән – сәскәһен дә ултырт, үләнен дә сап, иҙәнен дә йыу, экскурсия ла үткәр… Йәнә бер штат булғанда арыу булыр ине…”, – тип һүҙен өҙә директор Мөслимә Биктимерова.
Әле бына музей түбәһенән һыу аға (яңыраҡ ҡына район хакимиәте уны ремонтларға тип 500 мең һум аҡса бүлгән, тиҙҙән һыу ағыуы туҡтар, тип ышанабыҙ). Кергән ишеге асылмай тиерлек – аҫты тейә. Ахырҙа, уны бөтөнләй ябып ҡуйып, килеүселәрҙе икенсе яҡтан индерергә булдылар. Тормошта ла шулай асылмаған ишеккә ҡул һелтәп, башҡаһынан тиҙ генә кереп китергә булһа икән.
Бәлки, берәй ҡасан беҙ туҡылдатҡан ишектәр асылыр ҙа музейҙарыбыҙға йөҙ менән боролорҙар – республика үҙ ҡарамағына алыр, юҡһа район бюджеты өсөн улар бик ауырға төшә.