“Баланы Интернет селтәренән ҡурсаларға теләһәгеҙ, ауылға ебәрегеҙ”27.06.2017
“Баланы Интернет селтәренән ҡурсаларға теләһәгеҙ, ауылға ебәрегеҙ”Һуңғы йылдарҙа смартфон, айфон, планшет, ноутбук һәм башҡа заманса техника менән әүҙем ҡулланабыҙ. Әлбиттә, уңайлыҡтары бихисап, тик уларҙың зыяны тураһында уйланғанығыҙ бармы? Нисек кенә булмаһын, был “йыһаз”дар сабыйҙарыбыҙҙың бала сағын ағыулай. Донъя мәшәҡәттәренә күмелгән ата-әсәгә ҡай саҡта баланың өйҙә, компьютер артында ултырыуы уңайлы һымаҡ та, ә бына Интернет киңлектәрендә уны ниндәй хәүеф һағалай? Был хаҡта социология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Элина САФИНА менән һөйләштек.
– Элина Нур ҡыҙы, һеҙ, әүҙем йәш белгес булараҡ, әллә нисә йүнә­лештә эш алып бараһығыҙ. Гәзит уҡыусыларҙы бер аҙ үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
– БДПУ-ла һаулыҡты һаҡлау һәм тормош хәүефһеҙлеген тәьмин итеү кафедраһында эшләйем. Университет­тың Республика медицина иҫкәртеүе үҙәгендә лә психолог вазифаһын баш­ҡарам. Ошо көндәрҙә бергәләп “Балалар – Интернетта” тип аталған мәғлүмәти проектты тормошҡа ашыра башланыҡ. Был сараға балаларҙы ла, ата-әсәне лә йәлеп итәбеҙ. Тәүгеләренә Интернет селтәрендә аҙашмаҫҡа, өлкәндәргә бала менән уртаҡ тел таба белеү, уның ниндәй сайттарға инеүен күҙәтеп барырға, ниндәй үҙенсәлектәргә иғтибар итергә, ҡайһы саҡта һағайырға һәм шунда уҡ сара күрергә кәрәклеген өйрәтәсәкбеҙ.
– Үҫмерҙәрҙең күбеһендә социаль селтәргә бәйлелекте күреп торабыҙ. Хатта ҡайһы берәүҙәр ысын тормоштан ситләшеп, башкөллө виртуаль донъяға сумғандай тойола. Был заман шауҡымылыр. Шулаймы?
– Эйе. Был бәйлелек йылдан-йыл ҡурҡынысыраҡ була бара. Балалар бынан бер нисә йыл элек баҡсала, мәктәптә социалләшеү осорон үтһә, хәҙер был социаль төркөмдәргә күсте. Шунда танышалар, аралашалар, бер-береһенең фотоһына “лайыҡ” ҡуялар. Кемдең нисек йәшәгәнен күҙәтәләр. Тик бының ни тиклем хәүефле икәнен аңламайҙар. Насар уйлы кешеләрҙең икенсе исем алып, улар менән аралашыу мөмкинлегенә эйә булыуын, фотолар аша йорт йыһаздарын, ғаиләнең матди хәлен, хатта баланың ниндәй маршрут менән мәктәпкә йөрөүен күҙәтеүен баштарына ла һыйҙырмайҙар. Тап ата-әсә ул-ҡыҙына ошо хаҡта ентекләп һөйләргә, аңлатырға тейеш. Интернет уйындар аша балаларҙы төрлө экстремистик төркөмдәргә йәлеп итеүҙәре ихтимал. Тағы ла ата-әсәләрҙе һағайта торған бер төшөнсә тураһында әйтеп киткем килә: ул кибербуллинг тип атала. Баланы Интернет аша “һөсләтә”ләр, үсекләйҙәр. Әгәр уны мәктәптә тиҫтерҙәре үҙ итмәй икән, был уның өсөн хәл итмәҫлек мәсьәлә булып тормай, сөнки мәктәптән һуң өйөнә ҡайтып, үҙ мөхитендә, ата-әсәһе эргәһендә тыныс­лана, үҙе мауыҡҡан эш менән шөғөлләнә. Ә бына социаль селтәрҙәр аша төрлө насар хәбәр яҙа башлайҙар икән, бала быны ныҡ ауыр ҡабул итә. Ул осраҡта ата-әсәгә иғтибарлы булырға, әлеге хәлдән сығыу юлын бергәләп эҙләргә кәрәк.
– Ата-әсәгә тағы нимәгә айырыуса иғтибарлы булырға?
– Кәңәшем шул: баланың Интернетта ултырыу ваҡытын сикләү мөһим. Беҙ үткәргән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә шул асыҡланды: республикала йәшәгән 10 – 16 йәшлек балаларҙың 70 проценты көн һайын Интернеттан файҙалана һәм уларҙың үҙ бите бар. Яуап биреүселәрҙең дүрттән бер өлөшө икенсе исем менән тағы бер бит булдырған. Үҫмерҙәрҙең 67 проценты үҙҙәре тураһында тулыһынса мәғлүмәт биргән, ә был үҙ сиратында бала тураһында кәрәкле мәғлүмәтте бер нисә минут эсендә асыҡлау мөмкинлеге бирә. Шуға ла уның менән һөйләшеп, үҙе тураһында мөмкин тиклем аҙыраҡ мәғлүмәт биреүҙең хәүефһеҙлек сараһы икәнен төшөндөрөгөҙ. Интернеттан файҙаланыу өсөн көнөнә ике сәғәт ваҡыт бирегеҙ. Артыҡ ултырмаһын.
– Ата-әсә күп ваҡыт эштә. Көн дауамында телефон аша ғына аралашабыҙ. Әле йәйге каникулдар мәле. Баланың нимә менән шөғөлләнгәнен, ҡайҙа йөрөгәнен нисек күҙәтеү аҫтында тоторға һуң?
– Әлбиттә, ҡалала йәшәгәндәрҙең мөмкинлеге күберәк. Үҙем әсәй булараҡ былай итәм: аралашыу йәнле, һеҙ әйтмешләй, телефон аша ғына булмаһын өсөн бер-беребеҙгә “хаттар” яҙабыҙ. Көн һайын башҡара торған эштәрҙең исемлеген теҙәм. Мәктәптәге йәйге лагерь – мотлаҡ. Баланың көнө буйына шөғөлө бар, Интернетта ултырмай, тиңдәштәре менән аралаша. Мөмкинлек бар икән, тағы бер лагерға урынлаштырырға була. Бынан тыш, бер айға ауылға – өләсәһенә – ҡайтарып ебәрәм. Иң шәп ял шунда. Айырыуса ҡала балалары өсөн.
Йәш быуынды Интернет селтәренән ҡурсалап алып ҡалыу өсөн даими аңлатырға, “аҡ” контентлы сайттар менән эш итергә өйрәтергә кәрәк.



Вернуться назад