Байрам мөбәрәк булһын!27.06.2017
Байрам мөбәрәк булһын!Изге Рамаҙан айы тамамланды. Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мосолмандарҙы Ураҙа байрамы менән тәбрикләне.

“Ураҙа ғәйете – бөтә донъяла ислам дине вәкилдәре быуаттар буйы билдәләгән төп дини бай­рамдарҙың береһе. Изге Рама­ҙан айын тамам­лаған байрам тәрән әхлаҡи мәғәнәгә эйә – яңырыу шатлы­ғын, камиллыҡҡа ынтылышты, изге күңеллелекте, мохтаж­дарға ярҙамсыллыҡты кәү­ҙәләндерә.
Рәсәй мосолмандарының атай-олатайҙарҙың бай рухи, тарихи мираҫын, васыятын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауы, йәш быуынды уларға йәлеп итеүе ҡыуаныслы. Мосолман ойошмаларының илдең йәмәғәт, мәҙәни тормошонда, мөһим хәйриә, белем биреү, ватансылыҡ башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыуы ҙур ихтирамға лайыҡ. Һәм, әлбиттә, уларҙың тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлау­ҙағы, кешеләр араһында дуҫлыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуҙағы әһәмиәтен айырып билдәләргә кәрәк”,
– тиелә дәүләт етәксеһенең ҡотлауында.

Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауында былай тиелә:
“Башҡортостан Республикаһы мосолмандарын исламдың төп байрамдарының береһе – Ураҙа ғәйете менән ихлас ҡотлайым!
Изге Рамаҙан айының тамамланыуын белдергән ошо яҡты көн – барыһы өсөн дә уртаҡ булған изгелекте һәм миһырбан­лыҡ­ты, ғәҙеллекте һәм кешелеклелекте, шәфҡәтлелекте һәм яҡыныңа һөйөүҙе кәүҙәләндергән юғары әхлаҡи ҡиммәттәр символы ул.
Республикабыҙ мосолмандары, күп быуатлыҡ дини һәм мәҙәни йолаларға таянып, Ураҙа байрамын киң билдәләй. Әлеге байрам изгелек ҡылырға, ҡунаҡтар ҡабул итергә, бүләк тапшырырға, мохтаждарға ярҙам күрһәтергә теләк уята. Бындай ғәмәлдәр бөтә дин вәкилдәренә лә берҙәй яҡын һәм аңлайышлы.
Башҡортостандағы мосолман ойошмаларының йәмәғәт һәм мәҙәни тормошта әүҙем ҡатнашыуы, хәйриәлек йолаларын үҫтереүгә, йәштәрҙе төрлө милләт һәм дин вәкилдәренә ихтирамлы мөнәсәбәт нигеҙендә тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүе ҡыуаныслы.
Ошо изге Ураҙа байрамы көндәрендә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем. Һәр йортта шатлыҡ һәм йылылыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ тантана итһен!”



Вернуться назад