Йыллыҡ ҡеүәт туплар мәл27.06.2017
Йыллыҡ ҡеүәт туплар мәлМәғлүм булыуынса, быйыл Башҡортостанда 2688 ойошмала 390 мең бала, шул иҫәптән ауыр хәлгә тарыған 90 мең бала ял итәсәк.
Әле 21 көнгә иҫәпләнгән тәүге смена тамамланды ла инде. Туҡтауһыҙ тиерлек яуған ямғырға ҡарамаҫтан, ойоштороусылар йәйге ялды күңелле, файҙалы итеп үткәреүгә бөтә көсөн һалды. Һәр ваҡыттағыса, балалар белемен арттыра, тиңдәштәре менән рәхәтләнеп аралаша, тотош йылға етерлек көс-ҡеүәт туп­лай.
Йыллыҡ ҡеүәт туплар мәлЙәйге ял яҡшы үтһен өсөн башҡа шарттарға ла ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, хәүефһеҙ­леккә. Бөтә лагерҙарҙың биләмәләре талпанға ҡаршы эшкәртелде. Лагерь ҡапҡалары эргәһенә һаҡ ҡуйылды. Үҙәктәрҙең барыһы ла янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән тикшереү үтте. Һәр ерҙә балалар даими күҙәтеү аҫтында.
Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә финанслауҙың төрлө сығанаҡтарынан 39 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм һауыҡтырыу объекттары янғын автоматикаһы системаһы менән йыһазландырылды. Ҡала ситендәге лагерҙар шәхси һаҡ предприятиелары менән килешеү төҙөнө. Балаларҙы лагерға алып барғанда һәм алып ҡайтҡанда мәктәп автобустары хәрәкәтенең ентекле маршруты төҙөлдө.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо мәсьәләгә арналған кәңәшмәлә, балалар ял иткән урындарҙың барыһы ла махсус контролгә алынырға тейеш, бындай объект­тарҙы тәүлек әйләнәһенә һаҡларға, даими видеокүҙәтеү ойошторорға, хәүеф сигнали­зацияһы ҡуйырға, контроль-пропуск пункттары эшен яйға һалырға кәрәк, тип билдәләгәйне.
Йыллыҡ ҡеүәт туплар мәл— Балалар ялының үҙенсәлектәрен, лагерҙарҙың программаһын, экскурсияларҙы, ата-әсәләр көнөн иҫәпкә алыу мөһим. Балалар хаҡында даими хәстәрлек күрергә тейешбеҙ, — тигәйне төбәк етәксеһе.
Муниципалитеттарға янғынға ҡаршы сараларҙы, квалификациялы һаҡ хеҙмәтен тәүлек әйләнәһенә тәьмин итеү бурысы йөк­мәтелде. Улар шулай уҡ ошондай ойошма­ларға эшкә килгән персоналды уҡытырға тейеш.
Йыллыҡ ҡеүәт туплар мәлЯл дауам итә. Ул файҙалы ла, хәүефһеҙ ҙә булһын өсөн һалынған тырышлыҡ юҡҡа китмәҫ, көн торошо ла ҡыуандырыр, тип өмөтләнергә ҡала.


Вернуться назад