Ил күп һанлы берҙәм, татыу халҡы арҡаһында ҡеүәтле булған кеүек, һәр ғаилә ишлелеге, туғанлыҡ тойғоһоноң ныҡлығы менән көслө. Ҡанына һалынған үҙенсәлектәрҙе, асылын юғалтмай һаҡлаған, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған нәҫел генә тәрән тамырлы.Ошо хәҡиҡәткә атай-әсәйем бәләкәйҙән инандырып үҫтерҙе. Ишле ғаиләбеҙҙә бер-беребеҙ өсөн ныҡлы терәк-таяныс булып буй еткерҙек. Бик иртә һөйөклө атайыбыҙ, унан ҡәҙерле әсәйебеҙ баҡыйлыҡҡа күскәс, өлкән туғандарыбыҙ үҙ иңенә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ алып, беҙҙең өсөн “алтын бағана”ға әүерелде. Динебеҙ Ислам да тап шулай өйрәтә бит. “Атаһы булмаған кеше өсөн ағаһы яуаплы, апай иһә әсәй урынында булыр”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Балалыҡ йәшенән күптән үткән, үҙе ғаиләле хәлдә лә, әҙәм балаһы барыбер ололарҙың ҡурсалауына, хәстәрлегенә, хаҡ һүҙенә, йөрәккә ҡуҙ һалыр аҡыллы кәңәштәренә, фатихаһына мохтаж бит.
Беҙҙең өсөн өлкән ағайыбыҙ Рәйес Хәлфетдин улы тап шундай терәк-таянысҡа әйләнде. Тыуған ауылыбыҙ Яңы Усманда ныҡлы нигеҙ ҡороп, тырышып донъя көткән ҡәҙерлебеҙ туғандарын туплап тотоу, изге еренән, тәбиғәтенән айырмау, нәҫел-нәсәбе, яҡташтары менән даими аралашып йәшәү бурысын иң юғарыға ҡуйҙы. Ҡырҙа ғүмер кисерһәк тә, тыуған төйәгебеҙҙең йылыһынан бер ваҡытта ла айырылманыҡ. Ҡасан ҡайтһаҡ та, ағайыбыҙ ҡолас йәйеп ҡаршы ала, йөҙөндә – сикһеҙ ҡыуаныс, шат йылмайыу, ишеге шар асыҡ, өҫтәле тулы һый-ниғмәт...
Үҙенең яҙмышы бормалы-бормалы, ҡатмарлы булһа ла, Рәйес ағайым бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, зарланманы, гел юғары маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшеп, күптәргә өлгө күрһәтеп йәшәй белде. Туғандары менән бергә ауылдаштарын, Бөрйәнен, ер-һыуҙы, урман-ҡырҙарҙы өҙөлөп яратты. Байтаҡ йылдар элек тап ағайымдың һәм Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы етәксеһе Вәсилә Яныбаеваның ярҙамы арҡаһында “Әсебар” заказнигын булдырҙыҡ. Аҙаҡ икәү һөйләшеп, кәңәшләшеп, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың фатихаһын алып, ауылыбыҙҙың боронғо мәсете нигеҙендә яңы иман йорто төҙөттөк, уны атайыбыҙҙың исеме менән атаныҡ. Шулай уйында, эш-ғәмәлендә гел халыҡ, милләт хәстәре булды ағайымдың. Киләсәк менән йәшәне. Милли матбуғаттың яҙмышы өсөн янып-көйөр ине. “Уны үҙебеҙ күтәрмәһәк, кем күтәрергә тейеш?” – ти торғайны.
Милли мәҙәниәтте, әҙәбиәтте, сәнғәтте һөйҙө. Моңло итеп йырлар, иҙәндәрҙе һелкетеп, бөркөттәй ҡараш ташлап, дәртле бейергә төшөп китер ине. Тормошто ныҡ яратты. Йәш сағында милли көрәш буйынса республикала беренсе урынды бирмәгән, Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәт үтеп, миҙал менән бүләкләнеп ҡайтҡан, тыуған ауылында инженер, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы урмансы булып эшләп, юғары исемдәр яулаған ағайымдың яҙмышы шулай гел еңеүҙәрҙән торҙо. Биш йыл элек баш ҡалҡытҡан ҡаты сиренә ҡаршы ла ҡаһармандарса көрәште ул. Һәр саҡ хәрәкәттә булды, гөрләтеп донъя көттө, йөҙөн һытып ултырманы, һыҙланыуын белдермәне. Һуңғы көндәрендә янына айырыуса йыш ҡайтҡанда ла беҙҙең өсөн борсолдо. “Ҡуй, мәшәҡәтләнмәгеҙ, эшегеҙҙе уйлағыҙ, ғаиләгеҙҙе ҡарағыҙ. Ауырыуға бирешергә иҫәп юҡ!” – тип йылмайып оҙатып ҡалғайны 15 майҙа ла. Ә иртәгәһен таң менән йән өшөткөс хәбәр алдыҡ...
Баҡыйлыҡҡа күскәнеңә 40 көн дә етте, ағай. Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, йәнең йәннәттә булһын. Күрһәткән изгелектәреңә рәхмәтебеҙ доға рәүешендә барып торһон. Ҡәҙерле ағайыбыҙҙы мәңгелеккә оҙатҡанда ҡатнашҡан хөрмәтле ауылдаштарыма, яҡташтарыма, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан Башҡортостан Хөкүмәтенә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, Урман хужалығы министрлығына, Бөрйән, Баймаҡ, Күгәрсен, Ейәнсура райондары хакимиәттәренә, республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәремә, дуҫтарыма, фекерҙәштәремә, рухташтарыма ҙур рәхмәт белдерәм. Һәммәгеҙҙе лә ауыр ҡайғылар урап үтһен, донъялар имен торһон. Ғүмер бер генә. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ярҙам итешеп, туғандарса татыу ғүмер итәйек.