Сифатлы әйбергә ихтыяж ҙур23.06.2017
Сифатлы әйбергә ихтыяж ҙурСибай ҡала типографияһы – республиканың көньяҡ-көнсығышындағы заманса матди-техник ҡеүәткә эйә булған полиграфия предприятиеһы. Бында урындағы ғына түгел, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары гәзиттәре лә баҫыла.
Типографияға 1957 йылда нигеҙ һалына. Ул тәүҙә тимер-бетон әйберҙәре заводының келәтендә урынлашҡан була. Иң беренсе типографияға Григорьев етәкселек итә, аҙаҡ төрлө йыл­дарҙа Ф. Мифтахов, С. Махалин, Б. Еникеев, П. Лаптев, А. Хәлитов директор вазифаһын башҡара. Бөгөн был бурысты йәш һәм дәрт­ле Булат Абдрафиҡов атҡара.
Тәүге йылдарҙа типография “Сибайский рабочий” гәзитен баҫыу менән генә мәшғүл була. Дүрт хеҙмәткәр мәҡәлә текстарын ҡулдан йыя. 1961 йылда типог­рафияға бина бирелә, кәрәк-яраҡ һатып алына. Ә инде 1987 йылда офсет-рулонлы баҫыу машина­һы, фото йыйыу ҡорама­лы урынлаштырыла. Типографияла Бай­маҡ районының башҡортса һәм урыҫ­са, “Башмедьстрой” йәмғиә­тенең һәм Башҡорт баҡыр-көкөрт комбина­тының күп тиражлы гәзиттәре баҫыла башлай. 1995 йылда коллектив һанлы һәм компьютер технологияларын үҙ­ләштерә, йәнә яңы ҡорамалдар алына. Мәҫәлән, 1957 йылда 3 035 дана гәзит баҫылһа, 1977 йылда был күрһәткес – 9 463-кә, 1987 йылда 13 216-ға барып етә.
Заман менән бергә типография аҡрынлап үҙгәрә, яңы һулыш ала. Бында ҡала һәм район гәзиттәренән тыш, төрлө баҫма продукция етештерелә. Типографияла сығарылған бланктар, журналдар, китаптар, открыткалар, дипломдар, баннерҙар төҫлө һәм сағыу булыуы менән заказ биреү­селәрҙе үҙенә йәлеп итә. Замандан артта ҡалмау, конкурент­тарҙы алға сығармау өсөн бар тырышлығын һала предприятие хеҙмәткәрҙәре.
– Бөгөн полиграфия эше менән шөғөлләнгәндәр күп, – ти Булат Абдрафиҡов. – Әммә беҙ конкуренцияға ҡаршы тора алабыҙ, сөнки коллективҡа татыу, берҙәм, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр тупланған. Уларҙың күбеһе оҙаҡ йылдар эшләп, ысын оҫтаға әүерелгән. Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигәндәй, көн һайын баҫма продукцияны төрләндереү, сифатлы итеү маҡсатында төрлө юлдар эҙләйбеҙ, яңы алымдарҙы өйрәнәбеҙ. Халыҡ ҡайһы тауарҙы үҙ итә (тыуған көн, туй, юбилей открыткалары, дипломдар, кален­дарҙар), шуны күберәк сыға­рабыҙ.
Типографияла ысын оҫталар эшләй, тигәйнек. Мәҫәлән, верстка операторы Миңсара Хәбилова бында 35 йыл намыҫлы хеҙмәт итә. Шулай уҡ Гүзәл Исмәғилева, Рафаэль Мәхмүтов, Рәмилә Боҫҡоновалар ҙа — оҙаҡ йылдар эшләп, коллективта абруй ҡаҙан­ған тәжрибәле һөнәр эйәләре.
Бер нисә йыл элек типография бинаһында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең сауҙа урыны асылып, ҡала халҡының ғына түгел, төбәктә йәшәгән барлыҡ китап уҡыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән үҙәккә әйләнде.
Бөгөн Интернет заманында баҫма продукцияның баһаһы кәмей бара тигән һүҙҙәр менән килешмәй Булат Кәшфулла улы. Халыҡҡа буяу еҫе һеңгән, ҡулына тотоп ҡарарлыҡ гәзит тә, ҡыҙыҡ­лы баҫма ла, иҫтәлеккә ҡалыр­лыҡ открытка һәм башҡалары ла кәрәк. Иң мөһиме – полиграфия продукцияһының ассортиментын төрләндереү, сифатын яҡшыр­тыу, зауыҡлы биҙәү, заман талаптарына яуап бирерлек итеп сығарыу. Ә бының өсөн предприятиены үҫтереүҙең яңынан-яңы юлдарын үҙләште­реү зарур, ти етәксе.
Тәжрибәле, берҙәм коллектив­тың үҙ маҡсаттарына өлгәшеренә ышаныс ҙур.



Вернуться назад