Октябрьский ҡалаһындағы “Өйәҙетау” комплексында “Журфест-2017” республика журналистар фестивале ойошторолдо. Сара республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналып, етенсе тапҡыр уҙғарылды. Унда төрлө федераль, республика, район һәм ҡала баҫмалары, телевидение, радио һәм Интернет-берләшмә вәкилдәре ҡатнашты.Фестивалдең темаһы “Мин — журналист!” тип аталып, Башҡортостан Журналистар союзының 60 йыллығына бағышланды. Хәбәрсе һөнәренең күп яҡлылығын, яуаплылығын, үҙенсәлеген күрһәтеү сараның төп маҡсаты булды. Шулай уҡ матбуғат өлкәһе хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде, һәр команда үҙ һөнәренең презентацияһын тәҡдим итте.
Был байрам – республиканың журналистар берләшмәһенә ҡаҙаныштарҙы һәм үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе тикшереү, киләсәккә пландар ҡороу өсөн яҡшы мөмкинлек.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, һөҙөмтәле эшмәкәрлек теләне, һәр дәүерҙә лә журналистарҙың йәмғиәткә ҙур йоғонто яһауын билдәләне.
Журналистар союзы рәйесе, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков үҙ сығышында берләшмәнең ойошторолоу тарихын һәм ошо ваҡыт арауығында уның һәр ваҡыт маһир ҡәләм оҫталарын туплап тороуы тураһында һөйләне.
Сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат секретары Фәнүр Йәғәфәров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев ҡатнашып, алдынғы журналистарҙы бүләкләне.