Шиғырҙар23.06.2017
Яңырыу
Был — йүгерек ел. Туҡтамай
Елә лә елә генә.
Алтмыш еләк һалып киткән
Ғүмерем силәгенә.
Еләктәрҙең төрлөһө бар,
Бере – ҡыҙыл, бере – аҡ.
Ҡыҙылдары телдә ирей,
Аҡтары тәмһеҙерәк.
Тәмлеһе лә, тәмһеҙе лә –
Үҙемдең емештәрем,
Бөртөкләп кенә йыйылған
Алтыным, көмөштәрем.
Яңы йыл һайын яңырам,
Ғүмерем — йәшел баҡса,
Алтын-көмөштән ҡойолған
Иҫкермәй торған аҡса.
Йыр-моң
Кеше өйрәнгәнме турғайҙарҙан,
Әллә ул отҡанмы кешенән?
Турғай йырлай. Имән шартлап һына,
Тышта һыуыҡ, ә ул өшөмәй.
Йыр йылыта уны. Ер йылыһы,
Ҡояш нуры йырҙың эсендә.
Тирләп китәм. Эҫе. Әйтерһең дә,
Турғай йырлай минең исемдән.
Ҡушыламын йырға. Айыуҙар ҙа
Өңдәрендә йырлап яталар.
Ҡар бөртөгө булып баш осонда
Осоп йөрөй, ана, ноталар.
Йырлай баҫыу, поезд, пассажирҙар.
Йыр тарала бөтә Уралға.
Һыуыҡ елдәр, йылынырға теләп,
Төнө буйы өрә ҡурайға.
Ҡурай моңон тыңлап ҡоштар оса
Сит ерҙәрҙән беҙҙең яҡтарға.
...Өшөгәндә яҙҙы илебеҙгә,
Күңелдәргә йыр, моң ҡайтара.
Һоҡланыу
Һоҡланыу — ул һәйбәт тойғо,
Күңелде сафландыра,
Һоҡлана белмәгән кеше
Борсой, хафаландыра.
Әммә тормош тормай икән
Һоҡланыуҙарҙан ғына.
Һоҡланғыс матур төҫтәр ҙә
Ваҡыты менән уңа.
Батырлыҡ уңмай. Салауат,
Вәлидиҙәр — һоҡланғыс.
Ҡайһы берәүҙәр өсөн тик
Был һоҡланыу — йоҡлатҡыс.
Улар йоҡола һоҡлана,
Һоҡланған һайын йоҡлай.
Башҡаларҙың батырлығы
Йоҡосоларға йоҡмай.
Батыр һоҡланып тора ла
Үҙе батырлыҡ ҡыла.
һоҡланғыс йәшәү өлгөһө
Ҡалдыра ул халҡына.
Таяҡ
Мин яратҡан ҡыҙҙар әбей хәҙер,
Эйелгәндәр инде ал яҡҡа.
Осрашыуға улар һыбай килә
Бер тояҡлы атта — таяҡта.
Сәй эскәндә таяҡ тыныс ҡына
Тороп тора ишек төбөндә.
Ул әбейҙе һаҡлай. Рәхәтләнеп
Йөрөр ине лә ул тибендә...
Кәрәк саҡта ат та, аяҡ та ул,
Тоғро һаҡсы, иптәш, таяныс.
Бәғзе әбейҙәрҙе ир-ат түгел,
Таяҡ яҡлай — шуныһы аяныс.
Мөғжизәле төн
Ҡараңғылыҡ ҡурҡып ҡасты
Беҙ ҡабыҙған усаҡтан.
Өҫтөбөҙгә ямғыр яуҙы
Эргәләге усаҡтан.
Ҡоштар ҙа йоҡламанылар,
Төн буйы һайранылар.
Мөғжизәле төн килгәнен,
Күрәһең, аңланылар.
Ай ғына беҙгә алыҫтан
Моңайып ҡарай бөгөн.
Яңғыҙлығынан оялып,
Ҡаплаған ярты битен.
Йөрәк — сәғәт, һанай, ана,
Бәхетле минуттарҙы.
Яңғыҙ сағымда һағынам
Шул йырлы усаҡтарҙы.
Һағыныу
Аштарым аш, йоҡом йоҡо түгел,
Үҙ-үҙемә урын тапмайым.
Дарыу эсәм. Ләкин файҙаһы юҡ:
Һау сағыма кире ҡайтмайым.
Баш ауырта. Күҙҙәр насар күрә.
Ҡолаҡтарым бер ни ишетмәй.
Сирҙәремде еңеп сығыр өсөн
Нимәлер бит миңә етешмәй.
Етмәйһең һин. Һине һағыныуҙан
Йөрәккәйем тора тулышып.
...Һин янымда юҡта мин йөрөйөм
Үҙем менән үҙем “һуғышып”.