Ҡабарып беште бауырһаҡ...23.06.2017
Ҡабарып беште бауырһаҡ...Темәс ауылында Бауырһаҡ байрамы уҙҙы. Борон һәр башҡорттоң өҫтәлен йәмләп торған ашамлыҡты унда тәмләү генә түгел, үҙеңә лә әҙерләп ҡарарға мөмкин булды.
Бына “Уңған хужабикә” номинация­һында еңеүсе, Таһир ауылы ҡыҙы Софья Әсәнова ҡамыр баҫа. Һуңынан уны йәйеп, кәрәкле формала киҫә. Ә Гүзәлиә Яҫыбаеваның ҡаҙанында май ҙа шыжлап сыҡты. Хәҙер инде әҙер ҡамырҙы шунда һала. Бер аҙҙан һауыты алтын төҫөнә ингән бауырһаҡҡа ла тула. Иң әүәл уны ҡыҙы Алтынай тәмләп ҡарай...
Һәр хужабикәнең дә бауырһаҡ бешереүҙә үҙ сере бар. Мәҫәлән, Мөршиҙә Ғәйепҡолова әҙерләү ысулын әсәһе менән ҡәйнәһенән отоп алған. Хәҙер ул үҙе “Бауырһаҡ ҡабарып бешһен өсөн, уға туңған йомортҡа ҡушырға кәрәк”, тип Илзирә ҡыҙын өйрәтә. Ошо байрамда ла ул еңеүсе булып сыҡты...
“Күркәм бауырһаҡ” номинацияһында еңеүсе 62 йәшлек Миңлегөл Ҡужәхмәтова йомортҡаны күперткәнсе болғарға кәңәш итә. Ишембайҙан килгән Фәүзиә Әбсәләмова “Ысын бауырһаҡ һалҡын майҙа бешерелә”, тип белдерә. Мәскәүҙән Шәмсинур Рысҡужи­на иһә кефир урынына ҡатыҡ ҡуллана. Ә бына иң үҙенсә­лекле бауырһаҡ бешергән Таңһылыу Сөнәғәтоваға дүрт йәшлек Самир ейәне­нең йыр һәм шиғырҙары ярҙам итә...
Бауырһаҡ – беҙҙә генә түгел, шулай уҡ ҡаҙаҡ, монгол, ҡалмыҡ һәм башҡа күсмә халыҡтарҙа ла киң танылған ризыҡ. Сыуаш тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Светлана Матвеева ла: “Беҙҙә уға оҡшаш ашамлыҡ бар, ләкин ул тәмләтелмәй”, – тип белдерҙе. Ә бына украин ҡыҙы Зинаида Карюгина бауырһаҡты тәүге тапҡыр тәмләп ҡараған. Хәҙер уны бешереү ысулын өйрәнеп, үҙе лә ошо ашамлыҡты әҙерләргә ниәтләй. Мари тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Алексей Ибулаев үҙ сиратында:
– Беҙҙең бауырһаҡ “пюктюш” тип атала, ләкин ул ярмалы, – тип белдерҙе. – Ғөмүмән, милли ризыҡты танытыу идеяһы яҡшы. Беҙ ҙә үткән йыл сәй байрамын уҙғарған инек. Үҙебеҙҙең тар япраҡлы болануттан әҙерләнек. Бөгөн ул эсемлек һирәк ҡулланыла, әммә ошо үләндән әҙерләнгән сәй файҙалы була, тәме лә цейлондыҡынан кәм түгел.
Әйткәндәй, Темәстә уҙған Бауырһаҡ байрамы Халыҡтар дуҫлығы көнө айҡанлы уҙғарылды. Был йәһәттән сарала чечен, үзбәк, ҡырғыҙ, мари, сыуаш, тажик, татар һәм украин халыҡтарының ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне. Фольклор коллективтары­ның йыр һәм таҡмаҡ­тарында ла дуҫлыҡ, татыулыҡ, ватан темалары асыҡ сағылды.




Вернуться назад