Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһы академигы,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм тағы ла байтаҡ исем-дәрәжәгә лайыҡлы дуҫым-һабаҡташым Әхмәт Сөләймәнов 2003 йылда минең тормош, ижад портретымды төрлө яҡлап ентекләп асҡан “Йондоҙҙарҙан шағир йылынған” исемле китабын нәшер итте.Уйҙарыбыҙ ҙа, алдағы пландарыбыҙ ҙа ҙур ине. Тик ҡот осҡос хәл – Әхмәт дуҫым көтмәгәндә яҡты донъянан китеп барҙы... Әммә меңәрләгән студенты, һабаҡташтары, зыялылар, туған-дуҫтары уны һис ҡасан иҫенән сығармаҫ, онотмаҫ. Магнит кеүек үҙенә тартып торған аҡыл, фекер эйәһе ине дуҫым. Шулай ине һәм шулай булып йөрәк-күңелебеҙҙә ҡаласаҡ.
Әлеге минең китап хаҡында һүҙ барғанда, Әхмәт менән берәй фекерҙә килешеп етмәһәк, һинеке лә дөрөҫ, минеке лә шуға яҡын, тибеҙ ҙә, әйҙә, һөйләшкәнсә эшләйек, тип дауам итәбеҙ. Икебеҙ ҙә 1939 йылда тыуғанбыҙ: Әхмәт Мөхәмәтвәли улы – 15 мартта, ә мин – 17 сентябрҙә. Бер хәбәрҙе кисә бер төрлө һөйләһә, икенсе көндә бөтөнләй үҙгәртеп еткерер минең йәштәш ауылдаш бар ине. Ниңә улайтаһың, тиһәң, мин 39-сы йылда тыуғанмын, был йылғыларға ярай ул, ти. Әхмәт дуҫҡа шул хаҡта һөйләгәйнем, ул рәхәтләнеп көлдө лә, әйҙә, беҙ ҙә шулай итәйек, тине. Мин дә килештем, атай малын бүлешмәйбеҙ бит. Ошонан һуң кем алдан әйтә, икенсебеҙ, дөрөҫ, ти ҙә ҡуя.
Ҡайтҡас уйланып яттым да 1939 йылғылар тураһында “Һеҙ кемдәр?” исемле шиғыр яҙҙым. Бына ул:
“Һеҙ кемдәр?” тип һораһағыҙ,
Беҙ — утыҙ туғыҙлылар...
Был хаҡта бар ишеткәндә
Йылмайып ҡуйыусылар:
Йәнәһе, аҡыл яғынан
Нисек һуң был йылғылар?..
Маҡтаныу түгел — хәҡиҡәт:
Бөгөн бөтә тарафтарҙа
Донъя терәге улар!
(Уның терәге булалмай
Аҡылы быуынһыҙҙар).
Был йылғылар — һуғыш утын,
Шыуышыуҙан, аяҡ өҫтө
Баҫып ҡаршылаусылар,
Алабута оно ашап,
Бирешмәй ҡалыусылар.
Ҡаяға тешен батырып,
Гел үргә барыусылар.
Таланты менән донъяны
Хайранға һалыусылар.
Әммә баштары әйләнмәй,
Үҙ булып ҡалыусылар.
Донъяға иң кәрәк мәлдә
Ваҡытлы тыуыусылар!..
“Һеҙ кемдәр?” тип һораһағыҙ,
Беҙ — мәңге тынғыһыҙҙар,
Ғорур йылмайып әйтәбеҙ:
Беҙ — утыҙ туғыҙлылар!Дуҫым Әхмәт Сөләймәнов, мәғлүм булыуынса, 1972 – 1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында өлкән уҡытыусы, унан доцент вазифаһын башҡарҙы. Ошо осорҙа “Башҡорт халыҡ ижады”ның күп томлығын туплап баҫтырып сығарҙы. 2002 йылда уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланылар...
Арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән һоҡланғыс шәхес, башҡорт халҡы өсөн янып йәшәгән, милләтебеҙҙең бейеклеген-бөйөклөгөн тағы ла бер баҫҡысҡа күтәргән саф күңелле, тоғро йөрәкле кеше ҡәүемебеҙ ғорурлығы булып беҙҙең арала йәшәне, мәңге йәшәйәсәк!